Все новости
Юбилейҙар
5 Января 2019, 12:25

ДАН АРТЫНАН ҠЫУМАНЫ

Ошо көндәрҙә Иҫке Отрада ауылында йәшәүсе, үҙенең 75 йәшлек юбилейын билдәләгән атайыбыҙ Рәис Әбдрәхим улы Ишмөхәмәтовтың тормош юлы оло бер китап яҙырлыҡ. Бай һәм фәһемле ғүмер юлы үткән, арҡа терәрлек шәхес ул!

Ошо көндәрҙә Иҫке Отрада ауылында йәшәүсе, үҙенең 75 йәшлек юбилейын билдәләгән атайыбыҙ Рәис Әбдрәхим улы Ишмөхәмәтовтың тормош юлы оло бер китап яҙырлыҡ. Бай һәм фәһемле ғүмер юлы үткән, арҡа терәрлек шәхес ул!


Рәис Әбдрәхим улы 1944 йылдың 10 ғинуарында Аҡһары ауылында Бибиямал һәм Әбдрәхим Ишмөхәмәтовтарҙың крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Уның бала сағы һуғыштан һуңғы ауыр осорға тура килә, ләкин ауырлыҡтарға ҡарамайынса, атайыбыҙ тырышып белем ала. Башланғыс мәктәпте Рәис Әбдрәхим улы 1955 йылда Аҡһары ауылында тамамлай. Һуңынан Аҡһары ауылынан 5 км аралыҡта ятҡан Разномойка ауылында уҡыуын дауам итә. Ике йыл уҡығас, Мораптал урта мәктәбенә уҡырға күсә. Мораптал мәктәбендә комсомол ойошмаһын етәкләй, уны интернаттың һәм мәктәптең старостаһы итеп һайлайҙар. 1962 йылда мәктәпте рус теленән булған бер “4”-ле билдәһе һәм ҡалған предметтарҙан тик “5”-ле билдәһенә тамамлай. Документтарын ул медицина институтына тапшыра, ләкин һаулығы яғынан үтә алмай. Имтихандар тапшырыу ваҡыты бөттө, ни эшләргә? Рәис күңелен төшөрмәй, БДУ-ға физика-математика факультетына ирекле тыңлаусы булып бара. Стипендия һәм дөйөм ятаҡһыҙ бер ай уҡығандан һуң, документтарын алып ҡайтып китә. Ҡайтышлай Ермолаевола поездан төшөп ҡалып, РОНОға кереп эш һорай. РОНО етәксеһе Исмәғилев, аттестатын ҡарағас, һигеҙ йыллыҡ Зәк –Ишмәт мәктәбенә йүнәлеш буйынса эшкә ебәрә. Шулай итеп, 18 йәшлек егет хеҙмәт юлын уҡытыусы булараҡ башлай. Төрлө предметтарҙан уҡыта – физика, математика, рус теле һәм музыка дәрестәренән. 1963 йылда Рәис Башҡортостан ауыл хужалығы институтының механизация факультетына уҡырға инә. 1964 – 1967 йылдарҙа Совет армияһының сик буйы ғәскәрендә хеҙмәт иткәс, үҙенең институтында уҡыуын дауам итә. 5-се курстың уҡыу башында 1970 йылдың көҙөндә Төйлөгән районының Аллабирҙе ауылынан Зәйтүнә исемле һылыуҙы кәләш итеп ала. 1971 йылда йәш белгестең (инженер-механик) тәүге аҙымдары Көйөргәҙе районында “Дружба” колхозында башлана. Ике йылдан һуң баш инженер итеп ҡуялар, 1982 йылға тиклем шул вазифаны башҡара. 1983 йылдың көҙөндә Отрада урта мәктәбенә технология уҡытыусыһы булып эшкә килә. Яңы һөнәр өҫтәмә белемгә эйә булыуҙы талап итә, шулай итеп, өс бала атаһы Рәис Әбдрәхим улы Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы педагогия институтына яңынан студент булып китә һәм уны уңышлы тамамлай. Әлбиттә, ғаиләһе ныҡ ярҙам итә. Ауыл механизаторҙары ҡулдары бөтә ерҙә етешмәй, шуға күрә, Отрада урта мәктәбендә Рәис Әбдрәхим улы тракторсылар әҙерләү курсын ойоштора. Күп кенә егеттәр, ауылдан ситкә китмәйенсә, тракторсы һөнәрен үҙләштереп дәүләт танытмаһы алалар. Оҙаҡ йылдар технология уҡытыусыларының район метод ойошмаһы етәксеһе була. Эшеңдә атайыбыҙҙы һәр ваҡыт тоғролоҡ, юғары ойоштороу һәләте, намыҫ кеүек сифаттар биҙәп торҙо. Рәис Әбдрәхим улы бер ҡасан да дан артынан ҡыумай. Колхозда ла, мәктәптә лә намыҫлы эшләй. 2004 йылда атайыбыҙ хаҡлы ялға сыға, уның күп йыллыҡ хеҙмәте “РБ мәғариф алдынғыһы” тигән билдәһе һәм грамоталар менән билдәләнә. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, атайыбыҙ йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, ауыл старостаһы булып, туғандарына ғына түгел, ауылдаштарына ла үҙенең кәңәштәре менән ярҙам итә. Туған йәнле булараҡ, ҡәрҙәштәрен бергә йыйып, кәңәшләшергә ярата. Үткән йәй үҙенең тыуған ауылы Аҡһарыла “Шәжәрә байрамы” үткәреү сараларын башлап ойоштороуҙы үҙ өҫтөнә алды һәм Хәмитовтар нәҫелен (Рәис Әбдрәхим улының әсәһенең ҡыҙ фамилияһы) табынға йыйҙы. Район матбуғатында көнүҙәк, фәһемле мәҡәләләре менән сығыш яһай.

Ғүмер көҙөндә юбиляр бәхетле атай, олатай булып аяҡ баҫты. Зәйтүнә Әбүбәкир ҡыҙы менән бергә бер ул һәм ике ҡыҙ үҫтерәләр. Илдус улдары Йошкар-Ола ҡалаһында хәрби заводта, өлкән ҡыҙҙары Розалия, медицина өлкәһендә, Сургутта йәшәй, кесе ҡыҙҙары Юлиә Өфөлә тарих уҡытыусыһы булып эшләй. Балаларға матур тәрбиә, юғары белем биреп, хәҙер ейәндәр бағып, туғандарының хөрмәтенә төрөнөп, күптәргә үрнәк, күркәм ғаилә булып матур донъя көтәләр. Өлкән ейәне Марат хәҙер ҙур инде, университетты ҡыҙыл дипломға тамамлап, инженер-программист булып эшләй.
Читайте нас: