Все новости
Юбилейҙар
11 Января 2019, 11:58

ИЗГЕ КЕШЕ

Мәҡәләм Ҡотлоюл ауылында үҫкән һәм ошонда уҡ тормош кисергән 80 йәшлек Марс Ғәйзулла улы Боҫҡанов тураһында булыр.

Мәҡәләм Ҡотлоюл ауылында үҫкән һәм ошонда уҡ тормош кисергән 80 йәшлек Марс Ғәйзулла улы Боҫҡанов тураһында булыр.


Марс ағай 1939 йылдың 10 ғинуарында Фәтихә инәй менән Ғәйзулла ағайҙың алтынсы балаһы булып донъяға килә. Уның атаһы алдынғы ҡарашлы, белемле кеше була. Марс ағай Таймаҫ ауылында донъяға килә, сөнки ул ваҡытта атаһы Таймаҫта уҡытыусы булып эшләй һәм улар шунда йәшәгән була. Һуғыш башланғас, Ғәйзулла ағайҙы Ермолаевоға зооветтехникумға директор итеп күсерәләр һәм шунда эшләп йөрөгән еренән трудармияға алына. Марс ағайҙың иң өлкән ағаһы Рәшит ағай Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була. Рәшит ағайҙың фотоһы өйҙәренең түрендә тора торғайны. Фәтихә инәй: «Мин үлһәм, Рәшитемде иҫкә алыусы ла булмаҫ инде», - тип, фотоһона ҡарап, моңһоулана торған ине. Рәшит ағай егет ҡоронда ғына, өйләнмәгән килеш һуғышҡа киткән булған.

Марс ағай әсәһе, Тәскирә, Шәүрә, Клара апалары һәм Маркс ағаһы менән үҫә. «Атайымды хәтерләмәйем, 1942 йыл ауырып ятҡанын ғына белгән һымаҡмын», - тип иҫләй ул.

10-сы синыфты Яҡшымбәт урта мәктәбендә тамамлай. Маяҡ ауылында механизация мәктәбе курсында уҡып, механизатор булып эшләп йөрөй. Хәрби комиссариаттан хәрби билет та бирәләр.

Урта Бабалар ауылы ҡыҙы, һөйкөмлө, уңған, үҙенә генә оҡшап торған Ира Ғөбәй ҡыҙына өйләнә ул һәм бик матур итеп йәшәп китәләр. Тәү мәлдә ағаһы Маркс, еңгәһе Таңһылыу, әсәһе бер өйҙә йәшәйҙәр. Өйләнгәс, әсәһен ҡарарға килен бар, тип военкоматҡа саҡыртып алып, Марс ағайҙы армия сафына алалар. 1963-1966 йылдарҙа хеҙмәт иткән мәлдә шофер курсына уҡып ала. Өс йыл Фәтихә инәй менән Ира апай бик татыу йәшәйҙәр. Армия сафынан ҡайтҡас, тракторсы, шофер, тракторсылар бригадиры һәм пенсияға сыҡҡансы механизатор һөнәре буйынса эшләй. Уның хеҙмәте күп наградалар менән баһалана.

Марс ағай бик изгелекле кеше. Ира апай менән ике яҡтан да туғандарын бер үк күреп йәшәнеләр. Уларҙан бер ҡасан ҡунаҡ өҙөлмәне. Апайҙары, ҡәйнештәре һәр ваҡыт уларҙа ҡунаҡ булып та, хәл белеп тә килеп йөрөнөләр. Марс ағай менән Ира апай мул йәшәнеләр, донъялары бөтөн һәм һәр саҡ бөхтә булды.

Мин медицина хеҙмәткәре булараҡ, шофер булып эшләгән сағында Марс ағайға һәр ваҡыт мөрәжәғәт итә инем. Ни өсөн тигәндә, ауылда бер генә йөк машинаһы. Ул үтенесте бер ваҡытта ла кире ҡаҡманы. Көнө буйы эштә була, ә төндә минең ауырыуҙарымды Ермолаевоға алып бара торғайны. Ира апай ҙа: «Ул эштән арып ҡайтҡан бит», - тип кире ҡаҡманы. Һуңынан үҙенә еңел машина алғас та беҙҙе ярҙамынан ташламаны. Шуға ла ауыл халҡы Марс ағайҙы хөрмәт итә. Ул Ҡотлоюл ауылының хөрмәтле кешеһе. Бигерәк туған йәнле кеше ул — Марс ағай.

Тормош бит ул һәр саҡ ыңғай ғына бармай. Маркс ағаһы менән Таңһылыу еңгәһе вафат булғас, 6 бала етем ҡала. Марс ағай шул 6 баланы бер кемгә лә бирмәй, үҙенә алып ҡайта. Ира апай менән бергәләп уларҙы тәрбиәләп, белем биреп, туйҙар яһап, оло юлға оҙаталар. Ул балалар хәҙер үҙҙәре олатай-өләсәй инде. Изгелек ерҙә ятып ҡалмай, тиҙәр бит, хәҙер үҙе үҫтергән туғандарының хөрмәтен күреп йәшәй. Ира апайҙың баҡыйлыҡҡа күскәненә 2 йыл инде.

Марс ағай ошо көндәрҙә туғандарын, дуҫ-иштәрен йыйып, 80 йәшлек юбилейын билдәләй. Ул һаман да шулай уҡ дәртле һәм етеҙ.

Марс ағайҙы беҙ ҙә ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ. Һаулыҡ, бәхетле ғүмер теләйбеҙ. Йөҙөңдән гелән шулай көләслек китмәһен. Болотло көндә лә: «Көндәр аяҙ тора», тип әйтә торған инең. Көндәрең һәр саҡ аяҙ, ә ғүмерҙәрең оҙон, бәрәкәтле булһын! Рәхмәт һиңә барыһы өсөн дә!
Читайте нас: