Все новости
Юбилейҙар
29 Ноября 2019, 11:39

Тел, рух, милли берҙәмлек, быуындар байрамы

Ҡалабыҙҙағы Мөхәмәт Исҡужин исемендәге прогимназия үҙенең 25 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Прогимназияның юл башы 1994 йылға барып тоташа. Белем усағы 13-сө һанлы башҡорт мәктәбе булып 1 сентябрҙә асыла. Тәүге директоры Нурия Хәлилова. Ул һәм Мөхәмәт Исҡужин башҡорт мәктәбен асыу өсөн 1990 йылдарҙа уҡ башҡорт теле уҡытыусылары, ата-әсәләр менән ҙур эш башлайҙар. Радио, телевидение аша аңлатыу эштәре алып баралар. Шулай итеп ыңғай һөҙөмтә – 1994 йылда был мәктәпкә 600-ҙән ашыу бала уҡырға килә. Нурия Нурғәли ҡыҙы уҡытыусылар коллективы, ата-әсәләр, йәмәғәт ойошмалары менән берлектә ремонт эштәре башҡарып, яңы мәктәпкә аяҡ баҫалар.

Зилә Аҙнабаева, Хаят Собханғолова, Фәниә Хисамова, Минзәлә Миһранова, Гәүһәр Йәғәфәрова, Ринат Хәйбуллин, Нурия Вахитова, Рәйхана Хәлилова, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Азат Хәлилов, Римма Искәндәрова, Гөлсинә Йосопова һәм башҡа үҙ эшен белгән талантлы педагогтар менән эшләү бәхете миңә лә тейҙе. Уҡыу ике сменала алып барылды һәм 1995 йылда балалар баҡсаһы бинаһында 15-се һанлы башланғыс мәктәбе асылды. Уны Х.Ғ. Собханғолова етәкләне. Артабан 13-сө башҡорт мәктәбендә Ф. Ҡобағошов, М. Ҡасаева директорлыҡ вазифаһын үтәйҙәр. 2000 йылда белем усағына Мөхәмәт Исҡужин исеме бирелә.

2009 йылда мәктәпкә реконструкция яһала һәм башланғыс кластар өсөн уҡыу усағын асалар. Ул саҡта директор булып Әлфинур Ванюркина эшләй. 2013 йылдың декабрь айында мәктәп ишек алдына М. Исҡужинға бюст та ҡуйыла. Әлеге ваҡытта прогимназияның директоры Әнисә Түләгәнова. 2019 йылдан уҡыу йорто прогимназия статусын алды һәм ҡалалағы “Азамат” балалар баҡсаһы менән берләштек.

Башҡорт мәктәбен тамамлаусылар рухлы кешеләр булып илебеҙгә хеҙмәт итәләр. Шуныһы ҡыуаныслы, үҙ балаларын да беҙҙең мәктәпкә уҡырға алып киләләр.

Юғары категориялы уҡытыусылар яңы алымдар менән балаларға белем бирәләр. Бөгөнгө көндә М. Исҡужин исемендәге прогимназияла 201 бала үҙ телен, үҙ мөхитен өйрәнә. Ҡала, республика, ил күләмендә уҙғарлыған ярыштарҙа, конкурстарҙа уңышлы сығыш яһайҙар. Беҙҙең уҡыусылар артабан уҡыуҙарын 3-сө республика башҡорт гимназияһында, республика политехник лицейында һәм төрлө мәктәптәрҙә дауам итәләр.

Беҙ ата-әсәйҙәргә, уҡыусыларыбыҙға рәхмәтлебеҙ. Быйылғы йыл уҡыу йортона 25 йыл тулыуы менән иҫтәлекле. Шул уңайҙан сығарылыш уҡыусыларын, уҡытыусыларҙы ҡотлайбыҙ.

М. Исҡужин исемендәге прогимназиябыҙ йәшәһен, ә уҡытыусыларыбыҙға һаулыҡ, эштәрендә уңыштар юлдаш булһын!

Тамара ӘЛИЕВА,

М. Исҡужин исемендәге

прогимназияның

башланғыс кластар уҡытыусыһы


Әнисә ТҮЛӘГӘНОВА, М. Исҡужин исемендәге прогимназия директоры:

Сарабыҙҙы тел, рух, милли берҙәмлек, быуындар байрамы тип ҡабул итәбеҙ. Мәктәбебеҙҙең йылъяҙмаһы тотош илебеҙҙең, Башҡортостаныбыҙҙың ваҡиғалар ағышы менән тығыҙ бәйле. Бынан сирек быуат элек булған ваҡиғалар 100 йыл алдан барған хәрәкәттең яңы дәүерҙәге дауамы булып тора. Илебеҙҙә илен, телен һағынып йәшәгән милләттәштәребеҙҙең хыялдары тормошҡа ашыу мәле. Милли мәғарифтең өр яңы биттәре. Ҡаршылыҡтарҙы еңеп, ҡатмарлыҡтарҙы үтеп ҡалабыҙҙа башҡорт мәктәбе асыла. Юбилей кисәбеҙ Республикабыҙҙың тарихында тәрән эҙ ҡалдырған оло шәхес, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, ҡаҙарман уҡытыусы-мәғрифәтсе, башҡорт халҡының ялҡынлы патриоты Мөхәмәтғәли Искужиндың тормошо һәм эшмәкәрлеге менән туранан-тура бәйле.

М. Исҡужин исемендәге прогимназия 13-сө башҡорт мәктәбе, 15-се башланғыс мәктәп, 13-сө М.Исҡужин исемендәге башланғыс мәктәп, “Азамат” балалар баҡсаһының тарихын дауам итә. Был башҡорт уҡыу йорттары лайыҡлы шәхестәр тәрбиәләгән. Шуларҙың араһында: 1.Азат ?аҙаҡбаев - хәҙерге көндә Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһының етәсеһе. 2. Ишмухаметов Азат - Жуков ордены менән бүләкләнгән, капитан, хәҙерге көндә врач анастезиолог-реаниматолог һөнәрен үҙләштереп, ардинатурала уҡыуын дауам итә. 3. Исмәғилова Гөлмирә - М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында актриса булып, Башҡортостан юлдаш телевидениеһында алып барыусы булып эшләй. 4. Земфира Фазлаева - Салауат ҡалаһында махсуслаштырылған «Гильдия» адвокаттар филиалы менән етәкселек итә.

Мәктәбебеҙ 2019 йылдың 26 апрелендә “Азамат”балалар баҡсаһы менән бергә бер уҡыу йорто булып, Прогимназия статусын алдыҡ. Берләшкән коллектив тәүге көндәрҙән үк дәртле эшкә тотондо һәм Беренсе май көндө, иң матур байрам колоннаһы конкурсында еңеүсе булдыҡ. Башҡарған эштәребеҙ байтаҡ. Мөхәмәтғәли ағай иҫтәлегенә өс йыл рәттән Мәғариф министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары башҡарма комитеты, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ менән берлектә “Искужин уҡыуҙары” Республика фәнни-ғәмәли конференциялар уҙғарҙыҡ. Милли мәғәриф буйынса йыл һайын атай-әсәйҙәр конференцияһын үткәрәбеҙ. Конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулайбыҙ, ҡала кимәлендәге спорт ярыштарында уҡыусыларыбыҙ беренселекте бирмәй һ.б. Үткән укыу йылында Сочи ҡалаһында уҙғарылған бөтә Рәсәй эҙләнеү эштәре һәм башланғыс кластары уҡыусыларының ижади проекттары конкурсында ағалы -ҡустылы Рәсүл һәм Арсен музафаровтар беренсе урын яуланылар. Уҡытыусылар, тәрбиәселәрҙең, коллегалар араһынан кемеһендер айырып әйтеүе ауыр, сөнки уңышлы эшләгән коллективта һәр кем уңған, эшлекле, талантлы, эшенә яуаплы, етди ҡараған шәхес. Башланғыс кластар уҡытыусылары һәммәһе юғары категориялы көслө рухлы уҡытыусылар. Тәрбиәселәребеҙ балаларҙы ихлас яраталар, йәш, күңелдәре матур, өмөтлөләр. Тик шәхестәр генә шәхес тәрбиәләй. Мәктәп – рухлыларҙы берләштергән, гөрләп янған усаҡ булырға тейеш, тигән оло идея коллектив тарафынан тормошҡа ашырыла, тип әйтә алабыҙ. Иң оло терәк һәм үтә лә яуаплы булған эшебеҙҙе атай-әсәйҙәр менән бер һүҙле булып, килешеп алып барабыҙ. Республикабыҙҙа танылған шәхестәр менән бергә тығыҙ бәйләнештә байтаҡ эштәр башҡарылды. Балалар, атай-әсәйҙәр менән йыл һайын осрашыуҙарҙа рухландырып, дәртләндереп яҙыусы, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәрйәм Бураҡаева ҡатнашты. Шулай уҡ БР-ҙың мили мәҙәни «Аҡ тирмә» үҙәге рәйесе Рәйсә Күзбәкова, яҙыусылар Фәрҙәнә Ғөбәйҙуллина, Тамара Искәндәриә, Хисмәтулла Юлдашев һ.б., Күмертау яҙыусылар союзы менән һөҙөмтәле эштәр башҡарылды. Бихисап сараларыбыҙ “Юшатыр” гәзитендә, АРИС телевидение тарафынан яҡтыртылып торҙо. 25 йыл элек Камил Игбаев кеүек шәхестәребеҙ бағымсы булған кеүек бөгөн оло рәхмәтебеҙҙе Хәйҙәр Ғайсинға, Зиннур Исхаҡовҡа еткерәбеҙ.

Бөгөнгө көнөбөҙ ышыныслы, өмөтлө. Мәктәбебеҙгә ҡасандыр үҙҙәре белем алғандар балаларын ышанып етәкләп киләләр. Ҡалабыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре ейәндәрен уҡыталар. Шуныһы ҡыуаныслы уҡытыусыларыбыҙ, уҡыусыларыбыҙ араһында М. Искужиндың туранан-тура ҡан туғандары бар. БР мәғариф отличнигы Люциә Сөләймәнова тәжрибәле, бөтә күңелен биреп эшләгәндәрҙең береһе. Мөхәмәт ағайҙың ейәне Динар һәм туганы Артур Исҡужиндар өлгөлө уҡыусылар. Был сарабыҙҙың йәме булып виртуоз ҡумыҙсы, БР-ҙың халыҡ артисы Миңлеғәфүр Миңләхмәт улы Зәйнетдинов саҡырылды.


Зилә АҘНАБАЕВА, 13-сө башҡорт мәктәбе асылғанда директор урынбаҫары:

- 1984-1989 йылдарҙа, илдә үҙгәртеп ҡороу осоро башланғас, башҡорт теле лә яңы һулыш кисерҙе. Рус мәктәптәрендә өс сәғәтлек программа менән башҡорт теле дәрестәре индерелә башланы. Әммә бының менән генә күңелдә ҡәнәғәтлек юҡ, сөнки мосолман балалары телде төплө өйрәнеүҙән мәхрүм. Шул мәлдә Башҡортостан ҡыҙы журналында Өфөнөң Калинин районында Йыһаниә Нәбиуллинаның башҡорт синыфы асыу тураһында ҙур мәҡәләһе донъя күрә. Ҡаланың 14-се һанлы мәктәбендә уҡытҡан Роза Шәүрәт ҡыҙы менән кәңәшләштек тә Өфөгә барып осрашырға булдыҡ. Барҙыҡ, күрҙек, һөйләштек, йөрәктәр дарҫлап типте. Ул беҙгә иҫ киткес Мөхәмәт Исҡужин тураһында бәйән итте, хатта адресын да бирҙе. Мөхәмәт ағай беренсе осрашыуҙа уҡ үҙенең рухи көсө, башҡорт эшенә фанатиктарса ҡарауы, патриотизмы менән күңелде тетрәтте. Артабанғы эшебеҙҙә аҡыллы кәңәштәре, дәртләндергес һүҙҙәре беҙгә рух ныҡлығы бирҙе, ҡанат ҡуйҙы. Күп көс түгеп, 13-сө башҡорт мәктәбен асырға булғас, 12-се мәктәптә асҡан башҡорт класымдағы 60 баланы һәм 6 уҡытыусыны үҙем менән бергә алып киттем. Башҡорт мәктәбендә директор урынбаҫары булып эшләнем. 1 сентябргә өлгөртөргә тип, яңы белем усағында көнө-төнө ремонт эштәре менән булыштыҡ. Унда уҡытыусылар ғына түгел, ә ата-әсәләр ҙә ҙур ярҙам күрһәтте. Бигерәк тә тәүге йылда уҡ ҙур кластарҙа уҡыусылар һаны күп булды. Көнөнә өс смена уҡыттыҡ, бүлмәләрҙе уртаға бүлеп, кластар һанын күбәйттек.

13-сө башҡорт мәктәбен асыу - заманында ҙур эш башҡарып сығыу ине. Хәҙер башланғыс кластарға ғына ҡалыуы эсте бошора. Артабан да халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын белеп үҫерҙәй балалар, байрамдарҙы башҡорт рухында үткәрерҙәй етәкселәр булһын ине.

Хәҙерге 13-сө прогимназияны нисек тә 9 йыллыҡ итеп үҙгәртеп булһа ине тип теләйем. Ошо рухлы башланғыс мәктәбендә уҡып, артабан ҡайҙа барырға тип баш ватып йөрөгәнсе, үҙҙәренең уҡыуысларын үҙҙәрендә уҡытһалар, уҡыусыларға ла, ата-әсәләргә лә шәп булыр ине, тигән теләктәмен.



Нурия ХӘЛИЛОВА, 13-сө башҡорт мәктәбенең 1-се директоры:

- Мөхәмәт Исҡужин – беҙҙең ҡалабыҙҙың тарихында тәрән эҙ ҡалдырған оло шәхес. Беҙҙе ул мәктәптә башҡортса уҡытыуҙы нисек ойошторорға, эште нимәнән башларға өйрәтте. Рус мәктәптәрендә асылған башҡорт кластары 3-сө класты тамамлай, ә 5-се класҡа улар ҡайҙа барасаҡ? Ошо һорауҙар борсой ине ата-әсәләрҙе. Мөхәмәт ағай был осорҙа ҡалабыҙға ай һайын килеп йөрөнө, ата-әсәләр менән осрашты. Башҡорт мәктәбе асыуҙың ни тиклем кәрәклеген, мөһимлеген асыҡ дәлилдәр менән раҫланы. Бөтә эштәргә киң йәмәғәтселек, ата-әсәләр ярҙамға килде. Бөтә эш тә ыңғай ғына барманы, ҡаршылыҡтарға осрарға тура килде. Эште башлап ебәреү өсөн 400 баланың булыуы мотлаҡ ине. Тап ошондай иң яуаплы ваҡытта беҙгә Өфө ҡалаһынан М. Исҡужин килеп төштө һәм тағы ла уҡытыусыларҙы йыйып, аңлатыу эшен йәйелдереп тә ебәрҙе. Көн тимәй, төн тимәй өйҙән-өйгә йөрөү үҙенең шаҡ ҡатырғыс һөҙөмтәһен бирҙе. Беҙ ике аҙна эсендә 400-ҙән артыҡ ғариза йыйып килтерҙек.

Шулай итеп, 1994 йылдың 20 июнендә мине 13-сө башҡорт мәктәбенең директоры итеп ҡуйҙылар. Киске мәктәп бинаһында әле биш хужа йәшәп килә: киске мәктәп, медицина училищеһы, балаларҙың художество мәктәбе, пионерҙар йорто, спорт мәктәбе. Уларҙың һәр береһен ҡайҙа күсерергә? Нисәмә йылдар буйына тупланған нәмәләрҙе бөтәһен дә аҫтын-өҫкә килтереү күптәрҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Ремонт эшләү өсөн ҡайҙан аҡса алырға һуң? Элекке РСМУ етәксеһе З.Х. Кейекбаев мәктәптең тирә-яғын тимер рәшәткәләр менән кәртәләне, ремонт өсөн материалдар бирҙе. Ә Күмертау төҙөлөш ойошмаһының етәксеһе К.Р. Игбаев бөтә ремонт эштәре менән туранан-тура етәкселек итте.

1 авгусҡа ғына мәктәп бинаһы тулыһынса бушатылды һәм капиталь ремонт башланды. Ҡаланың Совет урамында урынлашҡан мәктәптең тирә-яғы ситтән ҡарағанда гүйә һуғыш яланын хәтерләтә ине был мәлдәрҙә. Бөтә ерҙә эш ҡайнай, стеналарҙы емереп бүлмәләр яһайҙар. Шул уҡ ваҡытта яңы асылған мәктәпкә балалар йыйыу буйынса киң аңлатыу эштәре алып барыла. Уҡытыусыларҙың хеҙмәт көнө 1 сентябрҙә генә башланыуға ҡарамаҫтан, һайлап алыу туры тамамланғас та, уларҙың бөтәһе лә ең һыҙғанып көн тимәй, төн тимәй эшкә сумдылар. Үҙҙәре генә түгел, бөтә ғаиләләре, туғандары менән бөтә бысраҡты ташып, буянылар, йыуҙылар.

Мәктәп асыуҙа ярҙам итеүселәрҙең бөтәһенә лә мин ысын күңелдән рәхмәтемде белдерәм. Минең менән һәр ваҡыт иңгә-иң терәп бергә атлаған Зилә Аҙнабаева, Хәйәт Собханғолова, Рәхимйән Хәсәновтар булды. Йәғәфәрова Гәүһәр Мирғәли ҡыҙы тормош иптәше Илмир Хәйрулла улы менән күрһәткән изгелектәрҙе әйтеп тә бөтөрөрлөк түгел. Илмир ағай үҙе эшләгән урындан кәрәк саҡта машинаһын ебәрә, төҙөлөш материалдарын килтереп бирә торғайны. Ғөбәйҙуллина Фәрзәнә, Хәйбуллин Ринат, Вәхитова Нурия, Хисамова Фәниә, Хәлилов Азат, Хәлилова Райхана, Искәндәрова Римма, Минйыһан Фәрхетдиновна һәм башҡа уҡытыусылар менән бөтә көсөбөҙҙө йәлләмәй тырыштыҡ. Уҡытыусылар ял көндәрендә лә эшләне, ашау-эсеү онотолдо, бөтәбеҙҙең дә бер генә маҡсат – башҡорт мәктәбен асып ебәреү.

1994 йылдың 1 сентябрь көнө ҡалабыҙҙа тарих онотолмаҫ яңы битен асты: 13-сө һанлы башҡорт мәктәбе асылды. Ниһайәт, Мөхәммәт ағайҙың ныҡышмалы хеҙмәте емешен бирҙе. Йәмәғәтселек, уҡытыусылар һәм ата-әсәләрҙең теләге тормошҡа ашты! Ишеккә бәйләнгән таҫманы ҡала хакимиәте башлығы Х.Байымов асып инде. Планда ҡаралған 400 бала урынына мәктәпкә 650 уҡыусы килгәйне. Был беҙҙең өсөн еңеү, оло байрам булды. Линейкаға йыйылған халыҡ алдында мин С. И. Афонинға тәрән тулҡынланыу менән: “Һеҙ башҡорт мәктәбенең атаһы”, - тинем, сөнки уның эшселәре, ең һыҙғанып эшләп, бер ай эсендә мәктәпте яңы уҡыу йылына асырға ярҙам иттеләр.

Мәктәптең материаль базаһы юҡ кимәлдә, техник сараларһыҙ заманға ярашлы дәрестәр үткәреү мөмкин түгел. Ни генә эшләргә уйлаһаң да, бөтә нәмә аҡсаға барып терәлә. Тарих уҡытыусыһы Рәхимйән Хәсәнов менән ярҙам һорап ҡайҙа ғына барманыҡ. Алдан әҙерләнмәгәс, уҡыу әсбаптары, китаптар ҙа етешмәй.

Мөхәмәт ағайҙың етәкселегендә 1995 йылда балалар баҡсаһы бинаһында 15-се һанлы башҡорт башланғыс мәктәбен асыуға ла рөхсәт бирҙеләр. Артабан беҙ иркен тын алып, ҡыуанышып эште дауам иттек. 2009 йылдың көҙөндә был мәктәпкә өр-яңынан реконструкция яһанылар, биҙәнеләр һәм башланғыс мәктәп итеп ҡалдырҙылар.
Читайте нас: