Все новости
Юбилейҙар
21 Декабря 2018, 11:52

ЙӨРӘГЕН БАЛАЛАРҒА, ХАЛҠЫНА БИРӘ

Илем, телем, ерем тип йәшәүселәр, бар ғүмерен шуға бағышлаусылар аҙ түгел. Бөгөн ана шундай туған тел уҡытыусыларыбыҙҙың береһе Нурия Нурғәли ҡыҙы Хәлилова 65 йәшлек юбилейын билдәләй.

Илем, телем, ерем тип йәшәүселәр, бар ғүмерен шуға бағышлаусылар аҙ түгел. Бөгөн ана шундай туған тел уҡытыусыларыбыҙҙың береһе Нурия Нурғәли ҡыҙы Хәлилова 65 йәшлек юбилейын билдәләй.


Ул 1953 йылдың 21 декабрендә Көйөргәҙе районы Түкән ауылында тыуған. Бәләкәйҙән ныҡыш Нурия мәктәпкә йәше тулмаҫ борон барып инә лә тырышып уҡый башлай. Беренсе көндә үк уҡытыусыһына ғашиҡ булған ҡыҙыҡай мәктәптән ҡайтып ингәс тә: «Әсәй, мин үҫкәс уҡытыусы булам», - ти һәм ошо бәләкәйҙән әйткән һүҙенә тоғро ҡала. 1970 йылда Таймаҫ урта мәктәбен «5»-кә тамамлағандан һуң Нурия Нурғәли ҡыҙы Яҡуп мәктәбендә хеҙмәт юлын башлап ебәрә һәм ситтән тороп Стәрлетамаҡ пединститутын тамамлай.

Ә инде 1980 йылдарҙа тормош юлдары уны Свобода урта мәктәбенә алып килә. Рус мәктәптәрендә башҡорт телен яңы өйрәтә башлағанда Н. Хәлилова ҙур дәрт менән эшкә тотона. Ауылда йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша һәм ата-әсәләр араһында оло ихтирам яулай.

1987 йылда уны район мәғариф бүлегенә башҡорт теле буйынса методист итеп эшкә алалар. Бер аҙҙан Күмертауҙың Ю. Гагарин исемендәге 2-се һанлы интернат-мәктәбенә директор урынбаҫары итеп эшкә саҡыралар. Бер аҙҙан, 1991 йылда, ҡала мәғариф бүлегендә башҡорт теленән методист булып эшләй башлай.

1990-1994 йылдар Күмертауҙа һынылыш осоро булды, башҡорт мәктәбен асыу көнүҙәк мәсьәләгә әйләнде. Бөтә эштәрҙе Нурия Нурғәли ҡыҙы үҙенең тоғро ярҙамсылары Зилә Аҙнабаева, Хаят Собханғолова һәм башҡа уҡытыусылар менән башлап ебәрә. Ныҡышмалы хеҙмәт шаҡ ҡатырлыҡ һөҙөмтә бирә - 1994 йылда башҡорт мәктәбенә 600-ҙән ашыу бала уҡырға килә. Уның директоры итеп Н. Хәлилованы тәғәйенләйҙәр.

Беренсе «ҡарлуғастарҙы» осорғандан һуң, Нурия аварияға эләгеп, яратҡан эшен ҡалдырырға мәжбүр була.

Тынғыһыҙ уҡытыусы тик эштә генә йәм таба. Шуға ла ул аяҡҡа баҫыу менән хеҙмәт юлын 1-се гимназияла дауам итә һәм шунда дәртләнеп төрлө милләт балаларына башҡорт телен өйрәтә, тырышлығы, ябайлығы, тормошҡа, кешеләргә ғашиҡлығы, ихласлығы, оптимистлығы менән күптәргә өлгө булып тора. Уның авторлығында уҡыусылар ижадын туплаған «Йырсы шишмә» китабы ҡалала ҙур ҡыуаныслы ваҡиға була. Тынғыһыҙ уҡытыусы үҙе лә шиғырҙар, хикәйәләр яҙа. «Солтангәрәевтәр нәҫеле» китабы 2007 йылда сыҡһа, ҡала яҙыусылар ижадын туплаған «Берҙәмлек» китабында уның шиғырҙары баҫылды. Ә 2013 йылда Өфө ҡалаһында сыҡҡан «Башҡортостан - әүлиәләр иле» китабында Нурия Хәлилованың яҙмалары донъя күрҙе.

Нурия Нурғәли ҡыҙының оло хеҙмәттәре «Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы», «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исемдәр менән баһаланды.

Кешеләргә изгелек эшләүҙән, хеҙмәттән йәм табып йәшәүсе Нурия хеҙмәттәше Земфира менән биш йыл дауамында «Бәхетле ғаилә» тип аталған димсе эшен алып барҙы. Улар ярҙамында бик күптәр үҙҙәренең яртыларын табып, бәхетле ғаилә ҡорҙо.

Нурия апай бер ҙә ҡартайырға уйламай, ул ҙур дәрт менән алты йыл уҡып, Рәсәй ислам университетын тамамланы, ә инде быйылғы йыл улар ғаиләһе өсөн бигерәк тә уңдырышлы булды. Ул тормош иптәше Фәиз Шәкир улы һәм үҙенең шәкерттәре менән Башҡорт дәүләт педагогия университетында өҫтәмә белем алып, мәктәптәрҙә, төрлө уҡыу йорттарында ислам дине нигеҙҙәрен өйрәтеүгә диплом алып ҡайтты. Фекерҙәштәре менән берлектә районыбыҙ ауылдарында: Яманһары, Ҡансыра, Тимербайҙа мәсеттәрҙе тергеҙеү, ойоштороу буйынса эш алып барҙы, Күгәрсен районының Мораҡ ауылында мәҙрәсә асты, Яңы Морапталда ислам дине нигеҙҙәрен өйрәтеү буйынса эш алып бара.

Эшкә үтә лә яуаплы, мәрхәмәтле һәм киң күңелле, рухи яҡтан бай, бер ваҡытта ла ҡул ҡаушырып тик ултырмаҫ Нурия Нурғәли ҡыҙы, 65 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һаман да баҫҡан еренән ут сығарып, ялҡынланып йәшәй.
Читайте нас: