Ҡаланың 30-сы hанлы "Торнаҡай"балалар баҡсаhында Башҡортостан республикаhы көнөнә арналған саралар булып үтте. "Бал ҡорттары "төркөмө балалары "Ҡурайҙы эҙләүҙә”тигән квест-уйында ҡатнашты. Балалар алдарына ҡуйылған талаптарҙы үтәп тыуған ил тураhындағы белемдәрен камиллаштырҙы,"Тирмә"уйыны, шиғырҙар бәйгеһе бигерәк тә балаларҙың күңеленә ятты. Был уйын барышында балалар телмәр, аң-зиhен үҫтереү өҫтөндә лә эшләнеләр. Башҡорт ҡурсағы Нәркәс уйын аҙағында юғалтҡан ҡурайын табып бик ҡыуанды, балаларға рәхмәт hүҙен әйтеп ҡурай тураhындағы легенданы ишеттереп балаларҙы тағын да ҡыуандырҙы.