Все новости
Юбилейҙар
15 Февраля 2019, 14:00

Мәктәп партаһынан бергәләр

“Юшатыр”ҙа төрлө темаға әңгәмәләр йыш сыға. Сираттағы һөйләшеүебеҙ районыбыҙҙың әүҙем ағинәйе Тамара һәм аҡһаҡалы Фәнир Малбаевтар менән.

“Юшатыр”ҙа төрлө темаға әңгәмәләр йыш сыға. Сираттағы һөйләшеүебеҙ районыбыҙҙың әүҙем ағинәйе Тамара һәм аҡһаҡалы Фәнир Малбаевтар менән.

Малик Ильясов: Тамара апай, Фәнир ағай, һеҙҙе районда һәм ҡалала белмәгән кеше юҡтыр. Һеҙ һәр саҡ дәртлеһегеҙ, матурһығыҙ. Һеҙгә ҡараһаң, күңел күтәрелеп китә. Бына әле бергә матур ғүмер кисереүегеҙгә 50 йыл тулды. Етмәһә, Тамара апайҙың да 70 йәшлек юбилейы. 70 йәш тиһәң, баштарына яулыҡ ябынған, биттәренә йылдар бураҙнаһы ҡунған әбейҙәр иҫкә төшә, ә, Тамара апай, һеҙгә ҡарап был йәште бирмәҫһең дә. Һаман да йәшһегеҙ, матурһығыҙ, бының сере нимәлә һуң?

Тамара Малбаева: Тормош иптәшем, Фәнирем, яҡшы булғанға. Ул мине һәр саҡ бер һүҙҙән аңлап тороуҙандыр, тим. Үҙегеҙ ҙә бит, һеҙҙең менән осрашһаҡ, күңел күтәрелә, тинегеҙ. Фәнир ул һәр саҡ үҙенең шуҡ һүҙҙәрен, ҡыҙыҡлы көләмәстәрен һөйләп, күңелде аса. Уның менән бойоғоп ултырып та булмай. Көлкө кешене йәшәртә, тиҙәр бит. Етмәһә, ғүмеремде мәҙәниәт менән бәйләнем, мәҙәниәт ул халыҡҡа күңел матурлығы таратыу. Аҙаҡҡы 15 йылымда Башҡортостан радиоһының көньяҡ төбәге буйынса үҙ хәбәрсеһе булып эшемде дауам иттем.

Малик Ильясов: Хәҙерге заманда иң актуаль проблемаларҙың береһе - эш хаҡы, ә мәҙәниәттә был маҡтанырлыҡ түгел. Шуғамы хәҙер кешеләр балаларын мәҙәниәт өлкәһенә ебәрергә теләмәй.

Тамара Малбаева: Эйе, мин дә үҙемдең балаларымды мәҙәниәткә ебәрмәҫ инем. Мәҙәниәт өлкәһендә, берҙән, эш хаҡы аҙ. Икенсенән, ғаилә тормошона ла кире йоғонто яһай. Төрлө сараларҙан һуң өйөңә төндә ҡайтып керәһең. Ошо ваҡыт ирең аңларға тейеш, балаларҙы ла, ғаиләне лә ҡарарға кәрәк. Әгәр тормош иптәшең аңламаһа, һин мәҙәниәттә эшләй алмайһың.

Фәнир Малбаев: Ысынлап та, был өлкәлә аҡса аҙ. Кеше араһында йөрөгәс, үҙеңде матур итеп ҡарарға ла, кейенергә лә кәрәк. Элек беҙ мәҙәниәттә бер нисә эштә эшләй торғайныҡ, сөнки аҡса етмәне. Ауылдарға сығып бейеү һала торғайным. Һәр колхозда бейеү түңәрәктәре булды.

Малик Ильясов: Хәҙер һеҙҙең кеүек шулай йөрөгән кешеләр бөттө бит. Үҙ эштәренең фанатиктары булған Зыя Хәлилов, Альберт Юлдыбаев ағайҙар ҙа мәрхүм.

Тамара Малбаева: Сәғәтләп, хеҙмәт хаҡын һанап ҡына йөрөгән кешеләр менән эшләп булмай мәҙәниәттә. Күңелеңде һалып эшләмәһәң, мәҙәниәт тә алға бармаясаҡ. Ә кадрҙар менән, ысынлап та, ныҡ ҡытлыҡ. Мәҫәлән, полициянан китеп мәҙәниәттә эшләгәндәр бар, улар нимә аңлаһын инде? Үҙе бейей йә йырлай белмәгән кеше халыҡты нимәгә өйрәтһен?

Беҙ эшләгәндә кадрҙарҙы алдан әҙерләй инек. Йылына 3-4 кешене культура–ағартыу училищеһына, бер-ике кешене институтҡа уҡырға ебәрә торғайныҡ. План да шулай ҡушты. Хәҙер кадрҙарҙы алдан хәстәрләү тигән нәмә бөтөнләй юҡ. Бына районда театр режиссеры мин бер үҙем генә. Күмертауҙа мәҙәниәт бүлеге начальнигы булып эшләгәндә лә өҫтәмә рәүештә башҡорт халыҡ театрын етәкләнем. Халыҡ та дәртләнеп репетицияларға йөрөнө. Фәнир ҙә, милиция эшенән айырылып, миңә сәхнә биҙәүҙә ярҙам итә торғайны.

Фәнир Малбаев: Әле районыбыҙҙағы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең күбеһе пенсияға яҡынлашҡан, йә хаҡлы ялдағылар, сөнки эшләргә йәштәр килмәй, улар юҡ.

Малик Ильясов: Фәнир ағай участковый булды, эше ауыр. Тамара апай мәҙәниәттә көндө төнгә ялғап эшләгән, кеше һүҙе лә, ғәйбәт тә булғандыр бит? Икегеҙ ҙә көслө шәхестәр булһағыҙ ҙа, кеше һүҙе йөрәккә үтә ауыр бәрелә бит.

Тамара Малбаева: Беҙ бит бер партала ултырып уҡыныҡ, бергә үҫтек. Әле лә эштән ҡайтҡанда бер-беребеҙҙе һағынышып ҡайтабыҙ. Ир - ат, ә ҡатын-ҡыҙ - арба, тип әйтер инем. Ир-ат алдан йөктө һөйрәп барһа, ҡатын арттан шул арбаға тейәп, балаларын ҡарап, донъяһын матурлап йөрөмәһә, булмай.

Фәнир Малбаев: Талашырға ваҡыт та булманы. Аң, зиһен кәрәк кешеләргә. Көнләшеү - ул боронғо заман ғәҙәте. Элек төрлө сараларҙан һуң, Тамара минең кәләш икәнлекте белмәгән егеттәр: “Бынау ҡыҙҙы оҙатайыҡ әле?” - тип һорай торғайнылар. Мин ярай, тим дә, улар менән бергә китәбеҙ. Былар ҡапҡа төбөнә тиклем бергәләп оҙата киләләр ҙә, Тамараны индермәйҙәр. Мин шунда егеттәргә, ярай, егеттәр, минең ҡатынды керетегеҙ инде, тип көлөп кереп китәм. Былар баҫҡан ерҙәрендә ҡатып тороп ҡалалар, Тамара ла көлә-көлә минең арттан эйәрә.

Малик Ильясов: Элек халыҡ концерттарға күп йөрөгән бит. Хәҙер әллә аҡса юҡлыҡ тәьҫир итәме икән?

Фәнир: Аҡса ла юҡ, халыҡтың да күбеһе ситтә йөрөй хәҙер. Элек кеше күп ине, өйҙә интернетҡа төбәлеп, йә телевизор ҡарап ултырманылар, ә концерттарҙы көтөп ала торғайнылар, зал һәр саҡ шығырым тулы булды. Мәҫәлән, совет осоронда концерт менән республикала өс бригада йөрөһә, хәҙер уларҙы һанап та, иҫләп тә бөтөп булмай. Аҙым һайын әртистәр, ситтән дә килеүселәр күп. Элекке көйҙәрҙең бер ике нотаһын ғына үҙгәртәләр ҙә, йөрөйҙәр йырсы булып.

Тамара Малбаева: Элек Илһам Шакиров, Әлфиә Авзалова, Илфаҡ Смаҡов, Фәриҙә Ҡудашева, Мәғәфүр Хисмәтуллин кеүек ысын йырсыларҙы исемләп кенә һанарлыҡ ине. Улар килһә, концерт районда оло бер байрамға әйләнә ине. Ул саҡта хеҙмәт хаҡы, аҙ булһа ла, тотороҡло була торғайны. Күпме аҡса алырыңды һәм күпме тотонороңдо белә инең. Отпускы аҡсаһына йыл да диңгеҙгә ял итергә барҙыҡ. Яҡшы машина ла алырға була ине ул саҡта эшләгән аҡсаға. Концерт менән йөрөргә бензин 3-4 тин, аҙаҡ 7 тингә күтәрелде, ә солярканы һыу урынына тотондоҡ. Хәҙер отпускы аҡсаһы Өфөгә барып ҡайтырға ла етмәй.

Малик Ильясов: Ғаилә темаһына ла ҡағылайыҡ әле. Һеҙҙең өс ҡыҙығыҙ бар бит, улар хаҡында ла әйтһәгеҙ ине?

Тамара Малбаева: Өс ҡыҙыбыҙ бар. Өлкән ҡыҙыбыҙ Лилиә Ишембай районында өй һалып матур итеп кейәү менән йәшәп ята. Уртансы ҡыҙыбыҙ Айгөл Өфөлә, Башҡорт юлдаш телевидениеһының “Тамыр” каналында эшләй. “Иң яҡшы йыл режиссеры" тигән исемгә лайыҡ булды. Кесебеҙ Лиана. Ул да ғаиләһе менән матур донъя көтөп йәшәй. Беҙ хәҙер өләсәй-олатай ғына түгел, ә ике бүләсәребеҙ ҙә бар. Аллаға шөкөр, бергә йыйылһаҡ, 15 кеше булабыҙ.

Фәнир Малбаев: Балаларыбыҙҙың йәш аралары ҙур беҙҙең. Һуңғы баланы ҡырҡҡа еткәс кенә таптыҡ. Сөнки ҡартайған көндә өйҙә икәү генә ҡалғас, нишләрбеҙ, тип ҡурҡтыҡ. Көлмә, ысынын әйткәндә, ирҙәрҙең һаулығы насар хәҙер. Милицияла эшләгәндә айына ике-өс көсләү ваҡиғаларын теркәй инек. Хәҙер ундай көсләү юҡ, был хатта ҡурҡыуға һала, эшкингән ирҙәр бөтөп барамы икән әллә, тим. Шулай уҡ урамда йөклө ҡатындар ҙа күп була торғайны, хәҙер күренмәйҙәр. Улар урынына ҡулдарына тәмәке, һыра шешәләре тотҡан ҡатын-ҡыҙҙар күренә. 80-се йылдарҙа форма менән йөрөгәндә тәртипһеҙ күренеш күрһәк, иҫкәрмә яһай торғайныҡ, кеше ҡурҡа ине, хөрмәт тә иткәндәрҙер. Хәҙер әйтеп ҡара, үҙеңде туҡмап китерҙәр, хөрмәт тә, оят та юҡ. Халыҡ ныҡ боҙолдо. Ул замандарҙа урамда һаулыҡ һорашмай үтһәң, ололар тотоп әрләй торғайны. Хатта шорты кейеп сыҡһаң, әрләп ҡайтарыр булдылар, хәҙер сәхнәгә лә ярым яланғас сығып боттарын күтәреп бейейҙәр. Тәрбиә тигән нәмә бөтөнләй үҙгәрҙе.

Малик Ильясов: Күптән түгел мәсеттә муллалар ултырышында ла был тема күтәрелде. Беҙ нисек көрәшәйек, улар беҙҙе тыңлаймы ни, тиҙәр. Халыҡтың үҙенән торамы?

Тамара Малбаева: Үҙеңдән дә тора, тәрбиә лә кәрәк. Дин – ул тәртип, минеңсә. Дин насарлыҡҡа өйрәтмәй. Йәш килендәргә шуны әйтер инем: иреңдең ата-әсәһен хөрмәт итер кәрәк. Шунда инде матур ғаилә ҡороп йәшәп була.

Малик Ильясов: Артабан нимә эшләргә йәштәргә? Юғары уҡыу йортон тамамлағандарға ла эш юҡ бит хәҙер.

Тамара Малбаева: Эйе, юғары уҡыу йорто бөткәндәр ҙә һатыусы булып йөрөй. Элек ҡулыңа диплом алғас, йүнәлтмә буйынса эшкә ебәрәләр ине. Йәш белгес булараҡ фатир ҙа бирә торғайнылар. Бына мине Стәрлебаш районының мәҙәниәт һарайы директоры итеп ебәрҙеләр, аҙаҡ бер йыл эсендә, йәш белгес булараҡ, фатир ҙа бирҙеләр. Хәҙер бит бер ниндәй ҙә социаль яҡлауҙар юҡ.

Фәнир Малбаев: Һәр кеше үҙ ерендә, үҙ көсө менән тырышып йәшәргә тейеш.

Малик Ильясов: Эш юҡ, тип зарланабыҙ. Ә һеҙ һаман эштән бушамайһығыҙ, түләүһеҙ йәмәғәт эшендә икегеҙ ҙә. Ҡайҙан көс алаһығыҙ?

Фәнир Малбаев: Мин райондағы мәрхәмәтлек хәйриә фондын етәкләйем, китер инем, урыныма кеше таба алмайбыҙ. Фондты етәкләгәс, Тамара миңә, нишләп бушҡа йөрөйһөң ул, тигәйне. Күп тә үтмәй үҙенә лә “Ағинәйҙәр” ойошмаһын етәкләргә ҡуштылар. Мин, һин ҡайҙа ынтылаһың, унда ла түләмәйҙәр бит, тинем.

Малик Ильясов: Барыбер әгәр күңелегеҙ тартмаһа, йөрәгегеҙ ҡушмаһа, көсләп кенә эшләп булмайҙыр ул?

Тамара Малбаева: Ышанып ҡушҡандар икән, ташлап китеп булмай. Ҡул һелтәп йөрөп өйрәнмәгәнбеҙ. Башлаған эште еренә еткерергә кәрәк.

Фәнир Малбаев: Тамара - һәр нәмәне урынына еткереп эшләп өйрәнгән кеше. Эшкә илке-һалҡы ғына ҡарай белмәй. Ул баҡсала сүп утай башлаһа ла, шуны таҙартып бөтмәйенсә сыҡмай. Бында ла һәр нәмәне үҙ урынына ҡуйып башҡарып өйрәнгән ул.

Малик Ильясов: Тамара апай, һеҙ районды яҡшы беләһегеҙ. “Ағинәйҙәр” ойошмаһын етәкләргә ҡушҡас, һеҙгә ят, ниндәйҙер ғәжәп хәлдәр осраманымы?

Тамара Малбаева: Тормошта көн дә ғәжәпләнерлек әйбер сығып тора. Ағинәйҙәрҙең хәрәкәте республикабыҙҙың башҡа райондарында күптән гөрләп эшләй. Беҙҙә был әлегә яңылыҡ ҡына кеүек.

Малик Ильясов: Барыбер ыңғай яҡтары барҙыр бит?

Тамара Малбаева: Ауылдарҙа күтәрелделәр. Районыбыҙҙың ҡайһы бер ауылдарында ағинәйҙәр тырышып эшләй. Мәҫәлән, Яҡут, Аҡһары, Кинйәбай, Ямаш ауылдарында йәшәгән апайҙар шәптәр. Бер нисә тапҡыр БСТ-ға ла барып ҡайттыҡ.

Малик Ильясов: Ә һеҙгә, Фәнир ағай, хәйриә фондында эшләүе ауыр түгелме? Геройҙарыбыҙға бюстар ҡуйылды, мохтаж балаларға ярҙам итәһегеҙ. Ундай балаларҙы күреп мин, мәҫәлән, илап ҡайтыр инем.

Фәнир Малбаев: Ауыр, әлбиттә. Төрлө кешеләр ярҙам һорап килә. Кемгәлер Өфөгә дауаханаға барырға юлына, кемгәлер дарыуға аҡса кәрәк. Ашарҙарына булмаһа ла киләләр. Ҡулдан килгәнсә ярҙам итәбеҙ. Үткән йыл 27 мөрәжәғәт булды. Яңы йыл алдынан балалар приютына барып балаларға бүләктәр тапшырҙыҡ. Мохтаж балаларға ярҙам итеү тәбиғи, ә бит ҡай саҡта хатта “бай хәйерселәр”ҙә мөрәжәғәт иткәндәре бар беҙгә. Әйткәндәй, йыл да демография хәле насарланып, балалар һаны кәмей бара, ә ярҙамға мохтаждар һаны, киреһенсә, артҡандан-арта ғына. Шуға барыһына ла иҫәнлек һәм именлек теләйем.

Малик Ильясов: Тамара апай, Фәнир ағай, матур әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Артабан да оҙаҡ йылдар бергә иҫәнлектә-һаулыҡта йәшәргә яҙһын һеҙгә. Юбилейҙарығыҙ менән ҡотлайбыҙ!
Читайте нас: