Все новости
Юбилейҙар
18 Октября 2019, 12:05

Тыуған ергә, телгә, илгә һәм Мостай Кәримгә һөйөү менән

Сентябрь айы мәктәп тормошонда төрлө сараларға бик бай осор. Яңы ғына уҡыу йылын башлап ебәргән инек. Яңылыҡ та көтөп торҙо - биш көнлөк уҡыу аҙнаһы. Әммә һәр шәмбе йә өмә, йә ярыш (Сәләмәтлек аҙнаһы), йә мәктәп баҡсаһында үҫтергән йәшелсәләрҙе йыйып алыр кәрәк ине. Шулай ваҡыт тар булыуға ҡарамаҫтан, Абдул мәктәбе уҡыусылары 10 октябрь Республика көнөнә һәм әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған матур сара уҙғарҙы.
Башта мәктәптән бер төркөм уҡыусылар Күмертауға әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалының «Һеңлекәш» фильмын ҡарарға барҙы. Тып-тын ҡалып, хисләнеп ҡараны балалар башҡортса фильмды. Ҡайһы берәүҙәрҙең күҙҙәренә йәш тә төйөлдө. Хәҙерге ваҡытта балаларҙы аптыратыуы ҡыйын, тибеҙ. Әммә был юлы улар һоҡланыуҙарын, әҫәрләнеүҙәрен йәшермәнеләр. Бик тә оҡшаны уҡыусыларға Йәмил менән Оксана, башҡортса мөхит, тыуған республикабыҙ тәбиғәте. Ихласлыҡ, ябайлыҡ йәш балаларҙы арбап алды. Дәртләнеп, илһамланып ҡайтты улар был сәйәхәттән.
Шуға күрә байрам сараһында шиғыр һөйләүселәр конкурсына уҡыусылар күберәген М.Кәримдең әҫәрҙәрен һайланылар. Улар «Тупрағым, һауам,һыуҙарым», «Ҡайын япрағы тураһында», «Өс сифатта күрәм, өс һында», «Йылғалар төнөн һөйләшә», «Уңдым», «Уҡытыусыма» шиғырҙарын яратып, ҙур оҫталыҡ менән башҡарҙылар. Әлбиттә, конкурста тыуған Башҡортостаныбыҙ хаҡында Б.Бикбай, Н.Нәжми, Р.Ғарипов, Р. Бикбаевтың шиғырҙары ла яңғыраны. 10-сы класс ҡыҙҙары Сөмбөл Ниғмәтуллина, Альвина Рәжәпова, 8-се кластан Нәркәс Ишмөхәмәтова, 7-се кластан Азалия Килмәтова, 6-сы кластан Азалия Аҙнабаева, Диана Дауытова, 5-се кластан Роза Шәрипова һәм Камилла Ишмөхәмәтова, 4-се кластан Айлиза Рәжәпова шиғырҙарҙың мәғәнәһен аңлап, күңелдәргә үтеп инерлек итеп бик оҫта һөйләнеләр.
Байрам сараһын, Башҡортостан тураһындағы презентация менән биҙәп, ҡыҙыҡлы, файҙалы мәғлүмәттәр менән байытып Егор Иҙрисов менән Сөмбөл Ниғмәтуллина йәнле итеп алып барҙы. Улар тиҫтерҙәренә Башҡортостан республикаһының 100 йыллыҡ юбилейын, үҙаллылыҡтың 29 йыллығын билдәләүҙең айырмаһын, Башҡортостан менән «Башкирия» атамаларының ҡасан барлыҡҡа килеүен дә төплө аңлата белделәр.
Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арнап «Тыуған яҡ биҙәктәре» темаһына һүрәт төшөрөүселәр конкурсы ла иғлан ителгәйне. Был конкурста башланғыс һәм урта кластар әүҙемерәк булып сыҡтылар. Етәкселәре Айгөл Әхмәтфәиз ҡыҙы еңеүселәрҙе тәмлекәстәр менән һыйланы.
Беҙгә, сараны әҙерләүсе уҡытыусыларға, балаларҙың яуаплы ҡарашы, әүҙем, дәртле булыуҙары айырыуса оҡшаны. Артабан да балаларға уңыштар, еңеүҙәр теләп ҡалабыҙ.
Ғәзимә АҘНАБАЕВА,
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Абдул ауылы
Читайте нас: