Все новости
Юбилейҙар
15 Января 2019, 12:49

БӘХЕТТӘРЕ НИГЕҘЕ - ТАТЫУЛЫҠТА

Татыулыҡтың сере бер-береңде ҡәҙер итеүҙән киләлер. Оҙаҡ йылдар тиң ғүмер иткән ғаиләләр һәр саҡ һоҡланыу тойғоһо уята. Яҡшымбәт ауылында ла 60 йыл бергә ғаилә усағын һүндермәй, татыу ғүмер иткән матур ғаилә йәшәй – Лена һәм Әхтәм Исламғоловтар улар.

Татыулыҡтың сере бер-береңде ҡәҙер итеүҙән киләлер. Оҙаҡ йылдар тиң ғүмер иткән ғаиләләр һәр саҡ һоҡланыу тойғоһо уята. Яҡшымбәт ауылында ла 60 йыл бергә ғаилә усағын һүндермәй, татыу ғүмер иткән матур ғаилә йәшәй – Лена һәм Әхтәм Исламғоловтар улар.


- Тигеҙ ғүмер итеп ҡартайыуға ни етә! Оҙайлы ғүмер йылдарында төрлөһөн кисерҙек, төрлө ваҡыттар булды инде, әммә икең татыу булғас, тормош ауырлығы әллә ни һиҙелмәне. Лена менән танышҡан сағым әле лә бөгөнгөләй иҫтә. Дәүләкән районы ҡыҙы ул. Өфөлә университетта уҡытыусылыҡ һөнәренә диплом алғас, 1956 йылда йүнәлтмә буйынса Көйөргәҙе районына ебәргәндәр үҙен. Яҡшымбәттә уҡыта башлағанында мин әрме хеҙмәтендә инем. Аҙаҡ, һалдат бурысын үтәп ҡайтҡас, үҙенә күҙ һалдым. Бер күрҙем дә ғашиҡ булдым. 1959 йылдың 1 ғинуарында яҙылышып та ҡуйҙыҡ, - ти Әхәт бабай.

Лена апайҙың да хәтирәләре яңырып китте.

- Килә һалғас, бында миңә Яҡшымбәт бөтөнләй оҡшаманы. Бәләкәй генә ине мин килгәндә, хәҙер тыуған ауылымдай яҡын күрәм, - ти ул.

Лена Барый ҡыҙы 36 йыл буйы Яҡшымбәт мәктәбендә уҡытҡан. Үҙ эшен яратып башҡарған ул. 20 йылын мәктәп директоры урынбаҫары вазифаһын башҡарған. Тынғыһыҙ мөғәллимә хаҡлы ялға сыҡҡас та тик ултырмай, ауылда ветерандар советы рәйесе булып эшләгән. Әхтәм Хәйбулла улы ла мәктәптә 25 йыл физкультура һәм хеҙмәт дәрестәрен алып бара. Хаҡлы ялға сыҡҡас ул “Искра” ауыл хужалығында газовик булып эшен дауам итә.

- Элек мәктәптә балалар күп ине. 700-750 бала. Рус, башҡорт кластарын ике сменала параллель уҡыттыҡ. Иртәнән кискә тиклем эштә йөрөнөк. Етмәһә, балалар менән өҫтәмә лә шөғөлләнә торғайныҡ. Ул саҡта уҡытыусылар ныҡ талапсан булды, эштәренә бирелеп китеп эшләнеләр. Хәҙер балалар аҙ, беҙҙә ана 130 ғына бала уҡып йөрөй. Уҡытыусылар ҙа ярты көн генә эшләйҙәр ҙә ҡайтып китәләр.

Ауылыбыҙҙа мәктәп етәкселеге хаҡлы ялдағы уҡытыусыларҙы онотмай. Уҡытыусылар көнөнә йыл да ветерандарын саҡырып, ҡотлайҙар. Шул саҡта хәҙерге йәш уҡытыусыларға үҙебеҙҙең кәңәштәрҙе әйтәбеҙ, өгөт-нәсихәт тә уҡыйбыҙ. Бик һағынам эшләгән саҡтарымды. Хәҙер булһа шул саҡтар, тағы ла нығыраҡ тырышып эшләр инем. Балаларҙы ныҡ яраттым, улар ҙа беҙҙе хөрмәт итте. Эшләүе лә күңелле була торғайны. Сынтимер Баязитов, Фирҙәт Ғәлиев, Яҡшымбәттәге әлеге мәктәп директоры Гөлнур Аҡһарова һәм бик күптәр минең уҡыусыларым. Исемдәре илгә билдәле, яуаплы вазифалар биләйҙәр. Һәр береһе юғары белем алырға тырышты, ҡайҙа ғына эшләмәһендәр барыһын да хөрмәт итәләр”, - ти Лена инәй.

Эшенә күрә баһалары ла күп Лена Барый ҡыҙының. Ул Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең мәғариф отличнигы, фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Рәхмәт хаттары, Почет грамоталары ла бихисап. Хеҙмәт ветераны тигән маҡтаулы исемгә лә лайыҡ ул.

Йәшәлгән ғүмергә бер ҙә үкенмәй улар.

- Донъяны лайыҡлы көтөргә тырыштыҡ. 60 йыл бергәбеҙ, бер-беребеҙҙе тыңлап, ихтирам итеп йәшәнек. Өс балаға ғүмер бүләк иттек. Балаларҙы кеше итеү үҙе ҙур эш, оло бер ҡыуаныс. Атай-әсәй бурысын үтәнек, - ти Исламғоловтар.

Ҙур ҡыҙҙары Гүзәл Өфөлә табип, уртансы улдары Әхәт район Советы секретары, кесе ҡыҙҙары Лилиә лә баш ҡалала төпләнгән, ул мәғариф министрлығында иҡтисадсы булып эшләй. - Аллаға шөкөр, балаларыбыҙ аҡыллы. Барыһы ла юғары белем алдылар. Ете ейән-ейәнсәребеҙ бар, улар ҙа юғары уҡыу йорттарында уҡып сыҡты, - тип һөйөнә улар.

Ғүмерҙәрен хеҙмәткә бағышлаған Исламғоловтар әле лә тынғыһыҙҙар. Йәй буйы йорт тултырып ҡош-ҡорт аҫрайҙар, баҡса тултырып йәшелсә, емеш-еләк үҫтерәләр.

- Хәҙерге йәштәргә бер-береһенә тоғро булһындар, тип әйтер инек. Иң мөһиме ғаилә ҡорғанда түҙемлелек һәм сабырлыҡ. Тормош булғас төрлө хәлдәр була, шул саҡта инде бер-береңә юл ҡуйырға, хөрмәт итә белергә кәрәк, ә ҡалғаны үҙенән-үҙе яйлана ул, - тиҙәр Исламғоловтар.

Ысынлап та, 60 йыл буйы бергә йәшәү - үҙе бер тарих. Балаларына ғына түгел, ауылдаштарына ла фәһем алырға кәрәктер ошондай күркәм ғаиләләрҙән.

- Балаларыбыҙ үҙ-ара татыу, илгә кәрәкле кешеләр, шуға ҡыуанабыҙ. Тимәк, ғүмеребеҙ бушҡа үтмәгән, - ти Лена инәй.
Читайте нас: