Все новости
Юбилейҙар
12 Апреля 2019, 14:40

Эшкә барыу – үҙе байрам

40 йылдан ашыу Өфө авиация-техник университетының Күмертау филиалында директор булып эшләгән, ошо көндәрҙә үҙенең 70 йәшлек юбилейын билдәләгән Әнүәр Дауытов менән йылы әңгәмә ҡорҙоҡ.

40 йылдан ашыу Өфө авиация-техник университетының Күмертау филиалында директор булып эшләгән, ошо көндәрҙә үҙенең 70 йәшлек юбилейын билдәләгән Әнүәр Дауытов менән йылы әңгәмә ҡорҙоҡ.

- Беҙ һеҙҙең юбилейығыҙҙы урап үтә алманыҡ, Әнүәр Ибраһим улы. Һеҙҙең менән һөйләшкән күп булды, шулай ҙа иҫкә төшөрөп алайыҡ әле, һеҙ үҙегеҙ тыумышығыҙ менән Татарстан Республикаһынан бит әле?

- Эйе, дөрөҫ әйтәһегеҙ, Татарстанда тыуғанмын. Лениногорск районының Бәләкәй Ҡаратай ауылынанмын. Әни-әтием иҫән түгел инде хәҙер, төп йортта кесе энекәшем Әмир ғаиләһе менән йәшәй. Беҙ биш бала үҫтек, иң олоһо мин. Тормош иптәшем Дания менән әни-әти урынына тороп ҡалдыҡ.

- Хәҙер ҡалала йәшәһәгеҙ ҙә, барыбер ауыл кешеһегеҙ, шулай булғас, ауылығыҙ өсөн дә ныҡ борсолаһығыҙҙыр бит? Һеҙҙең күҙлектән ҡарағанда, Рәсәй масштабы буйынса алғанда, ауылығыҙ яҙмышы ниндәй хәлдә?

- Беҙ үҫкәндә ауылыбыҙҙа 230 йорт бар ине, хәҙер 180 йорт ҡалды. Беҙҙең ауыл янында нефть скважиналары бар, тимәк, ауылдан йыраҡ китмәй кешеләргә эш бар. Ауылда ауыл советы, клуб эшләй. Мәктәп бар ине, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янды. Хәҙер балалар күрше ауылға йөрөп уҡыйҙар. Балалар һаны бик күп түгел, 20 тирәһе.

- Күрше тауығы ҡаҙҙай, тиҙәр бит. Йыш ҡына Татарстанда юлдар һәйбәтерәк, ауылдар ҡаралған, һәр ауылда мәсет, эш бар, тиҙәр. Был шулаймы?

- Эйе, мәсет бар, иман йортон әти ауылыбыҙҙа үҙе һалды. Ҡайтҡан һайын кереп сығабыҙ. Башҡортостандың, Татарстандың күп ерҙәрендә булырға тура килде, ауыл ерҙәрен сағыштырғанда, бер ниндәй ҙә айырма юҡ. Бәлки, бер яҡлап Башҡортостан яҡшыраҡ булһа, икенсе яҡтан Татарстандыр. Ысынлап та, күршенең тауығы ҡаҙҙай килеп сыға, Татарстанға ҡайтҡанда туғандарым, Башҡортостанда халыҡ яҡшыраҡ йәшәй икән, был шулаймы, тип һорайҙар. 41 йыл Күмертауҙа эшләнем. Йыш ҡына тыуған яғыма ҡайтып, сағыштырып йөрөйөм. Ике халыҡ та бер үк, иң яҡын халыҡтар ул татар менән башҡорт милләттәре. Бер-беребеҙҙе аңлайбыҙ, йырҙарыбыҙ ҙа бер. Татарстандан килдем, ә үҙемдең барлыҡ дуҫтарым да башҡорттар. Улар миңә һин татар, тип әйткәндәре лә юҡ.

- Милли темаға ҡағылдыҡ, ваҡ халыҡтарҙың яҙмышы уртаҡ, тиһәк тә, хата булмаҫ. Быйыл ЮНЕСКО тарафынан ерле халыҡтар йылы, тип иғлан ителде. Был мәсьәлә тураһында күп һөйләргә була. Беҙҙең кеүек аҙ һанлы халыҡтарға нисек тере ҡалырға, милли ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, матур йолаларыбыҙҙы, ололарҙы ихтиарм итеү, ҡунаҡсыллыҡ кеүек ғәҙәттәребеҙҙе нисек һаҡлап ҡалырға? Глобализация ныҡ бара. Һеҙ Күмертауҙа татар конгресында рәйес булып тораһығыҙ, әйтегеҙ әле: ҡала ерендә татарҙарға йәшәүе нисегерәк?

- Дөрөҫөн генә әйткәндә, статистика буйынса беҙҙең ҡалала яҡынса 11,5 мең татар халҡы. Нисә йыл башҡарма комитетты етәкләйем, татар мәктәбендә татар телен уҡытыу буйынса тырышып ҡараныҡ. Әммә ата-әсәләр, татар теле менән йыраҡ китеп булмай, тиҙәр. Өй мөхитендә тәрбиә кәрәк, ғаиләлә үҙ телеңдә аралашыу мөһим. Бергә тупланып ҡына йәшәгәндә үҙ телеңде үҫтереү, һаҡлау еңелерәк, ә төрлө яҡҡа һибелгәндәргә ауырыраҡ.

Миндә студенттар күп, ауыл еренән дә барҙар. Директор булараҡ, студенттарым менән үҙ телдәребеҙҙә һөйләшәбеҙ, һаумыһығыҙ, тиһәләр, сәләм, егеттәр, тим. Беҙҙә башҡорт теле уҡытыла. Яңыраҡ ҡына Мостай Кәримдең 100 йыллығына арнап шиғыр конкурсы үткәрҙек. Өфөнән проректор ҙа һорашып тора, башҡорт телен уҡытыу буйынса, беҙҙе маҡтап, башҡаларға өлгө лә итеп ҡуялар икән. Сөнки бит федераль вузда башҡорт телен уҡытыу ул бик һирәк күренеш.

- Етәксе булараҡ был һеҙҙән торамы?

- Минән күп нәмә тора инде, әлбиттә.

- Оҙаҡ йылдар вуз системаһында эшләйһегеҙ. Хәҙер юғары белем биреү системаһын әрләйҙәр, бигерәк тә болон системаһына күсеүҙе үҙһенмәйҙәр.

- Эйе, ҡатмарлыҡтар бар. Был болон системаһына ике кимәлдәге уҡыу-уҡытыу программаһы ҡарай: баклавриат менән магистратура. Был минең күҙлектән бик үк дөрөҫ түгел кеүек. Биш йыл вузда уҡығандар белгес булып сыға, ә дүрт йыл эсендә белемде алып бөтмәйҙәр. Болон системаһы буйынса дүрт йыл уҡый ҙа, артабан магистратураға барырға тейеш, ә магистратураға күбеһе бармай. Әҙәм балаһы уҡып бөтә лә, шунда уҡ эшкә керә, уға аҡса кәрәк, ғаилә ҡораһы бар. Бөтәһенең дә мөмкинселеге юҡ унда уҡырға.

- Хәҙер бит белем алыу ҡиммәт тора, уҡыу шарттары ҡатмарлы, талаптар ҙа юғары.

- Ҡайһы бер уҡыу йорттарында студенттар имтихандарҙы ҡабаттан биреү өсөн аҡса түләй. Был аҙым хатта уларҙа законлаштырылып та ҡуйылған. Беҙҙә студенттарҙан өҫтәмә аҡса алыу ҡәтғи тыйыла. Аҙна һайын дүшәмбе көндө коллективым менән оперативка үткәргәндә, әгәр студенттарҙан 1 һум булһа ла алһағыҙ, иртәгәһенә эштән китеү тураһында ғариза яҙасаҡһығыҙ, тип иҫкәртеп торҙом. Беҙҙә ришүәт алыу тигән нәмә бөтөнләй ят күренеш.

- Ҡалала уҡыу йорттарында конкуренция ҙурмы? Беҙҙең Күмертау бәләкәй, етмәһә, һуңғы йылдарҙа районда ла, ҡалала ла халыҡ һаны кәмей бара.

- Йыл да ҡабул итеү планын үтәйбеҙ. Һуңғы ваҡытта 3-4 йыл арауығында КүмАПП менән “Рәсәй вертолеттары” компаниялары менән уларға белгестәр әҙерләргә килешеү төҙөнөк. Быға тиклем йүнәлеш алып килгән студенттарҙың диплом алыуға ғына хоҡуғы бар ине, хәҙер уҡырға ебәргән предприятие уны эш менән дә тәьмин итергә тейеш. Етмәһә, ул өҫтәмә стипендия ла түләй.

Беҙҙең филиалға быйыл 42 йыл булды, был - бик ҙур дәүер. Ошо ваҡыт эсендә матди-техник яҡтан да ныҡ үҫтек. Беҙҙә уҡыуы ауыр, сифатлы белем бирәбеҙ. БР башлығының, РФ Президентының, РФ Хөкүмәтенең стипендияларын алған студенттарыбыҙ ҙа бар. Ҡыҙыл дипломға бөткәндәр ҙә күп. Уҡыу йортонда хәҙер өҫтәмә һөнәри белем биреү буйынса лицензиябыҙ бар. Ҡасандыр институт бөтөп, уны эштә ҡыҫҡартҡандар икән, уларға икенсе һөнәр буйынса беҙҙә белем алыу мөмкинлеге бар. Әле беҙҙә ундай 30 кеше яңы һөнәр үҙләштереү буйынса уҡып йөрөй.

- Юғары уҡыу йорто бөткән кешеләр Себергә китеп эшләйҙәр. Миңә алған һөнәрем буйынса диплом кәрәкмәне ул, тиҙәр. Дипломы өйҙә ята, ә үҙе Себерҙә, Алыҫ Көнсығышта эшләп йөрөй.

- Эйе, хәҙер шулай. Бына беренсе йылдарҙа эш башлағанда, 10-20 йыл буйы заводҡа белгестәр буйынса һорау ныҡ күп булды. Цех начальниктары, урынбаҫарҙар юғары белемһеҙ ине. Хәҙер улар, уларҙың балалары барыһы ла беҙҙә уҡып сығып заводта эшләп йөрөйҙәр. Беҙ белгестәр әҙерләйбеҙ, ә уларға эш урыны юҡ. Шуға китергә мәжбүрҙәр инде ситкә. Ярай беҙҙең университет КүмАПП менән бәйле, бергә тығыҙ эшләй, бына башҡа юғары уҡыу йорттарын да астылар ҡалала. Унда белем алғандар ҡайҙа бара? Шуға тәүҙә уҡыу йортон асыр алдынан, унда белем алған белгестәр киләсәктә кәрәкме икәнен уйлаһындар ине. Икенсе яҡтан уйлаһаң, беҙ бит хәҙер ТОСЭР ҡала, белгестәр һәр саҡ кәрәк булырға тейеш. Был ниңәлер һиҙелмәй, көслө инвесторҙар, резиденттар булырға тейеш.

Шулай уҡ беҙҙә май экстракциялау заводы, “Ойлтиммаш” та бар. Улар менән дә белгестәр әҙерләргә килешеүҙәр төҙөнөк, әммә был ҡағыҙҙа ғына кеүек. Сөнки уларға ике-өс кенә белгес кәрәк. Был ике өс кенә кеше өсөн үҙебеҙҙә айырым төркөм аса алмайбыҙ. Шул тиклем студент аҙаҡ эшкә ҡайҙа бара?

- Улы ҡулына диплом алғас, эшләргә урын юҡ, ә атаһы оло йәштә булһа ла, эшләп йөрөй. Ошоға ҡарап, пенсия йәшен арттырыуға нисек ҡарайһығыҙ?

- Пенсия йәшен арттырыуҙың сәбәбе шул - дәүләттең пенсия түләргә мөмкинлеге юҡ. Демография хәле насар, тыуым кәмей. Беҙҙә производство юҡ, шулай булғас, һалым да, аҡса ла юҡ пенсия түләргә. Ә бит беҙ алтынға күмелеп йәшәргә тейеш. Беҙҙәге бай территория кеүек территория юҡ башҡа. Әгәр пенсия йәшен үҙгәртеү буйынса референдум үткәрһәләр, минеңсә, ғәҙел булыр ине. Хәҙер нимә эшләйһең инде, закон ҡабул ителде, үтәргә мәжбүрбеҙ.

- 60 йәшкә еткән ирҙәрҙең эш һәләте кәмеүе тураһында биологтар тарафынан да иҫбат ителгән. Шулай булғас, ул йәштәге ирҙәрҙе ниңә йонсоторға?

- Элекке ваҡыт менән сағыштырғанда йәштәр хәҙер ғаиләне һуң ҡоралар. Сөнки йәшәргә урындары юҡ. Был заманда әгәр ата-әсәһе ярҙам итмәһә, торлаҡ ала алмайҙар. Элек кенә, эшләһәң, сират буйынса бушҡа фатир бирҙеләр. Хәҙер, бәлки, йәшәү шарты яҡшыраҡтыр ҙа, әммә ныҡ ҡыйбат. Элек күңел тыныс булды. Кеше байлыҡтан түгел, ә тормоштан ҡәнәғәтлек алырға тейеш. Бына минең өсөн эшкә барыу ул үҙе бер байрам. Кешеләр менән аралашам, үҙемдең белемемде йәш быуынға бирәм. Байлыҡ йыйып, уны ҡайҙа ҡуяһың, ул бөтөнләй килешмәгән эш.

- Техник фәндәре кандидатыһығыҙ, һеҙгә ҡарата ихтирамыбыҙ ҙур. Ғалим булараҡ, шуны ла һорайыҡ әле: һуңғы ваҡытта бар чиновниктар ҙа фәндәр кандидаты булып бөтөп бара. Береһе техник фәндәре кандидаты, икенсеһе ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, фән китабын асып йәки студенттарҙы уҡытып та ҡараған кешеләр түгелдәр үҙҙәре.

- Һеҙҙең һүҙҙәрегеҙҙә дөрөҫлөк тә барҙыр, ысынлап та, был ҡыҙыҡ тойола. Элекке ваҡыт менән сағыштырғанда хәҙер кандидаттар бигерәк күп шул. Бына мин 1977 йылда, 28 йәшем тулғас, Татарстанда кандидатлыҡ дисертацияһы яҡланым. Аҙаҡ хатта докторлыҡ яҡлау ҙа иҫәптә ине, әммә тормош үҙенсә хәл итте. Ғаиләм бар ине, йәшәргә торлаҡ юҡ, фатирҙан-фатирға күсеп йөрөү туйҙырҙы. Ҡатыным минең Ҡыйғы районынан, ул, әйҙә, беҙгә яҡыныраҡ булһын, Өфөгә күсәйек, тип тәҡдим итте. Өфөлә эшкә кереү өсөн бөтә вуздарҙы ла ҡарап сыҡтым. Авиация институты ректоры Рифат Маүлетов: “Күмертауҙа вертолеттар яһайҙар. Беҙ унда үҙебеҙҙең факультеттың киске бүлеген астыҡ. Әгәр барһаң, фатир бирәбеҙ”, - тине. Мин Күмертау тигән ҡала барлығын белмәй ҙә инем. Риза булдым, перевод менән ебәрҙеләр, 1 августа эшкә урынлаштым, 7 ноябрҙә өс бүлмәле фатир ҙа бирҙеләр. Иптәшем Дания медицина университетында уҡый ине. Ҡатыным уҡып бөткәнсе улым Азат менән икәү йәшәп торҙоҡ. Азатты көн әйләнәһенә балалар баҡсаһына йөрөттөм. Данияға ла хәҙер 70 йәш тула, һаман да участка терапевты булып эшләп йөрөй. Былтыр “Башҡортостандың иң яҡшы терапевты – 2018” исеменә лайыҡ булды. Өс балабыҙ бар, ҙур улыбыҙ Азат Мәскәүҙә бик ҙур урында эшләй. Ҡыҙыбыҙ Дилә - мәғариф министрлығында баш белгес, икеһе лә ғаилә ҡорҙолар. Кесе улыбыҙ Айрат өйләнмәгән, Себерҙә эшләп йөрөй. Өс балабыҙ ҙа үҙебеҙҙең ӨДАТУ-ны тамамланылар, һөнәрҙәре генә төрлө. Ике ейәнем, бер ейәнсәрем әлегә бар. Ейәнсәрем кейәүҙә, оҙаҡламай мине ҡартатай ҙа яһаясаҡтар. Аллаға шөкөр, барыһы ла ҡайтып йөрөйҙәр.

- 70 йәшкә аяҡ баҫыу ул ҙур тормош. Ниндәй генә заманда, нимә генә күрмәгәнһегеҙ, бер һүҙ менән әйткәндә, күпте күргән кешеһегеҙ. Татарстандың ниндәйҙер бер ауылынан сыҡҡан малайһығыҙ, тормошоғоҙҙоң берәй ерендә үкенеү йә киренән үҙгәртеп ҡороу кеүек тойғолар булманымы?

- Мәктәп бөтөргәндә ауыл хужалығы институтына уҡырға кереп, аҙаҡ әтей кеүек ауылда йәшәп, эшләү теләге ҙур ине. Әтейҙең иң кесе мырҙаһы Новосибирскийҙа академда эшләп йөрөй ул саҡта. Әнүәр, һин яҡшы уҡыйһың, минең янға кил, ҙур кеше булырһың, тине. 1966 йылда, мәктәпте бөткәс, иптәш малайы менән Новосибирскка киттек. Кейергә йүнле кейем дә юҡ ине, ҡәҙимге ауыл малайҙарыбыҙ. Электротехника институтының электрон техника факультетына уҡырға керҙем. Әтей көтмәгәндә дауаханаға эләкте, ә аҡса кәрәк. Деканға керҙем дә, миңә эшләргә кәрәк, тип киске уҡыуға күстем һәм төҙөлөшкә эшкә урынлаштым. Ярты йыл шулай эшләп йөрөгәндән һуң мине университетҡа өлкән лаборант итеп эшкә саҡырҙылар. Көндөҙгө бүлеккә күстем, фән яғына киттем. Ҡулға диплом алғас, Ҡазан дәүләт авиация институтына бер урынға йүнәлтмә буйынса эш бар ине. Тыуған яғыма ҡайтып, шул уҡ йылды кәләш алдым. Кәләшем Дания менән Новосибирскийҙа таныштым, ул унда мәҙәни ағартыу училищеһында уҡый ине, тәүге һөнәре уның - хор коллективтары етәксеһе. Мин эштә тиҙ генә коллективҡа кереп киттем. Ситтән тороп аспирантураға уҡырға керҙем. Аҙаҡ балалар тыуҙы. Үткән тормошома, яҙмышыма үкенмәйем. Ауылда йәшәһәң дә, ҡалала урында эшәлһәң дә, иң мөһиме кеше булып ҡалырға кәрәк. Кешелекле булһаң, барыһы ла була.

- Әнүәр Ибраһим улы, беҙгә килгәнегеҙ, йылы әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙ ябайлығығыҙ менән айырылып тораһығыҙ, шуға ла беҙгә яҡынһығыҙ. Юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, Дания апай менән балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең бәхеттәренә ҡыуанып йәшәргә яҙһын.
Читайте нас: