Все новости
Юбилейҙар
1 Ноября 2019, 20:50

Башҡортостан — тыуған йортобоҙ!

Иҫәнмеһегеҙ, беҙҙең яратҡан «Юшатыр» гәзитебеҙҙең хөрмәтле редакцияһы! Һеҙгә Башҡортостандың 100 йыллығына бағышлап Зәк-Ишмәт ауылының «Сабый» балалар баҡсаһында бергәләп үткәргән байрам тураһында яҙырға булдым.
Балалар баҡсаһына мин бик йыш ҡына китаптар алып барам, төрлө байрамдарҙы бергәләп үткәрәбеҙ. Балалар ҙа, тәрбиәселәр ҙә мине гел шундай йылы итеп ҡаршы алалар, бик ҙур рәхмәт уларға. Килеп кереүем менән кескәйҙәр ҡыуанып китаптарымды алып ҡарай башлайҙар. Уҡый белмәһәләр ҙә рәсемдәрен ҡарап, һорауҙар бирәләр, таныш булғандарын уҡыйбыҙ, тип үҙҙәре һөйләп бирәләр. Ҡайтырға тип кейенә башлаһам: «Миләүшә апай, тағын килегеҙ», - тип ишек төбөнә хәтлем килеп оҙатып ҡалалар.
Ә бына был юлы беҙ улар менән «Башҡортостан – тыуған йортобоҙ» тигән байрам үткәрҙек. Ә һуңынан «Нимә ул Башҡортостан?» тигән һорауға бергәләп яуап бирҙек, Башҡортостандың дәүләт символдарын өйрәндек. Башҡортостаныбыҙҙың балалар өсөн бик күп әҫәрҙәр яҙған танылған яҙыусылары: Мостай Кәрим, Гөлфиә Юнысова, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллиналарҙың күргәҙмәләге китаптары менән таныштыҡ. Китапханасы апай уҡыған Мостай Кәримдең әҫәрҙәренә тап килгән таҡталағы рәсемдәрҙе кем беренсе дөрөҫ итеп табып күрһәтә, тип ҡыҙыҡлы уйын да уйнап алдыҡ. Гөлфиә апай Юнысова яҙған ҡыҙыҡлы табышмаҡтарға ла яуаптар эҙләнек. Бергәләп ултырып бәләкәй генә ноутбуктан Фәрзәнә апай Ғөбәйҙуллинаның «Серле ҡумта» китабына ижад иткән видео-буктреллер ҡараныҡ. Байрамыбыҙ бик матур үтте. Рәхмәт балаларға, рәхмәт тәрбиәселәргә! Тыуған Башҡортостаныбыҙҙа беҙҙең яҡты киләсәгебеҙ – ошондай аҡыллы матур балалар тыуып торһондар. Йәшәһен, сәскә атһын Башҡортостаныбыҙ!
Миләүшә ГУДЕЕВА
Зәк-Ишмәт ауылы
Читайте нас: