Все новости
Юбилейҙар
5 Марта 2019, 16:10

Яҡташтарҙың ҡотлауына етәме ни?

Яҡташтары, ғалим-офтальмолог, академик Марат Талғат улы Аҙнабаевтың 80 йәшлек юбилейына арнап, үткән аҙнала уның үҙенең ҡатнашлығында фәһемле саралар ойошторҙо.

Яҡташтары, ғалим-офтальмолог, академик Марат Талғат улы Аҙнабаевтың 80 йәшлек юбилейына арнап, үткән аҙнала уның үҙенең ҡатнашлығында фәһемле саралар ойошторҙо.

Йома көндө Күмертау ҡала Үҙәк китапханаһы хеҙмәткәрҙәре ғалимыбыҙ Марат Талғат улы Аҙнабаев һәм уның бер туғаны, йәмәғәт эшмәкәре Румил Аҙнабаев менән осрашты. Сара барышында мәртәбәле ҡунаҡтар китапхана менән танышты. Китап һәм уның әһәмиәте хаҡында әңгәмәләште. Китапхананың милли әҙәбиәттәр бүлегендә Марат Аҙнабаевҡа арналған «Бөйөк ябайлыҡ» исемле күргәҙмә лә ойошторолдо.

Икенсе көнөнә Марат Талғат улы Б.Бикбай исемендәге Яңы Мораптал мәктәбе уҡыусылары менән осрашты. Ул балаларға фән өлкәһендәге ҙур уңыштарға өлгәшеүенең ябай серҙәре хаҡында мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Уҡыусыларҙы кешеләргә һәм йәмғиәтебеҙгә файҙалы шәхестәр булып үҫергә саҡырҙы, үҙ кәңәштәрен бирҙе.

Көндөң икенсе яртыһында Марат Талғат улы тыуған ауылы Яҡшымбәткә ҡайтты. Юбилярҙы тәбрикләргә район Хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов, Көйөргәҙе районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлай Ишмөхәмәтов һәм башҡа ҡунаҡтар килде.

Ҡунаҡтарҙы тоҙ һәм икмәк менән ҡаршы алғас, улар Яҡшымбәт ауылының Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар обелискыһына сәскәләр һалды.

Артабан Яҡшымбәт ауыл мәҙәниәт йортонда юбилярға арналған төп сара башланды. Район Хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов юбилярҙы ҡотлау һүҙендә: «Марат Талғат улы менән үткән быуаттың 90-сы йылдарынан алып яҡшы танышмын. Ул ваҡытта мин Салауат исемендге колхоздың рәйесе инем. Ә Марат Талғат улы Күмертау районы буйынса БАССР Верховный Советы депутаты ине. «Искра» колхозы рәйесенең улы булараҡ, ул миңә ауыл хужалығын үҫтереү буйынса үҙ кәңәштәрен әйтә торғайны. Марат Талғат улы – ихлас һәм саф күңелле шәхес, күп фән кандидаттары, фән докторҙары тәрбиәләгән күренекле ғалим, талантлы педагог. Ул һәр саҡ тыуған районына яҙам итте һәм итә. Изге һөнәри хеҙмәте менән күптәргә күҙ нурын кире ҡайтарҙы», - тине һәм яҡташ ғалимыбыҙға иҫәнлек-һаулыҡ теләне, Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Ҡотлау телеграммаһын уҡып ишеттерҙе, уға сәскәләр шәлкеме бүләк итте. Яҡшымбәт ауыл Советы хакимиәте башлығы Юнир Сынбулатов юбилярға ағастан эшләнгән бөркөт бүләк итте. Ҡотлоюлдан Зифа Ибраһимова, бергә үҫкән замандаштары Биктимер Исламғолов, Әхтәм Исламғолов, яҙыусы Кинйәғәли Абдуллин, Фирҙәүес Дәүләтшина, уҡытыусы-ветеран Фәниә Бикмаевалар үҙҙәренең сығыштарында юбилярҙың тормош юлын, бергә үҫкән саҡтарын һөйләнеләр, бала саҡ хәтирәләре менән бүлештеләр. Абдул урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғәзимә Аҙнабаева шулай уҡ Марат Талғат улын Аҙнабаевтар нәҫеле һәм яҡташтары исеменән ҡотланы.

Район һәм Яҡшымбәт ауылы үҙешмәкәр артистары юбилярға арнап концерт номерҙары менән сығыш яһаны.
Читайте нас: