Көйөргәҙе нефть промыслаһы ҡорамалдары заводы (КЗНПО) үҙенең 10 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Шул уңайҙан Кинйәабыҙ ауылында байрам сараһы ойошторолдо.
Сара 22 июндә — Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнөндә уҙғанлыҡтан, килгән ҡунаҡтар иң тәүҙә Бөйөк Ватан һуғышында вафат булғандарҙы хәтергә алып, һәйкәлгә сәскәләр һалды. Бында Көйөргәҙе районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлай Ишмөхәмәтов ауыл тарихы, Кинйәабыҙҙан сыҡҡан батырҙар хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирҙе.
Артабан сарала ҡатнашыусыларҙың барыһы ла Кинйә Арыҫланов һәйкәленә лә сәскә һалғас, уның музейына экскурсия яһаны.
Байрамдың төп өлөшө мәҙәниәт йортонда дауам итте. Иң тәүҙә завод эше тураһында фильм күрһәттеләр. Республиканың иң алдынғы предприятиелары һаналған КЗНПО-ла бөгөнгө көндә 100-гә яҡын кеше эшләй. Уларҙың эш һөҙөмтәләре бик күп төрлө наградалар менән баһалана. Был турала «ЮжУрал-Ойл» йәмғиәтенең генераль директоры Зиннур Исхаҡов та һөйләп уҙҙы. Ул үҙенең коллективын байрам менән ҡотланы, барыһына ла рәхмәт белдерҙе. «Бөгөн бында беҙҙең хеҙмәткәрҙәребеҙ үҙҙәре генә түгел, ә барлыҡ ғаиләләре менән килде. Коллективта династия менән эшләүселәр һаны арта бара. Район хакимиәте башлығына һәм уның урынбаҫарҙарына, райондың элекке башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтовҡа һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торғандары өсөн оло рәхмәт белдерәм», - тине сығышында Зиннур Закир улы һәм иң алдынғы хеҙмәткәрҙәргә Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары, ял йорттарына юлламалар тапшырҙы. Был көндө тәүге тапҡыр «Предприятиеның почетлы гражданы» тигән исемгә токарь Илдар Хәлилов лайыҡ булды.
Район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов та предприятие хеҙмәткәрҙәрен юбилейҙары менән тәбрикләп, изге теләктәрен әйткәс, Көйөргәҙе районы хакимиәтенең Почет грамоталарын тапшырҙы. Шулай уҡ ул Азат Йыһаншинды, Альбина Исхаҡованы, Гүзәл Мәһәҙиеваны, Борис Спиринды һәм Денис Шевченконы БР-ҙың Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы грамоталары менән бүләкләне.
Байрам сараһы район һәм ҡаланан килгән артистар, үҙешмәкәр коллективтарҙың матур сығышы менән оҙатыла барҙы. Иң һуңынан ҡунаҡтарҙың барыһы ла 1-се Кинйә туғайында урынлаштырылған тирмәләрҙәге сәй табынына йыйылдылар. Юбилей тантанаһы шаулап-гөрләп үтеп китте.