Все новости
Юбилейҙар
20 Августа 2019, 11:16

Илһамлы ҡәләмдәш

Телефон шылтыраны: - Һаумыһығыҙ, мырҙам. «Көйөргәҙе» гәзите тәржемәсеһе Эльфрида Даян ҡыҙы булам. Һеҙҙән бер һүҙҙең башҡортсаға тәржемәһен белешергә ине.

Телефон шылтыраны:

- Һаумыһығыҙ, мырҙам. «Көйөргәҙе» гәзите тәржемәсеһе Эльфрида Даян ҡыҙы булам. Һеҙҙән бер һүҙҙең башҡортсаға тәржемәһен белешергә ине.

Эльфрида апай менән тәүге танышыуым ана шулай телефон аша булды. Был 1997 йылдың йәйе, «Көйөргәҙе» гәзите ойошторолоп, сыға башлауының тәүге айҙарының береһе ине. Ә артабан журналистикаға булған һөйөү минең үҙемде лә ошо милли матбуғат баҫмаһына эшкә алып килде, һәм Эльфрида Даян ҡыҙы Талипова, Зөһрә Әхмәт ҡыҙы Лоҡманова апайҙар менән бер бүлмәлә ултырып дубляж гәзит сығарыу бәхете тейҙе. Аҙаҡ, 2005 йылдың 5 майынан башҡорт әҙәби телендә «Юшатыр» гәзите ойошторолғас, унда ла бергә эшләнек. Эльфрида апай хаттар бүлеге мөдире вазифаһын башҡарҙы, редакцияға килгән бөтә хаттар уның ижади ҡәләме аша үтеп, эшкәртелеп донъя күрҙе. Шул эштәрҙе башҡарған арала төрлө темаға мәҡәләләрен дә бынамын тигән итеп яҙып ҡуя торғайны. «Юшатыр» гәзитенең ныҡлап аяҡҡа баҫып китеүендә коллегабыҙҙың хеҙмәте ҙур булды. Ә ул бит һөнәре буйынса филолог түгел, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәре.

Эйе, Эльфрида Талипова утыҙ йылға яҡын медицина өлкәһендә хеҙмәт иткәндән һуң эшен ташларға мәжбүр була. Быға әҙәбиәткә, туған телгә ҡарата һөйөүе сәбәпсе. Районыбыҙ Күмертау ҡалаһынан айырылып сығып, элекке исеменә кире ҡайтҡас, ике телдә уның үҙ матбуғат баҫмаһын булдырыу зарурлығы килеп тыуа. Дубляж өсөн тәржемәселәр кәрәк. «Ваҡыт» (элекке «Ильич юлы») гәзитендә эшләгән Зөһрә Әхмәт ҡыҙынан башҡа кеше юҡ. Был турала ишетеп ҡалған Эльфрида Талипова көсөн һынап ҡарарға, редакцияға ярҙам итергә була. Тырышлығы, туған телгә ҡарата мөхәббәте уны ысын тәржемәсе лә, журналист та яһаны. Ул хәҙер БР һә РФ Журналистар союзы ағзаһы. Таланты асылып китеп, хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң Эльфрида апай публицистика, әҙәби ижад менән етди шөғөлләнә башланы. Шуның һөҙөмтәһе булараҡ, үҙнәшер юлы менән «Ер биҙәге» (2008), «Тормош - һынау» (2019) исемле китаптары донъя күрҙе. Тәүге йыйынтығы 2009 йылда республика Шәжәрә конкурсында ҡатнашҡан 182 ғилми эш араһында «Шәжәрә төҙөүҙә оригиналь ижади алымы өсөн» II дәрәжә Дипломға лайыҡ булды.

Ете тиҫтәне тултырыуына ҡарамаҫтан, Эльфрида апай әүҙем тормош алып бара. Ул ғаиләһендә уңған хужабикә лә, балаларына һәйбәт әсәй ҙә, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн һөйөклө өләсәй ҙә. Баҡса үҫтерергә лә ваҡыт таба, үҙешмәкәр сәнғәттә лә ҡатнаша. Артабан да шулай булып ҡал, ҡәләмдәш апай, тип теләйһе килә уға 70 йәшлек юбилейында.

Хөрмәтле Эльфрида Даян ҡыҙын «Юшатыр» гәзите редакцияһы коллективы күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлай. Уға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете һәм именлеге, балаларының һәм ейән-ейәнсәрҙәренең бәхетенә төрөнөп оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәүен теләйбеҙ. Һеҙҙе бер ҡасан да ижад ҡомары һәм илһам ташламаһын.
Читайте нас: