Все новости
Юбилейҙар
6 Сентября 2019, 11:08

Беҙҙең халыҡ йәшәргә тейеш

“Южурал-Ойл” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Зиннур Исхаҡовты халыҡ аҡыллы етәксе һәм үҙ эшенең ысын оҫтаһы тип белә. Шулай уҡ уның тураһында оло йөрәкле, ярҙамсыл, кешелекле тип тә һөйләйҙәр. Беҙ ҙә уның менән беренсегә осрашмайбыҙ. Тынғыһыҙ етәксе ваҡыт табып һәр ваҡыт беҙҙең менән аралашып тора. Сираттағы осрашыуыбыҙ Зиннур Закир улының 65 йәшлек юбилейы алдынан булды.

“Южурал-Ойл” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Зиннур Исхаҡовты халыҡ аҡыллы етәксе һәм үҙ эшенең ысын оҫтаһы тип белә. Шулай уҡ уның тураһында оло йөрәкле, ярҙамсыл, кешелекле тип тә һөйләйҙәр. Беҙ ҙә уның менән беренсегә осрашмайбыҙ. Тынғыһыҙ етәксе ваҡыт табып һәр ваҡыт беҙҙең менән аралашып тора. Сираттағы осрашыуыбыҙ Зиннур Закир улының 65 йәшлек юбилейы алдынан булды.

- Зиннур Закир улы, ил етәкселеге пенсия йәшен арттырҙы тип борсолабыҙ, ә бына һеҙгә ҡарап, пенсия йәшендәге етәксе ағай, тип бер ҙә әйтеп булмай.

- 65 йәш ул аҙ ғүмер түгел, хәҙер һәр көн иҫәптә. Эйе, тиҫтерҙәремдең күбеһе күптән инде пенсияға сығып, өйҙәрендә генә ял итәләр. Мин дәртем, көсөм булғанда эшләйем әле. Был нәҫелдән дә киләлер, шулай уҡ нервы ситсемалары ныҡ булыу, сәләмәт тормош алып барыу ҙа мөһим. Атайым яғынан да, әсәйем яғынан да туғандарыбыҙ оҙон ғүмерлеләр, йөҙгә етә яҙғансы йәшәгәндәр. Мин дә, Алла бирһә, йөҙгәсә йәшәргә ине әле. Хәрәкәттә – бәрәкәт, бына мин көнөнә апаруҡ ҡына йәйәү йөрөргә тырышам. Тәмәке тартмайым, 25 йәшкә тиклем спорт менән шөғөлләндем, быларҙың барыһы ла тәьҫир итәлер.

- Һаман сафта булыу ул күңел торошона ла бәйлелер?

- Кеше тыуғас та Хоҙай тарафынан алдан уҡ яҙмышы яҙылып ҡуялыр ул. Бала саҡтан тырыш булдым. Абдул ауылындағы мәктәпкә йөрөп уҡыныҡ. Атай эштә, һылыуҙарым бәләкәй, ете йәштә мәктәпкә китер алдынан, малдарға бесән һалып китә торғайным. Ғөмүмән, тик ултырырға яратмайым. Уҡығанда ла ятаҡта ятып түҙә алманым. Өйгә саңғыла ҡайта ла килә торғайным. Әсәй мине әрләй ине, саңғыңды сабып бөтәм, йонсоп йөрөмә, тыныс ҡына ятып уҡы, тип. Шулай йүгереп йөрөй торғас, ғүмер үтә лә китә икән. Минең хәҙер туғыҙ ейән-ейәнсәрем бар. Бер нисә йыл элек бер туғандар балалары, ейән-ейәнсәрҙәре менән йыйылғанда уҡ 59 кеше булып киткәйнек, хәҙер тағы ла арттыҡ.

- Беҙҙең халыҡ араһында үҙ эштәре менән шөғөлләнгәндәр ниңәлер аҙ, ә бына һеҙгә ҡарап өлгө алырға була, һеҙҙең хәҙер дүрт предприятиеғыҙ булып ките, шикелле.

- Эйе, беренсенән, беҙҙең халыҡ көтөп ятырға ярата. Икенсенән, мин Себер тарафтарында эшләп ҡайтып, ярайһы ғына тәжрибә туплағас астым был эште. Себер тарафтарында 1999 йылға тиклем эшләнем. Ундағы коллегаларым да ҙур кешеләр булып, төрлө тарафтарҙа эшләйҙәр. Компаниябыҙ Рәсәйҙә лә ҙур танылыу яуланы. “Башнефть”, “Лукойл”, “Газпром ПХГ”, “Роснефть”, “Татнефть” кеүек нефть тармағы гиганттары ла беҙҙең менән хеҙмәттәшлек итә. Өсөнсөнән, хеҙмәткә һөйөү – нәҫелдән дә киләлер.

- Исхаҡовтарҙы сауҙагәрҙәр тиһәк тә буламы?

- Булалыр, моғайын. Атайым яғынан да, әсәйем яғынан да үҙ эштәрен асыусылар элек тә булған. Үҙем бала саҡтан уҡ тиктормаҫ инем. 6-сы класта район мәғариф бүлегенә өс егет менән уҡытыу буйынса ризаһыҙлыҡ хаты яҙҙыҡ. Тикшерергә килеп: “Һине икегә төшөрәсәкбеҙ, көтөүсе буласаҡһың”, -тип, ҡурҡытып киттеләр, ә үҙҙәре барыбер, беҙ күтәргән һорауҙы ыңғай хәл иттеләр.

- Бала саҡтан үҙ аллы булғанһығыҙ инде. Элек балаларҙы ныҡ ҡурсаламағандар, хәҙер яңғылыш тәгәрәп китһә лә ата-әсәһе эргәһендә йүгерә башлай, ниңә улай икән?

- Дөрөҫ әйтәһегеҙ. Хатта элек кеше өсөн балаға ҡарағанда мал ҡәҙерлерәк булғандыр, тип тә уйлап ҡуям. Бер ташҡын ваҡытында йылғаны кәмә менән сығырға кәрәк ине. Минең 7-се класта уҡыған саҡ. Балаларҙы тейәп ярҙың икенсе яғына алып сығам, ә ир-аттар шунда тәмәке тартып ҡарап ултыралар. Бер заман кәмә сайҡалып китте лә, барыбыҙ ҙа йылғаға остоҡ. Шул ирҙәр нисек ултырғандар шулай ултырҙылар, ярҙам итәм тип берәүһе лә урынынан ҡуҙғалманы ла. Үҙем спорт менән шөғөлләнгәс, көслө инем, барыһын да һыуҙан һөйрәп сығарҙым.

Үҙаллылыҡ тигән нәмә лә булды. Бер йылғанан сыҡҡанда, баҫма юҡ ине, унда кәкре бер ағас ҡына ятты. Өс малай йыйылып, шунда баҫма яһап ҡуйҙыҡ. Бала саҡтан тырыш, ныҡышмалы булғандар, үҫкәс ҙур кеше булып китәләр ул.

- Ҙур кеше булыр өсөн дә ниндәйҙер ярҙам кәрәк. Хәҙер кемдер килеп беҙҙе ҡотҡарыр тип көтөп ултырабыҙ, ахыры. “Инвестор” һүҙе популяр булып китте.

- Ситтән килгән кеше беҙҙең өсөн тырышып эшләмәй ул. Барыбер эшләп тапҡан малы, байлығы беҙгә булмай, ә үҙҙәренә була.

Беҙҙең кеүектәргә эшләүе ауыр хәҙер. Башҡортостанда беҙҙеке һымаҡ туғыҙ предприятие бар ине, шуның етәүһе аҙҙаҡы йылдарҙа ябылды. Хәҙер беҙҙең предприятие һәм Ишембайҙағы ғына тороп ҡалды. 12 меңләгән кеше эшен юғалтты. Беҙгә лә ҡағылды санкция, иҡтисади көрсөк. Элек беҙҙә 500-ҙән артыҡ халыҡ эшләй ине, әле яртыһы ғына ҡалды. НДС-ты ла күтәреп ташланылар – хәлде тағы ла ҡатмарлаштырҙылар.

- Һеҙҙең предприятие ошондай ҡатмарлы осорҙа нисек ябылманы, ташҡын ваҡытындағы кеүек көслөрәктәр генә ҡалдымы?

- Йәшәргә, эшләргә тырышабыҙ, хәҙер 1 һум эшләр өсөн дәүләткә 3һум – 3 һум 50 тин бирер кәрәк, ә ярҙам юҡ. Илдә система йүнле эшләмәй. Тулундағы ташҡында йорт-ерһеҙ ҡалған кешеләрҙең хәлен ил башлығы В. Путин үҙе белешеп йөрөй. Был эш түгел. Тәғәйенләнгән аҡсалар ҡаза күргәндәргә һаман барып етмәгән. Шулай булырға тейешме ни? Ил башлығының эшеме ни ул, йорт буйлап кешенең хәлен белеп йөрөү? Элекке ваҡыт булһа, кем саботаж менән ҡыялып ултыра, тотоп атырҙар ине.

- Халыҡ өндәшмәйме, әллә башҡа сәбәптәр ҙә бармы?

- Хәҙер халыҡ өндәшә, ҡыйыуҙар бар, талап итеүселәр ҙә табылып тора. Уйлап ҡараһаң, донъяла халыҡты еңгән бер генә хөкүмәт тә юҡ әле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, халыҡ араһында хәйерселек, ярлылыҡ аҙаҡҡы йылдарҙа нығыраҡ көсәйҙе. Миңә сит ерҙәрҙә күп йөрөргә тура килә. Беҙҙең яҡтар түҙерлек әле, ә башҡа тарафтарҙа ярлылыҡ тигән нәмә ярылып ята, эш юҡ. Себерҙән ҡайтмайҙар районға, тип күп кеше зар илай, ниңә ҡайтһындар, производство юҡ. Әле Көйөргәҙенән 1,5 мең тирәһе кеше ҡырҙа йөрөй. Етмәһә, аҙналағы эш көнөн 4 көнгә ҡалдырырға уйлайҙар - аптыраҡ был. Үҙҙәре хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырырға кәрәк тиҙәр.

- 65 йәш булһа ла, һеҙҙең дәртегеҙ ташып тора. Һеҙгә күҙ төбәп ярҙам һорап килгәндәр ҙә байтаҡ, уларға ярҙам итергә лә көс табаһығыҙ.

- Ысынлап та, ярҙам һорап күп киләләр, иртәнән кискә тиклем киләләр. Төрлө саралар үткәреүҙә, конкурстарҙа ҡатнашырға ярҙам һораусылар күп. Үҙемә генә булһын, тип ҡосаҡлап ултырып булмай бит бөтә нәмәне лә.

- Ярҙам һорап килгәндәрҙең кеменә булһа ла юҡ тип әйтә алаһығыҙмы?

- Юҡ, улай тип әйтә алмайым. Ҡулымдан килгәнсә ярҙам итергә тырышам, мөмкинлек булмаһа ла, тырышам. Беҙҙең халыҡ йәшәргә тейеш.

- Зиннур Закир улы, әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. “Юшатыр” гәзите коллективы ла һеҙҙе юбилейығыҙ менән ысын күңелдән ихлас ҡотлай. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, эшегеҙҙә яңы уңыштар теләйбеҙ. Артабан да һәр ваҡыттағыса тырыш, ябай, ярҙамсыл булып ҡалығыҙ.
Читайте нас: