Все новости
Юбилейҙар
18 Октября 2019, 12:03

Киләсәктә лә һынатмаҫбыҙ

Фәһим Фәрғәт улы БОҪҠАНОВ, 3-сө БРГИ-ның директоры:
- Гимназиябыҙҙың 60 йыллыҡ юбилейын тулҡынланып ҡаршылайбыҙ. Был уҡыу йорто менән яҙмыштары бәйләнгән һәр кемде уртаҡ байрамыбыҙҙа күреүебеҙгә шатбыҙ. Күптәрҙең икенсе йортона әйләнгән белем усағыбыҙҙың 18 комплект кластарында бөгөнгө көндә барлығы 406 уҡыусы белем ала. Уларҙың араларында 189-ы Күмертауҙан булһа, 103 уҡыусы Көйөргәҙе районынан, Күгәрсен районынан – 50, Ейәнсуранан 24, Баймаҡ, Мәләүез райондарынан 4-ешәр, Межгорье ҡалаһынан 3 һәм Ырымбур өлкәһенән 15 уҡыусы,шулай уҡ республикабыҙҙың башҡа район һәм ҡалаларынан да уҡыусылар бар. 210 егет һәм ҡыҙҙарыбыҙ уҡыу йортобоҙ интернатында йәшәй. Бында үҙ эшен яратып башҡарған 54 педагог эшләй. Уҡыу йортонда социаль-гумантиар һәм физика-химия профилдәре буйынса уҡытыла, төрлө түңәрәктәр ҙә әүҙем эшләй. Республикабыҙҙың юғары уҡыу йорттары менән дә тығыҙ бәйләнештә эш алып барабыҙ. 2018-2019 йылғы сығарылыш уҡыусыларыбыҙҙың 84 проценты юғары уҡыу йортона инделәр. Улар республикабыҙҙа ғына түгел, ә Казан, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында ла белем алалалар.
Уҡыусыларыбыҙ республика, төбәк-ара, ҡала күләмендә үткән төрлө конференцияларҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашып һәр саҡ призлы урындар яулауы ла юғары күрһәткес булып тора. Хөрмәтле ҡунаҡтар, ветерандар, уҡытыусылар, уҡыусылар, сығарылыш уҡыусыларыбыҙ, тәрбиәселәр, дуҫтар барығыҙҙы ла яратҡан гимназиябыҙҙың 60 йылыҡ юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайым! Гимназиябыҙ осорған ҡошсоҡтар араһында ғорурланырлыҡ шәхестәребеҙ бихисап, киләсәктә лә һынатмаҫбыҙ, тип ышанам.
Ҡалабыҙҙағы 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатының 60 йыллыҡ юбилейы уңайынан әҙерләнгән материалдарҙы гәзиттең 4-5-се биттәрендә уҡығыҙ.
Читайте нас: