Бөгөн ғалим-офтальмолог, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы, медицина фәндәре докторы, профессор, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған табибы, РФ-ның һәм БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, С.Юлаев ордены кавалеры һәм башҡа бик күп юғары наградаларға эйә булған Марат Талғат улы Аҙнабаев 80 йәшлек юбилейын билдәләй. Шул уңайҙан, «Юшатыр» гәзите данлыҡлы яҡташыбыҙ менән әңгәмә тәҡдим итә.
- Марат Талғат улы, оло юбилейығыҙҙы ниндәй уй-кисерештәр, пландар менән ҡаршы алаһығыҙ?
- 80 йәшем тулһа ла, әле һаман да үҙемдең яратҡан эшемдә эшләп йөрөйөм. 24 йылға яҡын Медицина университетында кафедра мөдире, бер үк ваҡытта Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты директоры булдым. Кафедраны улыма тапшырҙым да, әлеге көндә студенттарға лекциялар уҡыйым. Шулай уҡ 2 докторантым бар. Улар менән бергә докторлыҡ диссертацияһы өҫтөндә эшләйбеҙ. Әйткәндәй, докторанттарымдың береһе Көйөргәҙе ҡыҙы — Гөлнара Азаматова. 2017 йылда минең тормош һәм хеҙмәт юлым хаҡында «Народный доктор» тип аталған Эльза Исҡужинаның китабы сыҡты. Унда минең тормош һикәлтәләре лә, шатлыҡ-ҡыуаныстары ла тулы формала бирелгән.
- Тыуған яҡтарығыҙға йыш ҡайтып йөрөйһөгөҙмө? Яҡташтар менән бәйләнеш тотаһығыҙмы?
- Һәр кемде лә тыуған яҡтар һәр саҡ үҙенә тартып тора. Мин дә, саҡ ҡына бушыраҡ ваҡытым тура килһә, үҙем тыуып-үҫкән яҡтарға ашҡынып ҡайтам. Әле бына яңыраҡ ҡына, ғинуар башында, яҡташым, Ҡотлоюл ауылынан Марс Ғәйзулла улы Боҫҡановтың 80 йәшлек юбилейын билдәләргә ҡайтып килдем. Ауылға ҡайтһаҡ, ялан-ҡырҙарға сығабыҙ. Мылтыҡ аҫып, саңғыла ҡуян, төлкө артынан йүгерәбеҙ, ҡыуып етеп булмай. Беҙгә уларҙы тотоу ҙа мотлаҡ түгел. Саф һауала, бала саҡтарҙа уйнап-үҫкән һуҡмаҡтар буйлап гиҙеү — тәнгә лә, йәнгә лә әйтеп бөтә алмаҫлыҡ рәхәтлек бирә. Ул үҙенә күрә бер дауа. Яҡшымбәттә мин атайым нигеҙенә яңынан йорт һалдым. Ул мәсеткә ҡаршы ғына тора. Ауылда бер туғандар булмаһа ла, 2-3 туғандар күп. Ғөмүмән әйткәндә, ауылда туған булмаған кеше юҡ. Ауылдаштарымды яратам, хөрмәт итәм. Яҡшымбәттә бигерәк тә яҡшы, татыу халыҡ йәшәй бит ул. Мәҙәниәт өлкәһендә лә улар алдынғылар рәтендә. Халыҡҡа эш бар. Райондың эре хужалыҡтарының береһе — «Искра» хужалығы уңышлы эшләй. Фермерҙар ҙа тырыша. Шөкөр, баҫыуҙарыбыҙ буш ятмай, сәсәләр, уралар. Ауылға бөтөнләйе менән күсенеп йәшәргә теләк ҙур ҙа ул, әммә фән кешеһе булараҡ, бер ҙә генә эшемде һәм үҙемдең уҡыусыларымды ташлап китә алмайым.
- Тыуған яғығыҙҙың, ғөмүмән, республиканың ниндәй проблемалары борсоуға һала?
- Тыуған яғыма килгәндә инде, иң борсоғаны — юл мәсьәләһе. Яҡшымбәт — ҙур ауыл. Шуға күрә ауылға хәтлем асфальт юл бик кәрәк. Күп тә арауыҡ түгел, 17-18 километрҙы йыл да 4-5 км һалһалар ҙа, яйлап төҙөп бөтәсәктәр. Ошо мәсьәлә буйынса депутаттар шөғөлләнһен ине. Мин үҙем депутат булған саҡта 7 мәктәп һалдырттым. Шул йылдарҙа Яҡшымбәт ауылына ла иң яҡшы проект буйынса мәктәп төҙөттөм. Мәктәбебеҙ әле һаман да әллә ҡайҙан балҡып тора. Ауылда газ юҡ ине, шуға күрә ул
проблема менән дә шөғөлләнергә тура килде. Ауылдарҙы бөтөрмәй, һаҡлап алып ҡалыр кәрәк. Ә ауылды һаҡлап ҡалыр өсөн күберәк эре хужалыҡтар булдырыу мотлаҡ. Ҡасандыр гөрләп торған «Көйөргәҙе», «Мораптал» совхоздары бөттө. Коллектив хужалыҡ күп осраҡта отошлораҡ, тип әйтер инем. Эре хужалыҡ бар икән, мәктәп тә, башҡа учреждениелар ҙа ҡараулы була. Тағы ла ауылдар бөтмәһен өсөн мәктәптәрҙе һаҡлап алып ҡалырға кәрәк. Хәҙер күптәр балаларын ҡалаларға уҡырға ебәрәләр. Шунан һуң ауылда уҡытырға бала юҡ тип, мәктәптәр ябыла. Бына беҙ үҙебеҙ Яҡшымбәт мәктәбендә уҡыныҡ. Кеше булырға, ошо дәрәжәгә етергә миңә тыуған ауылымда алған белем кимәле лә етте, тип ғорур әйтә алам. Уҡырға, кеше булырға теләгән кеше ҡайҙа уҡыһа ла, үҙенең маҡсатына ирешәсәк. Мәктәптәребеҙҙең дәрәжәһен күтәрергә кәрәк.
Телгә ҡарата һөжүм бара. Туған телгә битараф булырға ярамай. Башҡорт телен мәктәптән ҡыуып тигәндәй сығарҙылар. Был бер ниндәй законға һыймай. Бына беҙ мәктәптә 10 йыл башҡортса уҡыныҡ. Бер кемдән дә кәм түгелбеҙ бит. Татар теле лә шундай уҡ хәлдә. Туған телдәрҙе уҡытыуҙы 1-2 сәғәткә ҡалдырҙылар. Үҙебеҙҙең телде үҙебеҙ яҡламаһаҡ, кем яҡлар? Был проблеманы һәр бер ерҙә күтәрергә кәрәк, колхоз кимәлендә лә, фәнни кимәлдә лә.
Ғөмүмән әйткәндә, ауылдың киләсәге хаҡында күп уйланам. Күберәк кооперативтар ойошторорға кәрәк ине. Шул саҡта ғына алға китеш булыр ине. Сеймал һатып ҡына алға китеп булмай. Күберәк эшкәртеү менән шөғөлләнеү яҡшы булыр ине. Арзанға ғына бойҙайҙы һатҡансы, уны онға әйләндереп һатһаң, күпкә отошлораҡ була бит. Ә икмәккә әйләндерһәң, табыш тағы ла артасаҡ. Шулай уҡ көнбағыш көйөнсә һатҡансы, май һығып һатырға була. Бына беҙ үҙебеҙ ҙә күҙгә ҡуя торған линзаларҙы сит илдән һатып алһаҡ, бигерәк ныҡ ҡыйбатҡа төшә. Шуға күрә беҙ уның эшләү технологияһын
өйрәнеп, бындай линзаларҙы үҙебеҙ етештерәбеҙ.
Ауылдың киләсәге бар. Уйлап ҡараһаң, беҙҙең атай-олатайҙарыбыҙға йәшәүе еңел булғанмы ни? Әле беҙҙә хәлдәр ул хәтлем катастрофик түгел. Эшләргә, тырышырға кәрәк. «Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан», - тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр бит. Аҡса күктән төшмәй. Ул тырыштарҙы, тәүәккәлдәрҙе ярата.
- Күҙ ауырыуҙарына килгәндә, элекке һәм хәҙерге замандарҙы сағыштырып ҡараһаҡ, ниндәй ауырыуҙар күбәйҙе?
- Глаукома, йәғни ҡара һыу сире күбәйҙе. Элек ул хәтлем булмай торғайны. Был сир күбеһенсә оло йәштәгеләрҙә осрай. Ни өсөн тиһегеҙме? Беҙ әлеге тормошҡа нисек кенә зарланһаҡ та, кешеләр хәҙер барыбер оҙағыраҡ йәшәй башланы. Оҙаҡ йәшәгән һайын, күҙҙең туҡланыуы ла кәмей бара. Шулай уҡ был күҙ ауырыуы барлыҡҡа килеүгә хәҙерге замандағы туҡланыу ҙа тәьҫир итмәй ҡалмай. Әле магазиндарҙа тәбиғи аҙыҡ-түлек табырмын тимә. Һәр нәмәгә лә химия ҡушылған. Аҙыҡ-түлек оҙаҡ һаҡланһын тип нимә генә ҡушып бөтмәйҙәр. Ә беҙ шул аҙыҡ менән көн дә туҡланабыҙ. Шулай уҡ күҙҙең селтәр ҡатламының дистрофияһы сире күп. Ауылдарҙағы амбулаторияларҙы ла ҡыҫҡартып бөттөләр бит. Мораптал дауаханаһында ла койкалар әҙәйҙе. Быларҙы киренән тергеҙергә ине. Ауыл халҡына мөрәжәғәт итергә яҡын-тирәлә күҙ табибтары ла юҡ тиерлек. Күмертауҙа 90-сы йылдар аҙағында «Күҙ микрохирургияһы үҙәге» асҡайныҡ. Был эште атҡарып сығырға беҙгә Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтов һәм ул саҡтағы Күмертау ҡала хакимиәте башлығы Сергей Иванович Афонин ныҡ ярҙам иткәйне. Был үҙәккә үҙебеҙҙекеләрҙән башҡа тағы ла яҡын-тирәләге 5 район халҡы йөрөй ине. Әммә уны бөтөрөп ҡуйҙылар, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш офтальмологы ошо үҙәкте һаҡлап ҡалманы. Унда күпме күҙ ауырыуҙарын тикшереү, дауалау ҡоролмалары ла бар ине. Уны ҡайҙа итеп бөттөләр икән? Хәҙер кешеләр Ырымбурға йөрөй, аҡсаларын шунда ҡалдыралар. Катаракта операцияһы ғына 49 мең һум тора. Шулай булғас, әллә күпме аҡса ситкә китә.
- Белеүемсә, ике улығыҙ ҙа һеҙҙең юлдан киткән?
- Эйе, Булат улым медицина университетын тамамлап, офтальмолог һөнәре буйынса эшләй, БДМУ-ла кафедра мөдире, медицина фәндәре докторы. Шулай уҡ «Оптимедсервис» йәмғиәтенең генераль директоры. Улар күҙгә операция эшләй торған ҡоролмалар етештерә. Тимур улым да ағаһы менән бергә ошо өлкәлә хеҙмәт итә. Ҡатыным Лариса Алексеевна филология фәндәре докторы, БДУ-ла уҡыта. Шулай итеп, ғаиләбеҙҙә өс фән докторы бар. Әлеге көндә 6 йәшлек ейәнсәребеҙгә олатай-өләсәй булыу ҡыуанысын кисерәбеҙ.
- Марат Талғат улы, әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. «Юшатыр» гәзите редакцияһы һеҙҙе ысын күңелдән оло юбилейығыҙ менән ҡотлай. Иҫәнлек-һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә именлеге теләй.
- Рәхмәт. Юбилей тигәндә инде, әллә ни зыҡ ҡупмай ғына үткәрергә ине уны. Үҙемдең китаптарым күргәҙмәһен ойошторорға уйлайым. Яҡташтарымды үрҙә әйтелгән үҙем тураһындағы Эльза Исҡужина яҙған китап менән дә таныштырып үтмәксемен. Шулай уҡ Мораптал, Таймаҫ, Яҡшымбәт уҡыусылары менән осрашып, әңгәмәләшергә планлаштырам.