Все новости
Юбилейҙар
11 Января 2019, 11:49

ҺАЙЛАҒАН ҺӨНӘРЕНӘ ТОҒРО ҠАЛДЫ

Ошо көндәрҙә Күмертау ҡалаһындағы билдәле, абруйлы табиптарыбыҙҙың береһе, ир уҙаманы Радик Ғайса улы Ярышев 70 йәшлек юбилейын билдәләй.

Ошо көндәрҙә Күмертау ҡалаһындағы билдәле, абруйлы табиптарыбыҙҙың береһе, ир уҙаманы Радик Ғайса улы Ярышев 70 йәшлек юбилейын билдәләй.


Ул 1949 йылдың 12 ғинуарында Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районы Һолтанбай ауылында донъяға килә. Мәктәп йылдарынан уҡ табип булырға хыялланған ауыл малайы Сибай медицина училищеһына уҡырға инә һәм уны 1969 йылда фельдшер һөнәре буйынса уңышлы тамамлай. Шул уҡ йылда әрме сафына алына. 1971 йылда хәрби хеҙмәтен башҡарып ҡайтыу менән, күп уйлап тормайынса, Башҡорт дәүләт медицина институтының дауалау эше факультетына уҡырға инә.

Студент йылдары - йәштәрҙең, һөнәр, белем алыуға ынтылыштары менән бер рәттән, мөхәббәт тәьҫирендә дәртләнеп, хыялланып йәшәү осоро ла. Бына ошондай дәртле студент йылдарында Радик Ярышев үҙе менән бер институтта уҡыған Рауза исемле сибәр ҡыҙға ғашиҡ була. Мөхәббәт үҙенекен итә - улар өйләнешеп бергә йәшәй башлайҙар. 1977 йылда юғары белемле табиптар ғаиләһе йүнәлтмә буйынса Күмертау ҡалаһына килә һәм берләштерелгән үҙәк дауахана поликлиникаһында хеҙмәт юлдарын башлай.

Һуңғараҡ Күмертау туберкулезды дауалау диспансерына эшкә күсерәләр. Был медицина учреждениеһында Рауза Ғәйнулла ҡыҙы баш табип булып эшләй. Ә Радик Ғайса улы - табип-фтизиатор. Улар хаҡлы ялға сыҡҡас та яуаплы һәм шул уҡ ваҡытта ҙур маҡтауға лайыҡлы - медицина ярҙамына мохтаж булған - кешеләрҙе дауалау эштәрен оҙаҡ йылдар дауам итәләр. Әлеге ваҡытта Рауза Ғәйнулла ҡыҙы хаҡлы ялда, ғаилә хәстәрлектәре менән мәшғүл. Ә Радик Ғайса улы был яуаплы эшенән айырылғаны юҡ, үҙенең медицина өлкәһендәге тәжрибәһен кешеләрҙең һаулығын яҡшыртыу өсөн ихлас ҡулланып, дауаланған кешеләрҙән бихисап рәхмәттәр алып эшләп йөрөй.

Был табиптар ғаиләһе үҙҙәренең һоҡланғыс матур, татыу йәшәү ғүмерҙәре осоронда өс ул үҫтереп, уҡытып, ғаиләле итеп оло ғүмер юлына баҫтыралар. Хәҙер уларҙың һәр береһенең үҙ тормоштары, ата-әсәләрен ҡыуандырып 3 ейән һәм 2 ейәнсәр үҫтерәләр. Радик Ғайса улы менән Рауза Ғәйнулла ҡыҙы үҙҙәре төҙөп сыҡҡан ҙур, матур йортта ҡыуаныслы ғүмер кисерәләр. Һәр ялда балалары, ейән-ейәнсәрҙәре киләләр, мәшәҡәтле йорт эштәрен башҡарыуҙа ярҙам итәләр. Бындай саҡта йорт эсе шатлыҡлы һөйләшеү, көлөшөү тауыштарына тула. Атай-әсәйҙәр өсөн балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең матур йәшәүҙәренә шатланыуҙан да ҙур бәхет юҡтыр ул.

Радик Ғайса улы ял ваҡыттарында һис кенә лә тик ултырмай, уның ҡулынан килмәгән эш юҡ. Бик матур итеп баҡса үҫтерәләр, баҡса тулы күҙҙең яуын алып торған төрлө-төрлө сәскәләр, еләк-емештең ниндәйе генә юҡ. Ул үҙенең автомашинаһын ғына төҙөк хәлдә тотоп ҡалмай, ә улдарыныҡын да ремонтлап бирә. Йорт-ҡуралағы ҡулланыу техникаһын да үҙе ремонтлай, ә ҡайһы берҙәрен үҙе яһап, эшкә ебәрә. Туғандарына, күршеләренә, дуҫ-иштәренә лә бик ярҙамсыл кеше ул.

Уҙаманыбыҙ үҙенең күркәм юбилейын Республика клиник туберкулезға ҡаршы диспансеры дәүләт һаулыҡ һаҡлау бюджет учреждениеһының Почет грамотаһына, Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булып ҡаршылай.

Матур юбилейы менән ҡайнар ҡотлап, Радик Ғайса улына бәхетле оҙон ғүмер теләйһе генә ҡала.
Читайте нас: