Все новости
Юбилейҙар
18 Октября 2019, 11:45

ГИМНАЗИЯМ - ҒӘЗИЗ ЙОРТОМ МИНЕҢ

Хәҙерге 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатының юл башы 1959 йылға барып тоташа. Ул 2-се һанлы мәктәп-интернат булараҡ 1 сентябрҙә асыла. Тәүге директоры Евгения Милохова була. Хөкүмәт яңы уҡы йорто биналарын төҙөү өсөн 12 млн.137 мең һум аҡса бүлә. Улар уҡыу йылына төҙөлөп бөтмәү сәбәпле, дәрестәр 3-сө һанлы мәктәптә үткәрелә, ә дәрес әҙерләүҙәр киске мәктәптә була, тәрбиәләнеүселәрҙең йәшәү урыны - «Башкируголь»дең дөйөм ятағында.

1960 йылдың 1 сентябрендә мәктәп-интернаттың уҡыу бинаһы, дөйөм ятағы һәм ашханаһы сафҡа инә.

1961 йылда Совет космонавы Юрий Гагарин беренсе булып Йыһанға оса. Шул уңайҙан мәктәп-интернатҡа Юрий Гагарин исеме бирелә. Параллель рус һәм башҡорт кластары асыла. Тәүге сығарылыш 1961 йылда була: 17 уҡыусы мәктәп-интернатты тамамлай. 60 йыл эсендә 2600-ҙән ашыу уҡыусы әҙерлек аттестаты ала.

1993 йылда уҡыу йорто мәктәп-интернат-гимназия итеп үҙгәртелә. Ә 1997 йылдан 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернаты статусын ала.

Уҡыу йортоноң заманса китапханаһы, компьютер класы, сәнғәт-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, медицина блогы, спорт залы бар.

60 йыл ваҡыт эсендә уҡытыу-тәрбиә эшенә уҡытыусыларҙан Т. Жирухина, Н. Кряжева, Р. Агишев, З. Каврева, В. Лебедькова, Е. Морозова, Р. Әкбәрова, К. Хәйретдинова һәм башҡа бик күптәр ҙур өлөш индерә. Төрлө йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусылары Михаил Быков, Хәким Аҙнабаев, Хәҙисә Кинйәбаева, Гөлсинә Йосопова ижади эшләй.

Инновацион уҡыу йортоноң төп маҡсаты – Башҡортостан Республикаһының көньяҡ зонаһынан һәм Ырымбур өлкәһенән уҡырға килгән уҡыусыларға, республикабыҙҙың киләсәкке милли кадрҙары булараҡ, дөрөҫ профориентация йүнәлеше биреү, уларҙы юғары уҡыу йорттарына әҙерләү.

Был уҡыу йортонан ҡалабыҙға, республикабыҙға исем-аттары яҡшы билдәле бик күп шәхестәр сыҡты. Улар хәҙерге көндә республикабыҙҙың власть органдарында, Рәсәй Ҡораллы сафтарында, сәнәғәттә, эшҡыуарлыҡта, мәғариф, мәҙәниәт, сәнғәт, матбуғат һәм башҡа өлкәләрҙә уңышлы эшләй.

әкбәр
Закир Насир улы ӘКБӘРОВ, 3-сө БРГИ-ның директоры булып эшләгән:
Был уҡыу йортоноң директоры булып оҙаҡ эшләмәнем мин, бары өс кенә йыл. Ләкин ул йылдар күңелемдә лә юйылмаҫ хәтирә булып һаҡлана, ул саҡта унда эшләгән, уҡығандарҙың күпселеге тарафынан да интернат тарихының боролош осоро булып ҡабул ителәлер.
1991 йылдың авгусында, Күмертау ҡалаһы Юрий Гагарин исемендәге 2-се һанлы мәктәп-интернатҡа эшкә килгәнемдә, йомшаҡ ҡына итеп әйткәндә, уның хәле маҡтанырлыҡ түгел ине. Оҙаҡ йылдар капиталь ремонт күрмәгән биналар туҙып бара, һыу, йылылыҡ, электр селтәрҙәре аяныслы хәлдә, класс һәм йоҡо бүлмәләренең йыһаздары иҫкергән. Ләкин улары әле төп мәсьәлә булмағандыр. Ҡасандыр бында, киләсәк уҡыу йорто булараҡ асылған интернатҡа, балаларҙың иң яҡшы уҡығандарын һайлап ҡына алғандар, уларҙың һаны 700-800-гә еткән, ә туҡһанынсы йылдар башында уҡыусылар һаны 300-гә лә тулмай ине. Уларының күбеһе ҡала мәктәптәренә һыймаған «ташландыҡ» балалар. Был һүнеп барған уҡыу йортон нәмә эшләтергә? Маяҡ биҫтәһендә бит йәтим, ата-әсәләре тәрбиәһенән мәхрүм балалар өсөн тағы бер интернат эшләй. Мәғәриф министрлығында ултырған ҡайһы бер иптәштәр күңелендә инде Күмертау интернатын бәлиғ булмаған енәйәтселәр өсөн махсус мәктәпкә әйләндереү планы ү тыуа башлаған ине. Күҙ алдына килтерһәң дә йәнде өшөтә: ҡаланың үҙәк урамына йәм биреп ултырған мөһабәт бина һәм сәнескеле тимер сыбыҡ менән уратып алынған балалар төрмәһе…
Уҡыу йортоноң үҫеш концепцияын күҙаллаған ике документ эшләнек. Беренсеһе: ошо базала ир балаларға педагогик йүнәлештә белем биреүсе лицей-интернат асыу. Был - ү мәктәптәрҙә ир уҡытыусыларҙың бөтөп барыуын күҙ уңында тотоп эшләнгән проект ине. Икенсеһе: башҡорт гимназия- интернаты булдырыу. Өфөлә бар, Ишембайҙа асылып тора, нишләп әле уның өсөнсөһө Күмертауҙа булмаҫҡа тейеш?!
Мәғариф министры Рифҡәт Тимербай улы Гарданов тәүге проектты диҡҡәт менән уҡып сыҡҡас, тәү йылмайҙы, унан миңә һораулы ҡарашын ташланы.
- Шәп проект, иҫкиткес шәп проект!.. Тик… фантастик хыял. Ҡайҙан йыйырға уйлайһың, иптәш директор, ул уҡытыусы булырға ашҡынып торған биш йөҙ малайҙы?
- Бөтә Башҡортостандан, уҡытыусылар ғаиләләренән.
- Балаларын тик уҡытыусы ғына итергә хыялланған уҡытыусы ғаиләләрен күпме таба алырһың?.. Юҡ менән булышма.
Министрҙың өҫтәленә икенсе проектты һалырға тура килде.
- Бына быныһы тормошҡа ашырырлыҡ, - тине ул, ҡағыҙҙы ҡараштырып сыҡҡас. - Әҙерләнегеҙ, уҡыу йылы башланыр алдынан, министрлыҡ коллегияһы йыйып, ҡарар ҡабул итербеҙ.
Ул ваҡытта инде бик ҙур ремонт эштәре башлап ебәргән инек. Гимназия кластарына уҡыусылар ҡабул итеүебеҙ тураһында иғландар бирҙек, вәкилдәребеҙҙе күрше райондарға ебәрҙек. Конкурс нигеҙендә ҡала мәктәптәренән уҡытыусылар саҡырҙыҡ. Шулай итеп, 1992-93 уҡыу йылын яңы сифатта башлап ебәрә алдыҡ. Уҡыусылар һанын 500 балаға еткерҙек. Шуныһын да күҙ уңында тотарға тура килде: тәүге йылдарҙа насарыраҡ өлгәшкән балаларҙы ҡыуып сығарманыҡ «ябай» кластарҙа уҡыттыҡ, экзамен менән һайлап алынғандарҙы – гимназия кластарында.
Был йылдарҙағы үҙгәрештәр мәктәп етәксеһе елкәһенә лә, уҡытыусылар, тәрбиәселәр өлөшөнә лә байтаҡ ауыр йөк булып төштө. Берҙәм, бер төптән булып эшләгәндәре өсөн коллегаларыма мин бик рәхмәтлемен. ГорОНО мөдире булып ул ваҡытта Мөхтәр Нуриман улы Байгилдин эшләне. Ул да һәр инициативаны хуплай, уны башҡарырға ярҙам итә ине.
Минән ҡалмаған сәбәптәр арҡаһында 1994-се йылдың авгусында “үҙ теләгем менән” эштән китергә тура килде. Быныһы инде икенсе мәсьәлә. Республика башҡорт гимназия-интернатының бөгөнгө тотроҡлы хәлен, уның уңыштарын күреп шатланам, педагогик коллективты, уҡыусыларҙы юбилей менән ҡотлайым. Һәр ваҡытта ла эшегеҙҙә лә тормошоғоҙҙа ла уңыштар юлдаш булһын һеҙгә, коллегалар!
Юлай Камил улы ӘМӘКӘСОВ, 1994-1997 йылдарҙа 3-сө БРГИ-ның директоры:
- Был уҡыу йортонда 1994 йылдың 1 сентябренән директор булып эшләй башланым. Беҙҙең маҡсат булып мәктәп-интернатты Башҡорт гимназия-интернатына әйләндереү булды. Миңә был эште атҡарып сығырға “Тере шишмәләр” ойошмаһына йөрөүсе Альберт мәрхүм Юлдыбаев, Спартак Хөсәйеновтар ныҡ ярҙам итте. Аллаға шөкөр, ҡатмарлы эште лә уңышлы атҡарып сыҡтыҡ. Аҙаҡ өс йыл эсендә башҡорт мөхитендә уҡыта һәм тәрбиә бирә алырлыҡ уҡытыусылар, тәрбиәселәр тупланыҡ. Шул саҡта бер ниндәй ҙә аңлашылмаусанлыҡ булманы, шуға шатланам. Миңә унда 32 йәш ине, ярҙамсыларым да йәш булдылар. Әлеге ваҡытта мәрхүм булған Нур Туҡаев һәм башҡалар менән көнө-төнө бергәләп эшләнек. Иң мөһиме ата-әсәләр ҙә күтәреп алды, балаларын күпләп беҙгә уҡырға алып килделәр.
Медицина буйынса ла уҡытыу профиле асып ебәреүгә ирешкәйнек. Йыл да 13-15 уҡыусыбыҙ Башҡорт медицина университетына бер тин түләмәй уҡырға инә торғайнылар. Етмәһә, ундағы уҡытыусылар гимназиябыҙға үҙҙәре килеп имтихандар алды. Ғәләмәт булған бит. Был эште атҡарыу еңел булманы, әлбиттә. Башҡорт медицина университеты ректоры менән һөйләшеүгә күп тапҡырҙар барырға тура килде. Тәүге ике тапҡыр барғанымда бармағы менән генә ишеккә төртөп күрһәтеп сығарып ебәрҙе. Өсөнсө тапҡыр барғанымда, һин Башҡортостандағы иң ныҡыш директоры икәнһең, тип гимназиябыҙ менән бәйләнеш булдырыуға ризалығын бирҙе. Ул йылдарҙа медицина университетына уҡырға ингәндәр хәҙер матур итеп эшләп йөрөйҙәр.
1997 йылда Башҡортостандың Халыҡ шағиры Мостай Кәрим менән гимназияла осрашыу үткәрҙек. Осрашыуҙы яҡташ яҙыусыбыҙ Рәшит Солтангәрәев ойошторҙо. Рәшит ағай беҙҙең гимназияны ныҡ яратты, һәр саҡ кереп хәл белешеп сыға торғайны. Шул саҡта бер малай унан: “Рәшит ағай, яҙыусы булыу ҡыйынмы ул?” тип һорағайны. Рәшит Солтангәрәев ауыр, ә Мостай Кәрим рәхәт тип яуаплағандан һуң рәхәтләнеп көлгәнебеҙ иҫтә ныҡ ҡалған.
3-сө БРГИ-ның яҙмышына үҙ өлөшөмдө индергәнемә шатланам һәм 60 йыллыҡ юбилей менән тәбрикләйем!
Урал КИЛСЕНБАЕВ, БР Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары, 3-сө БРГИ-ның 1999-сы йылғы сығарылыш уҡыусыһы:
- Гимназия ваҡыттарындағы хәтирәләрҙе бер гәзиткә генә һыйҙырып булмай, ә ҡайһы берҙәрен яҙырға ла ярамай. Ысынлап та, хисләнеп китеп компьютер төймәләренә баҫаһыңда... кире юяһың.
Гимназияла уҙғарған һәр бер йыл үҙе бер ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс баҫҡыс, тормош баҫҡысы. Йәй етеүгә, уҡыуҙар бөтөүгә уҡыусылар ҡыуана, тик ни өсөндер гимназистар бик оран һалып йөрөргә ашыҡмай. Сөнки тағы ла өс айға өйрәнеп өлгөргән дуҫтарыңдан айырылырға ашыҡмайһың. Шул ваҡытта төшөнәһеңдер инде ул һиңең контрольныйҙы ғына күсерткән дуҫың түгел, ә бер туғаның шикелле булғанды.
Шуға ла гимназияның гимнына әүерелгән йырҙа Интернатым – кесе ватаным тигән һүҙҙәр бар. Уҡытыусыларҙы, уҡыусыларҙы, ошо уҡыу йорто менән тормоштары бәйләнгән һәр бер кешене кесе ватаныбыҙ булған гимназиябыҙҙың юбилейы менән ихлас ҡотлайым.
Гөлмирә ИСМӘҒИЛОВА, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы, БСТ каналындағы “Сәләм” тапшырыуы алып барыусыһы, 3-сө БРГИ-ның 2008-сы йылғы сығарылыш уҡыусыһы:
- Гимназияла 5-се кластан уҡый башланым. 2001 йыл ине ул. Беҙҙе класс етәксебеҙ Нур Хөснулхаҡ улы Туҡаев линейканан һуң “Себештәрем” тип етәкләп классҡа индергәне һаман да хәтерҙә. Ҡурсалап ҡына йөрөттө ул беҙҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы яҡты донъя менән иртә хушлашты. Йәне йәннәттә булһын. Гимназияла уҡытҡан һәр уҡытыусым ҡәҙерле. Барыһын да яратам, иҫләйем һәм хөрмәт итәм. Айырым рәхмәттәремде Йәүҙәт Әвғәнур улы Усмановҡа еткергем килә.
Уҡытыусы ул ауыр ҙа, яуаплы ла һөнәр тип уйлайым. 11 классты 2008 йылда тамамланыҡ. Беҙгә ҙур өмөттәр бағлаған, беҙҙең өсөн янып көйгән класс етәксебеҙ Руша Рафиҡ ҡыҙы Солтанғолова булды. Илебеҙгә кәрәкле кеше булығыҙ, кешелекле булығыҙ тип һәр саҡ әйтеп барҙы. Гимназияла эшләгән бар түңәрәктәргә йөрөргә тырышһындар ине уҡыусылар. Был үҙҙәрен төрлө яҡлап үҫтереү өсөн кәрәк. Гимназиямды һәм уҡытыусыларымды, унда уҡыған һәм уҡып киткәт уҡыусыларҙы ысын күңелдән юбилей менән ҡотлайым. Дуҫ булайыҡ, бер беребеҙгә ярҙам итәйек- БЕҘ БИТ ГИМНАЗИСТАР! Гимназиябыҙ йәшәһен, ә уҡытыусыларыбыҙға ныҡлы һаулыҡ, эштәрендә еңеллек, ғаилә именлеге!
Тәлғәт ШАҺМАНОВ, 1975 йылғы сығарылыш уҡыусыһы:
- Филологияны һайлауыма тап бына ошо уҡыу йорто, класс етәксем, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Хәҙисә Ғимран ҡыҙы Кинйәбаева сәбәпсе булды. Өс йыл уҡыу эсендә бик күп тәжрибәле уҡытыусыларҙан фәһемле дәрестәр алдым. Интернат-мәктәп директоры Хәким Сирай улы Аҙнабаевтың, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Шәүлиә Ниғмәт ҡыҙы Зөлҡәрнәеваның, рәсем һәм һыҙма дәрестәре уҡытыусыһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Михаил Егорович Быковтың, физик культура уҡытыусыһы Петр Никифирович Панферовтың, тәрбиәсем Лидия Ефимовна Кряжеваның биргән белеме һәм тәрбиәүи роле ҙур булды, уларҙы һәр саҡ һағынып иҫкә алам.
Ошо уҡыу йортонда уҡығанда беренсе шиғыр, мәҡәлә, хикәйәләремде яҙып, эргәлә генә урынлашҡан «Ильич юлы» гәзитенә алып барҙым. Уларҙы остазым, журналист Мостафа Кәрим улы Солтанов баҫтырып сығарҙы. Минең ижад юлым бына шулай Юрий Гагарин исемендәге 2-се һанлы интернат-мәктәптә уҡығанда башланды. Тәүге гонорарым аҡсаһына класташтарымды туңдырма менән һыйланым.
Кем уйлаған инде ике тиҫтә йылдан һуң ошо уҡыу йортона директор урынбаҫары булып эшкә ҡайтырмын да коллегаларым менән бергәләп уға гимназия статусы алыу өсөн ең һыҙғанып эшләрбеҙ тип. Тыуған уҡыу йортомдоң статусын күтәреү өҫтөндә шулай үҙ өлөшөмдө индерә алыуым менән бик тә бәхетлемен.
Әҙәбиәткә, туған телгә ҡарата ошо уҡыу йортонда һалынған һөйөү мине журналист итте.
Был уҡыу йорто артабан да шулай республикабыҙға кәрәкле һөнәр эйәләре, шәхестәр тәрбиәләү үҙәге булып ҡалһын.

Читайте нас: