Все новости
Юбилейҙар
5 Февраля 2019, 14:25

ХАЛЫҠ ҺӨЙӨҮЕ – ИҢ ҘУР БАҺА

Элек улай булдымы икән, хәҙер һәр бер кеше бөйөк шәхес, остоҡтай ғына китап сығарҙымы (унда ла ярты китапта үҙенең фотолары), ҡайҙалыр яңғылыш сәхнәгә менеп, бер ике йыр йырланымы, абайламаҫтан бер ике йыл ҙурыраҡ урында эшләп алдымы, бөттө - ул үҙен Пушкин, Шаляпин, Брежнев һымаҡ күрә башлай, саҡ ҡына ҡартая башлауын тоя икән - юбилей тантанаһы таптыра - давай миңә елле итеп мәжлес ойоштороғоҙ, сәхнә тултырып концерт әҙерләгеҙ, күргәҙмә элегеҙ, балаларҙан инша яҙҙырығыҙ...

Элек улай булдымы икән, хәҙер һәр бер кеше бөйөк шәхес, остоҡтай ғына китап сығарҙымы (унда ла ярты китапта үҙенең фотолары), ҡайҙалыр яңғылыш сәхнәгә менеп, бер ике йыр йырланымы, абайламаҫтан бер ике йыл ҙурыраҡ урында эшләп алдымы, бөттө - ул үҙен Пушкин, Шаляпин, Брежнев һымаҡ күрә башлай, саҡ ҡына ҡартая башлауын тоя икән - юбилей тантанаһы таптыра - давай миңә елле итеп мәжлес ойоштороғоҙ, сәхнә тултырып концерт әҙерләгеҙ, күргәҙмә элегеҙ, балаларҙан инша яҙҙырығыҙ...


Оҙаҡ йылдар Республикабыҙҙың тәүге Президенты булған Мортаза Рәхимов был йәһәттән шул тиклем ябай. Күптән түгел Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров уға 85 йәшлек оло юбилейын матур итеп үткәрергә тәҡдим иткән. Ләкин аҡһаҡалыбыҙ ҡаршы төшкән. Ҡайһы бер хәбәрҙар, кешеләр әйтеүенсә, Мортаза Ғөбәйҙулла улы: “ Заманалар бик шәптән түгел, байрам ҡайғыһы юҡ. Ана, Сибай нишләй, шуның менән булыш”, - тигән, йәнәһе, Радий Фәрит улына.

Пугачева концертына әллә нисәмә миллиондар һорап ята, Росгвардия ла концерты өсөн 19 миллион таптырған. Кем кем, Мортаза Рәхимов һис шикһеҙ оло байрамға лайыҡ. Быны бер кем дә инҡар итмәй. Ләкин үҙе бындай тантананан баш тартҡан икән, уның ихтыяры. Әммә беҙ юбилей алдынан Мортаза Рәхимов хаҡында фекерҙәр белештек.

Әхәт Йәүҙәт улы ҠОТЛОӘХМӘТОВ, Көйөргәҙе районы Хакимиәте башлығы:

- Ябайлыҡта – бөйөклөк, тиҙәр бит. Ошо һүҙҙәр Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты Мортаза Рәхимовҡа арналғандай. Ниндәй генә дәрәжә биләһә лә, уның ябайлығы, халыҡсан юморы, тотонған эшен аҙағына ҡәҙәре алып барып еткереүе күптәрҙә һоҡланыу уяталыр, моғайын. Мортаза Ғөбәйҙулла улы республикабыҙҙы етәкләгән саҡта районыбыҙ өсөн ярҙамы күп булды. Уның ярҙамы менән беҙҙә күп эштәр башҡарылды: күперҙәр, һыуһаҡлағыстар төҙөлдө, юлдарға асфальт түшәлде, мәктәптәр асылды, балалар баҡсалары, фельдшер-акушер пункттары сафҡа инде.

Ил ағаһына - 85 йәш. Ғүмер аҡҡан һыу кеүек үтә лә китә, ләкин кеше ҡалдырған эҙҙәр барыбер юйылмай. Мортаза Ғөбәйҙулла улы башҡарған эштәр ҙә халыҡ тарафынан онотолмаҫ. Юбилейың менән Мортаза Ғөбәйҙулла улы! Беҙ һине хөрмәт итәбеҙ!

Урал Дамир улы ИБРАҺИМОВ, “Тәүәкән” ауыл хужалығы кооперативы директоры:

- Элек Мортаза Рәхимов менән яҡындан күрешеп һөйләшкәнем юҡ ине. Ҡотлоюлда йәшәгәндә килгәнендә күргәйнем. Ул саҡта халыҡ күтәреп сыҡҡан мәсьәләләрҙең барыһын да хәл итеүенә шатланғаным иҫемдә. Хәҙер “Тәүәкән” ауыл хужалығы кооперативына директор итеп ҡуйғастар, Мортаза Ғөбәйҙулла улына айына ике тапҡыр барып отчет яһайым. Ул шул тиклем тынғыһыҙ, халҡы, ауылдар яҙмышы өсөн борсола. Уның янына барып, эштәрҙең ыңғай барышын һөйләһәң, тынысланып китә. Ауыл халҡына йәшәү өсөн килеп сыҡҡан төрлө ауырлыҡтар өсөн борсола ул. Ябай халыҡтың ауыр йәшәүе менән килешмәй, улар өсөн еңеллек тыуҙырмаған закондар ҡабул иткәндәре менән дә килешмәй. Малдарға төрлө чип ҡуйыу, һуйыу цехтары булдырыу, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн халыҡтан аҡса йыйыу, ауылдарҙа эшһеҙлек проблемалары тураһында ла борсола. Республикабыҙ Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ил ағаһының тыуған көнөн үткәрергә тәҡдим иткәс тә, ул уны төрлө яҡлап бизмәнгә һалып, баш тартты. “Юбилейыма аҡса түкмәйек, миңә бер Грамота менән ҡотлау һүҙе лә етә”, - тигән ул.

“Тәүәкән”гә директор итеп ҡуйыр алдынан мине Мортаза Ғөбәйҙулла улы менән таныштырырға алып барҙылар. Миңә тиклем был вазифаға бер-нисә кешене тәҡдим иткән булғандар икән. Ҡараны ла: “Һинең исемең Уралмы? Уралдар шәп кеше булырға тейеш. Һиңә эшләргә фатихамды бирәм”, - тине. Миңә ышаныс белдергәне өсөн ҙур рәхмәт уға.

Тәүәкәндә барыһы ла уйланып төҙөлгән. Эшләргә техника етерлек, ял итә торған урындар бар, спорт комплекстары ла уңышлы эшләй. Бөтөн уңайлыҡтары булған заманса мәктәп, балалар баҡсаһы, ҡунаҡхана, ашхана ялтлап тора.

Мортаза Ғөбәйҙулла улы янына теләгән һәр кеше инә алмай. Мин барыр булһам, алдан хәбәр итәм. “Тәүәкән” директоры килә тиһәләр, керһен миңә, тип көтөп ултыра. Эштәр барышы хаҡында әңгәмәләшәбеҙ, сәй эсәбеҙ. Ул ауыл аштарын ярата. Барғанда Тәүәкән аштарын алып барабыҙ: ҡаймаҡ, һөт, ауыл икмәге, эсәктән пирожки, тауыҡ ите. Ғөмүмән, ул ауыл тормошон ярата. Ауыл күтәрелһә, республикабыҙ көслө була, ти ул йыш ҡына. Ситкә киткән ир-егеттәр, уларҙың яңғыҙ бала тәрбиәләгән ҡатындары, атайһыҙ үҫкән балалары өсөн дә борсолмай ҡалмай аҡһаҡалыбыҙ. Ябай кеше Мортаза Ғөбәйҙулла улы. Әле сәләмәтлеге яҡшы, сәйәсәт менән даими ҡыҙыҡһына. Берәйһен урынға үрләтһәләр, үҙ фекерен әйтә. Был әҙәмдән эш сыҡмай, йә киреһенсә, яҡшы булған, тырыш кеше, ти. Милләттәштәребеҙҙе ҡайҙалыр үрләтһәләр бигерәк тә ҡыуана. Мохтаждарға ярҙам итә, аңлатыу эштәре алып бара.

Әле Күгәрсен районында Мортаза Рәхимовтың юбилейына арналған төрлө саралар үтә. Волейбол, саңғы, йөҙөү буйынса ярыштар ҡаралған. Беҙ, яҡташтары, Мортаза Ғөбәйҙулла улын ҡотларға 7 февралдә уның янына барабыҙ.

Уға иҫәнлек-һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер теләйем һәм уның ябайлығына һоҡланам.

Фәһим Фәрғәт улы БОҪҠАНОВ, Күмертау ҡалаһының 3-сө БРГИ директоры:

- Миңә Мортаза Ғөбәйҙулла улы менән ике яңы мәктәп асыу бәхете тейҙе. Ҡотлоюл ауылында мәктәп директоры булып эш башлағанда белем усағы төҙөлә башлағайны. Шул мәктәпте төҙөп бөткәс, асырға үҙе килде. Шул саҡта халыҡ менән ихлас аралашҡаны иҫтә ҡалған. Ауыл халҡы ла үҙен ныҡ яратты. Сираттағы бер һайлауҙар ваҡытында Ҡотлоюл ауылы халҡы Мортаза Рәхимов өсөн 100 процент тауыш биргәйне. Халыҡ өсөн асыҡ, ыңғай булған аҡһаҡалыбыҙ Ҡотлоюл ауылы өсөн күп эштәр башҡарҙы. Асфальт һалынды, газ үтте. Аҙаҡ ҡаланың 3-сө БРГИ-һына директор итеп ҡуйҙылар. Гимназияны төҙөкләндереү ваҡытында, өс тапҡыр килеп, эш барышы менән танышты. Асҡанда ла үҙе килде.

Халыҡтың тәрән ихтирамын яулаған Мортаза Рәхимовты оло юбилейы менән тәбрикләйем.
Читайте нас: