Все новости
Юбилейҙар
14 Декабря 2018, 12:03

БӘХЕТЛЕ ҠАРТЛЫҠ

Абдул ауылында йәшәүсе Фәүзиә Сәлих ҡыҙы Аҡсурина үҙенең 80 йәшен билдәләй. Ул тыуған ауылында ғүмер кисереп, бәләкәйҙән колхоз, совхоз эшендә тырышып эшләгән. Һуңғы йылдарҙа, пенсия алдынан, мәҙәниәт йортонда йыйыштырыусы булған.

Абдул ауылында йәшәүсе Фәүзиә Сәлих ҡыҙы Аҡсурина үҙенең 80 йәшен билдәләй. Ул тыуған ауылында ғүмер кисереп, бәләкәйҙән колхоз, совхоз эшендә тырышып эшләгән. Һуңғы йылдарҙа, пенсия алдынан, мәҙәниәт йортонда йыйыштырыусы булған.


Йәшләй генә тол ҡалып, үҙе ҡарамағындағы 3 улына, 2 ҡыҙына тормош юлына аяҡ баҫырға ярҙам итә. Балалары тәртипле, уңған булып үҫә.

Бөгөнгө көндә төрлө өлкәләрҙә эшләйҙәр, матур итеп донъя көтәләр. Фәүзиә апай ҡыҙы Гүзәл, кейәүе Дима менән бергә йәшәп, бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Ҡалған балалары һәр ваҡыт уға килеп хәлен белеп, ярҙамлашалар. Юбиляр бөгөн дә йәш, матур; моңло итеп йырлай, таҡмаҡтар әйтә, кешеләр менән аралашып йәшәй, үҙенең яҙмышынан ҡәнәғәт. Бер ваҡытта ла зарланып, моңайып ултырмай. Үткәндәре тураһында һөйләргә, йәштәргә белгәнен өйрәтеп, әйтеп ҡалдырырға теләй.

Апайыбыҙ бейәләйҙәр, ойоҡбаштар бәйләй, бүлә-бүләсәләрен, балаларын һөйөндөрөп, уларға бүләк итә.

- Хәрәкәттә - бәрәкәт, - ти ул, ҡыуанып.

Юбилей уңайынан Яҡшымбәт ауыл советының Рәхмәт хатын һәм иҫтәлекле бүләген ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы Гөлшат Бикмаева тапшырҙы. Унда матур теләктәр теләп ҡыҫҡаса былай тиелгән: «Изгелек һәм сабырлыҡ, ҡуйған маҡсаттарығыҙға ынтылып йәшәүегеҙ, тыуған ауылыбыҙға тоғро хеҙмәт, тыуған илебеҙгә ныҡлы терәк булырҙай эшһөйәр, рухлы балалар тәрбиәләүегеҙ өсөн рәхмәтемде белдерәм». Яҡшымбәт ауыл хакимиәте башлығы Юнир Ирек улы Сынбулатовтың оло йәштәге апайға теләгән теләктәре ҡабул булһын. Ябай һәм ихтирамлы апайға ҙур рәхмәт, иҫәнлек теләйем.
Читайте нас: