Все новости
Юбилейҙар
27 Сентября 2019, 12:25

Кемдәр генә ишеген асмаған

Йөҙ йыллыҡ йылъяҙмаһы бар

2019 йылға тиклем Морапталда мәктәп булмаған. Ике мәсеткә бер мәҙрәсә эшләгән. Ауылда асылған мәктәптең иң тәүге уҡытыусылары булып Абдулла Вахитов, башҡорт композиторы Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың бер туған ҡустыһы Фәтих Әлмөхәмәтов, башҡорт әҙәбиәте классигы Баязит Бикбайҙың атаһы Ғаязетдин Бикбаев тәүге уҡытыусылары була.

1928 йылда ауылдағы мәктәп колхоз йәштәре мәктәбе (ШКМ) итеп үҙгәртеп ойошторола. Кулактар мәктәп бинаһына ут төрткәс, колхоз яңыһын төҙөп бирә. 20-30-сы йылдарҙа уҡыу йортонда пионер, комсомол ойошмалары төҙөлә.

1935-1936 уҡыу йылында мәктәп 7 йыллыҡҡа, 1937-1938 уҡыу йылында урта мәктәп итеп үҙгәртелә. Был Көйөргәҙе районында тәүге башҡорт мәктәбе була.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, уҡытыусыларҙың күбеһе фронтҡа китә, уларҙың урынына уҡыусылары баҫа һәм ауыр йылдарҙа йәш быуынға белем, тәрбиә бирә.

Һуғыштан һуң яу ҡырынан иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан уҡытыусылар мәктәптә эшләүен дауам итә, педколлектив яңыра. 1959 йылда Мораптал мәктәбенең яңы бинаһы төҙөп тапшырыла. Был эште уңышлы атҡарып сығыуҙа Советтар Союзы Геройы Морат Ҡужаҡовтың улы Мөхәррәм Ҡужаҡовтың тырышлығы ҙур була.

Мәктәп директоры булып Рафиҡ Сыртланов эшләгән йылдарҙа мәктәп бинаһына төкәтмә төҙөлә, ә 1975 йылда 120 урынлыҡ интернат, ашхана, оҫтахана, машиналарҙы өйрәнеү кабинеты төҙөлөп, ҡулланыуға тапшырыла.

1978 йылда Мораптал мәктәбе 50 йыллыҡ юбилейын билдәләй, һәм уға РСФСР Мәғариф министрлығы бойороғо менән яҡташ яҙыусыбыҙ, башҡорт әҙәбиәте классигы Баязит Бикбай исеме бирелә. 2002-2006 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты Мортаза Рәхимовтың шәхси күҙәтселегендә республика Хөкүмәте тарафынан 300 урынлыҡ мәктәп бинаһы проектлана, һәм ул 2006 йылда төҙөлә башлап, 2007 йылдың июлендә ишектәрен аса, мәктәптең яңы бинаһында мәғариф мәсьәләләре буйынса республика август кәңәшмәһе үтә.

2011 йылдың 20 майында яңы мәктәп бинаһы алдында Баязит Бикбайға бюст ҡуйыла.

Ун тиҫтә йыл эсендә Б.Бикбай исемендәге Яңы Мораптал урта мәктәбен тамамлаған арҙаҡлы шәхестәребеҙ бик күп. Уларҙың барыһының да исем-аттарын һанап сығыу өсөн гәзит биттәре етмәҫ ине. Бына уларҙың ҡайһы берҙәре: академик Альмира Бикҡолова, хәрби табип Шакир Туҡаев, атҡаҙанған табип Рәжәп Юлбарисов, ғалим һәм яҙыусы Йәдкәр Бәширов, Көйөргәҙе районының элекке хакимиәт башлыҡтары Раил Әбдрәшитов, Әхәт Ҡотлоәхмәтов, БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Рәмил Туҡаев һ.б.

Быйыл Мораптал ауылы мәктәбенә 100 йыл. Аҙ ғүмер түгел. Бер көн эсенә генә күпме ваҡиғалар һыя, күпме эш эшләнә, күпме үҙгәрештәр урын ала. Йөҙ йыл – меңләгән яҙмыштар… Бына шундай уҡыу йорто ул Б.Бикбай исемендәге Яңы Мораптал урта мәктәбе. Уның тарихын бер мәҡәләгә генә һыйҙырыу мөмкин түгел. Тап бына шуны күҙ уңында тотоп мәктәптең 100 йыллыҡ юбилейына ҡарата был уҡыу йорто педагогтары тарафынан «Мең йәшәһен мәктәбем!» исемле китап сығарылды. Байрамға килгән һәр кем уның менән яҡындан таныша һәм тыуған мәктәбенең тарихын төплөрәк белә аласаҡ.

Ижади ихласлыҡ

Тарих һәм йәмғиәт белеме уҡытыусыһы Розалия Юнир ҡыҙы Сәғитова 1971 йылдың 13 ғинуарында Көйөргәҙе районының Яҡут ауылында тыуған. Мораптал урта мәктәбен тамамлағас, юғары белемде Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында ала (1988-1993 й.й.)

Йәш быуынды уҡытыуҙағы һәм тәрбиәләүҙәге уңыштары өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы, БР-ҙың Мәғарифты үҫтереү институтының Рәхмәт хаты, мәктәп хакимиәтенең грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә.

Розалия Юнир ҡыҙы тыуған мәктәбендә 25 йылдан ашыу эшләй. Ул - әҙерлекле һөнәр эйәһе, эшенә яуаплы, ижади ҡараусы. Үҙ предметын уҡытыуҙағы яңылыҡтарҙы белеп барырға тырыша, уның дәрестәре хәҙерге заман талаптарына яуап бирә. Педагог үҙ методик эшкәртмәләре һәм тупланмалары менән ихлас бүлешә. Уның педагогик эшмәкәрлегенең төп һөҙөмтәһе - уҡыусыларының төплө белемле булыуҙары, предметты яратып өйрәнеүҙәре.

Розалия Сәғитованың уҡыусылары йыл да олимпиадаларҙа һәйбәт һөҙөмтәләргә өлгәшә.

Мөғәллимә үҙ эшмәкәрлегендә уҡыусыларҙы ғилми эҙләнеү эштәренә өйрәтеүгә ныҡлы иғтибар бирә. Уҡыусылары муниципаль, республика һәм Бөтә Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулай.

Розалия Юнир ҡыҙы - мәктәп музейын ойоштороусы һәм уны уңышлы етәкләүсе лә. Тыуған яҡ тарихын өйрәнеүгә көсөн йәлләмәй, райондың ҡыҙыҡлы кешеләре тормошон теләп өйрәнә, туплаған материалдарын эшкәртеп, мәктәп музейына тапшыра, ғилми тикшеренеү эштәре лә алып бара. Ул Яңы Мораптал мәктәбенең 100 йыллығына арналған китап әҙерләп сығарыуҙа ла материалдары менән ихлас ярҙам итте.

Мәктәпкә килгән район һәм республика ҡунаҡтары өсөн экскурсиялар үткәрә.

Уҡытыусы үҙ һөнәри белемен арттырыу өҫтөндә даими эшләй, курстар үтеп тора.

Розалия Юнир ҡыҙы уҡыу йортоноң социаль-гуманитар цикл уҡытыусыларының мәктәп методик берекмәһе етәксеһе, уны район предмет олимпиадалары жюрийы составында ла йыш күрәбеҙ. Район, республика семинарҙарында, район методик берекмәләрендә, педсоветтарҙа докладтар менән сығыш яһай. Мәктәптә, районда үткәрелгән илһөйәрлек сараларында әүҙем ҡатнаша.

Розалия Юнир ҡыҙы уҡытҡан предмет буйынса өлгәшмәгән уҡыусылар юҡ, киреһенсә, барыһы ла яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә.

Розалия Юнир ҡыҙының педагогик эшмәкәрлегендәге иң мөһиме - уның уҡыусыларының тарих һәм йәмғиәт белеме уҡытыусыһы һөнәренә теләп уҡыуы, мөғәллимәнең изге эшен башҡа уҡыу йорттарында дауам итеүе. 10 уҡыусыһының юғары уҡыу йорттарының тарих факультетын уңышлы тамамлауы быға асыҡ миҫал. Быйылғы сығарылыш уҡыусыһы Алена Медведева был традицияны уңышлы дауам иттерҙе: БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалындағы тарих факультетына уҡырға инде.

Розалия Юнир ҡыҙы эшендә ижади эшләүсе, ихлас күңелле педагог булһа, өйөндә балалары өсөн һөйөклө әсәй, уңған хужабикә. Ул тормош иптәше Рәшит Нурислам улы менән бер ул, бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙе. Улдары Динар юғары белем алып, Өфөнөң нефть эшкәртеү сәнәғәте өлкәһендә уңышлы эшләй. Ә ҡыҙҙары Азалия Өфө нефть-техник университетының IV курсында белем ала.

Һөнәрҙәренә ғашиҡтар

Кеше апаруҡ ҡына йәшәгәндән һуң, артына әйләнеп ҡарап, мин был тормошта ниндәй эҙ ҡалдырҙым, башҡаларға ниндәй изгелектәр ҡылдым, тип байҡау яһап алырға тейеш. Бына шунда күренә лә инде ғүмерҙең нисек үткәне: бушҡамы әллә файҙағамы? Үҙең ҡорған донъяң, үҫтергән балаларың, яратҡан эшең, тирә-яҡтағыларҙың мөнәсәбәте быны асыҡ күрһәтеп торасаҡ. Ә йәшәлгән ғүмере, башҡарылған эштәре менән ғорурланырлыҡ кешеләребеҙ бихисап беҙҙең. Шундай ғаиләләрҙең береһе - Мөлөковтар.

Мәрфуға Һибәт ҡыҙы Мөлөкова Мораптал урта мәктәбендә 1971 йылдан бирле балаларға математика фәненән белем бирҙе. Ныҡышмал, үҙ фәненең оҫтаһы булған Мәрфуға Һибәт ҡыҙы балаларға белем биреп кенә ҡалмай, уларҙы тормош юлына ла тәрбиәләй. Хаҡлы ялдағы ветеран уҡытыусыға төрлө һөнәр эйәһе булған уҡыусылары әле лә рәхмәт әйтә, хәлен белеп тора.

Мәрфуға Һибәт ҡыҙының оло улы Илдар Юнир улы әсәһенең юлын һайлаған. Бына 26 йыл инде Баязит Бикбай исемендәге Яңы Мораптал урта мәктәбендә физика һәм математика фәндәренән белем бирә. Тормош иптәше башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлзиә Фәтих ҡыҙы менән балаларға төплө белем биреп, төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашып еңеү яулайҙар. Үҙ эшенең оҫтаһы булған уҡытыусыларҙы бергә эшләгән коллективы ла, уҡыусылар ҙа ихтирам итә.
Читайте нас: