Все новости
Юбилейҙар
5 Января 2019, 12:28

«БАРЫҺЫН ДА БЕР ЕПКӘ ТЕҘЕП БУЛМАЙ»

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы, отставкалағы майор, ҡала һәм районыбыҙҙың эске эштәр бүлегендә оҙаҡ йылдар эшләгән Фәнәүи Зартдинов үҙенең 80 йәшлек юбилейын билдәләй. Ошо күркәм дата уңайынан беҙ уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы, отставкалағы майор, ҡала һәм районыбыҙҙың эске эштәр бүлегендә оҙаҡ йылдар эшләгән Фәнәүи Зартдинов үҙенең 80 йәшлек юбилейын билдәләй. Ошо күркәм дата уңайынан беҙ уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ.


- Фәнәүи ағай, һеҙгә ошо көндәрҙә 80 йәш тула. Һеҙгә ҡарап был йәште бирмәҫһең дә, әле һаман Мәскәү менән Күмертау юлын бер итеп йөрөйһөгөҙ.

- Аллаға шөкөр, иҫәнлек барҙа йөрөйөм. Улыбыҙ Рөстәм һәм ҡыҙыбыҙ Розалия ғаиләләре менән Мәскәүҙә. Шунда уҡынылар ҙа тороп та ҡалдылар. Тормош иптәшем Рима менән барып ейән-ейәнсәрҙе ҡарашып ҡайтабыҙ шулай. Үҙем йәтим үҫкәс, балаларға ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырышабыҙ.

- Үҙегеҙ тыумышығыҙ менән ҡайһы яҡтарҙан һеҙ, Фәнәүи ағай?

- Тыумышым менән Балтас районынан мин. Атайым һуғышта хәбәрһеҙ юғала. Аслыҡ, ауыр ваҡыт ине. Беҙ әсәйем, өләсәйем, ағайым, апайым, һеңлем һәм мин йәшәнек. Май айы ине, аслыҡтан өләсәйем дә, әсәйем дә, апайым да үлде. Мин, 11 йәштәге ағайым һәм 1,5 йәшлек һеңлем генә тороп ҡалдыҡ. Беҙгә күршеләр, туғандар ярҙам итеп үҫтерҙе. Көндөҙ мәктәптә уҡыным, ә кисен эшләнем. 10-сы класты тамамлағас, һалдат хеҙмәтенә китер алдынан, бер йыл колхозда эшләнем. Армия сафына алынғас, Свердловск өлкәһендә хеҙмәт иттем. Аҙаҡ, ауылда көтөп торор кешем булмағас, аптырап ҡалдым, арҡа терәр йортом юҡ, өҫкә кейергә кейем юҡ ине. Шулай, бер ағай осрап, миңә төҙөлөш училищеһына уҡырға инергә тәҡдим итте. Унда бушҡа ашаталар, стипендия ла бар ине. Уҡып бөткәс, “Уралмаш” заводына эшкә барҙым.

- Ә нисек юридик белемгә эйә булдығыҙ?

- Заводтың мартен цехында эшләп йөрөгәнемдә кистәрен юридик институтта белем алдым.

- Шунан Башҡортостанға кире ҡайтырға булдығыҙмы?

- Уҡып бөткәс, 1969 йылда Өфөгә эш һорап хат яҙҙым. Хатыма яуап та килде, мине Миәкә районына ебәрҙеләр. Унда өс йылға яҡын прокуратурала эшләнем. Элек бит үҙеңдән һорап тормай эшкә ебәрә торғайнылар. Мине бер заман райкомдың пропаганда һәм агитация бүлегенә инструктор итеп алдылар. Шул саҡта икенсе эшкә күсерәбеҙ тигәс, мине колхоз рәйесе итеп ҡуймаһындар инде, уҡыуым бушҡа сығасаҡ, тип ҡурҡып та ҡуйғайным.

- Аҙаҡ кире белемегеҙ буйынса эшкә күскәнһегеҙ бит?

- Эйе, өс бүлмәле фатир бирәбеҙ, тип икенсе ергә эшкә саҡырғайнылар. Миәкәләге етәкселәр, беҙ сит район өсөн кадр әҙерләмәнек, тип мине кире милицияға өлкән тәфтишсе итеп эшкә күсерҙеләр.

- Әллә ҡайҙарҙа йөрөгәндән һуң Көйөргәҙе тарафтарына нисек килеп сыҡтығыҙ һуң?

- 1980 йылда мине ул ваҡытта берләштерелгән Күмертау ҡалаһы һәм районы эске эштәр бүлегенә тәфтиш комитеты начальнигы итеп күсерҙеләр. Аҙаҡ Көйөргәҙе район эске эштәр бүлеге ҡаланыҡынан айырылғас, мине районға эшкә ҡоҙаланылар. Унда шул уҡ вазифала эшләүемде дауам иттем, бер үк ваҡытта милиция начальнигы урынбаҫары вазифаһын да йөкмәнем.

1993 йылда “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы” тигән почетлы исем бирҙеләр. 1996 йылда хаҡлы ялға сыҡтым.

- Хаҡлы ялға сыҡҡас та эшегеҙҙе дауам иткәнһегеҙ әле, тиҙ генә йәшәү рәүешегеҙҙе алмаштырғығыҙ килмәнеме?

- Эйе, хаҡлы ялға сыҡҡас та район хакимиәтендә юридик хеҙмәт бүлеген етәкләнем. Ете йылдан ашыу төрлө сетерекле мәсьәләләрҙе хәл иттем.

- Пенсия тигәндән, һеҙ бит хаҡлы ялға иртәрәк сыҡҡанһығыҙ. Сөнки полиция йә башҡа хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙе пенсия йәшенән иртәрәк хаҡлы ялға оҙаталар. Ә ауылда фермала, баҫыуҙа эшләгәндәргә ундай льгота ҡаралмаған, был ғәҙелме?

- Кемдең сәләмәтлеге насар, эше ауыр уларҙы, әлбиттә, иртәрәк хаҡлы ялға ебәрер кәрәк. Пенсияға ҡайһы бер категория кешеләрҙе 40 йәштән ебәреү дөрөҫ түгел, типһә тимер өҙөрҙәй кеше нимә тип дәүләт аҡсаһын ашап ятырға тейеш. Үҙенең теләге, дәрте бар икән, эшләһендәр улар. Мәҫәлән, оҙаҡ эшләгән кеше үҙ тәжрибәһен йәштәргә өйрәтеп китер ине.

- Бөгөнгө йәш бейеклегенән ҡарап әйтегеҙ әле, тәфтиш эше ауырмы? Элекке фильмдарҙы ҡараһаң ҡурҡыныс, бит хатта.

- Элек кешене үлтерһәләр, ҙур ЧП ине, районда-ҡалала бындай хәл булһа, Өфөнән, хатта Мәскәүҙән килеп етәләр ине. Хәҙер кеше үлтереүҙе себен үлтереүгә лә тиңләмәйҙәр. Күмертауҙағы ҡурҡыныс ваҡиғаны иҫләгеҙ әле, бер фатирҙа биш кешене бер юлы үлтергәйнеләр. Бының кеүек хәлдәр ҡурҡыныс төштә лә булманы беҙҙең ваҡытта.

Оҙаҡ йылдар тәфтишсе, юрист булып эшләү дәүеремдә бик күп енәйәт эштәрен асырға, бихисап кешеләргә ярҙам итергә лә тура килде. Араларында оҙаҡ йылдар төрмәлә ултырып сыҡҡан рецидивистар ҙа булды. Тәү сиратта уларҙың һәр береһенә шәхес булараҡ ҡараным, улар ҙа бит кеше. Хөкөм ителеүселәр ҙә үпкәләмәне, һинең эш - тикшереү, беҙҙеке - урлау, ти торғайнылар ҡайһы берҙәре. Ҡулға алыныусыларҙың барыһын да бер епкә теҙеп булмай, улар араһында енәйәт ҡылғандары ла, яңғылыш эләккәндәре лә була.

- Һеҙ эшләгән йылдарҙа ниндәй енәйәттәр йышыраҡ булды?

- Ул ваҡытта күберәк урлау, талау күп ине. Магазиндарҙа талон ваҡыты булған саҡ. “Ҡыҙыл шар”ҙа (Зәк-Ишмәттә) совхоз контораһын таланылар. Морапталда идара ҡарауылсыһын атҡан осраҡтар ҙа булды. Шулай уҡ Таймаҫ, Шәбағышта ла талау осраҡтары осраны. 90-сы йылдарҙа урлашыу-талау ныҡ артты.

- Был аҙымға кеше астан үлмәҫ өсөн барғандыр, ауыр йылдар ине бит?

- Шулай инде. Халыҡ тормош яҡшы булғандан уғрылыҡҡа бармай. Улар тамаҡ байына, ас ҡалмаҫ өсөн урлашты. Әгәр балаларыңа ашарға аҙыҡ, кейеренә кейем булмаһа, әҙәм балаһы закон хаҡында уйлап ултырмай. Был тәбиғәт буйынса шулай, бала ла бит тыуғас та ҡысҡырып илай, ашарға һорай.

- Кемделер бер тоҡ ашлыҡ урлаған өсөн дә язаға тарттыралар, ә миллиондар урлағандарға бер нәмә лә булмай.

-Иң тәүҙә хөкүмәт халыҡтың ышанысын аҡларға тейеш, бында дәүләттең дә яуаплылығы булырға тейеш. Мин эшләгән осорҙа Миәкә районында берәү бесән урлаған. Мин был әҙәмде иркенән мәхрүм итмәгеҙ, тинем. Әйткәнемә ҡолаҡ һалманылар, уны суд бер йылға иркенән мәхрүм итте. Һөҙөмтәлә, өйҙәге балалары ас ҡалды, улар яфа сикте.

Планды ярлы-ябаға арҡаһында үтәп ултырыусылар күбәйҙе хәҙер хоҡуҡ һаҡлау органдарында. Улар үҙ эштәрен шулай күрһәтәләр, шуға күңелем әсенә минең.

Бына әле Мәскәүҙә лә йыш булырға тура килә, сағыштырып әйткәндә, бар аҡса Мәскәүҙә генә йыйыла. Дөрөҫ түгел был, күпме заводтар юҡҡа сыҡты, кемдер уны бушҡа тиерлек алды. Ҡайһы бер олигархтар көнөнә миллион һум аҡса алып эшләй, ә кем өсөндөр 15 мең һум да ҙур аҡса.

Мәскәүҙә лә төрлө халыҡ бар. Уртаса хәлле, байҙар һәм ярлылар. Унда төҙөлөш кеүек эштә тамыры менән Мәскәүҙә йәшәүселәр үҙҙәре эшләмәй. Ә ундай эштә беҙҙең халыҡтар эшләй, ситтән килгәндәр. Улар, айына 70 мең һум алһа, айына ҡыуана, ә мәскәүҙәр өсөн ул аҡса аҡса ла түгел.

- Беҙҙә эш юҡ бит, ә ғаиләне ашатыр кәрәк, шуға ситкә сығып китеүселәр һаны йылдан-йыл күбәйә лә инде.

- Башҡорт ғүмере буйы ер өсөн һуғышҡан, бөгөн уға ер кәрәкмәй, Себергә сығып китә, балалары атай тәрбиәһе күрмәй үҫәләр, шул арҡала күпме ғаиләләр тарҡала. Хәҙер йәштәргә ауыр. Элек эшләһәң, фатирын бирерҙәр ине. Эсеп эләкһәң, фатирға торған сиратты артҡа шылдырыр булдылар. Был да бит үҙенә күрә бер тәрбиә сараһы булған. Тырышып эшләү, йәшәүгә ынтылыш бар ине. Хәҙер булған заводтарҙы ябып бөттөләр, колхоздар ҡалманы.

- Бына бит һеҙ ҙә ерҙән айырыла алмайһығыҙ. 80 йәш тула үҙегеҙгә, ә һаман гөрләтеп баҡса үҫтерәһегеҙ?

- Эйе, мин үҙ ҡулым менән үҙ еремдә үҫтергән йәшелсәләрҙе ашарға яратам. Магазинда һатып алған картуф йә башҡа йәшелсә-емеште йәнем һөймәй, улар сифатһыҙ ҙа, тәмһеҙ ҙә. Нишләп мин сит ерҙән килгән аҙыҡты һатып алып, уларҙың иҡтисадын күтәрергә ярҙам итәйем, ти.

- Тимәк, һеҙ йәйен ҡайтып баҡса үҫтерәһегеҙ, ә ҡышын Мәскәүгә осаһығыҙ?

- Ерһеҙ тора алмайым, яҙ башланыу менән, ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙе эйәртеп бында баҡса ултыртырға ҡайтабыҙ, ә ҡышын инде, олатай-өләсәй булараҡ, ейән-ейәнсәрҙәрҙе ҡарашырға барабыҙ. Тормош иптәшем Рима был яҡтарҙыҡы, уның менән беҙ Миәкәлә таныштыҡ. Бында санэпидемстанцияла бухгалтер булып эшләне. Хәҙер бар көсөбөҙҙө, иғтибарыбыҙҙы балаларыбыҙға бирәбеҙ. Улар бәхетле икән, беҙ ҙә бәхетле.


Читайте нас: