Все новости
Юбилейҙар
3 Декабря 2019, 11:13

Күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр

Ҡаланың Мөхәмәт Исҡужин исемендәге прогимназияһы үҙенең 25 йыллыҡ юбилейын байрам итте. Байрамға мәртәбә өҫтәп, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре, ил инәһе Мәрйәм Бураҡаева, Башҡортостандың халыҡ артисы, виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы ағзаһы Фәнит Моратбаҡыев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппаратының баш белгесе Рәйсә Күзбәкова, Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Алексей Докукин, ҡала мәғариф идаралығы директоры Николай Черепанов, ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Әлфиә Шәмиғолова, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, «Акрополь» йәмғиәте директоры Хәйҙәр Ғайсин, «Южурал-Ойл» йәмғиәте вәкиле Салауат Сабиров һәм башҡалар килгәйне.
Прогимназия коллективы ҡунаҡтарҙың һәр береһен йылы ҡаршы алып, мәктәп буйлап экскурсия үткәрҙе. Байрамдың тантаналы өлөшөн М.Исҡужин исемендәге прогимназия директоры Әнисә Түләгәнова асты һәм мәктәп уҡыусылары, уҡытыусыларының уңыштары менән таныштырып үтте.
Алексей Докукин үҙенең сығышында башҡортса һөйләй белмәүенә үкенес белдерҙе. «Барыһы ла алда әле, мин дә башҡортса һөйләшергә өйрәнермен», - тине ул һәм балаларҙы милли рухта тәрбиәләүҙәренә оло рәхмәтен белдереп прогимназия хеҙмәткәрҙәренә Рәхмәт хаттары, уҡытыусылар Лилиә Әлибаеваға БР мәғариф министрлығының Почет грамотаһын, Клара Ҡотлогилдинаға «Мәғариф отличнигы» билдәһен тапшырҙы. Николай Черепанов та мәктәп коллективының һәр саҡ татыу, ҡунаҡсыл булыуын билдәләп үтте һәм уларға термопот бүләк итте.
Фәнит Моратбаҡыев милли йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр аша башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләүсе коллективҡа оло рәхмәтен әйтте һәм прогимназия директоры Әнисә Сәғит ҡыҙын Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының юғары наградаһы — «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы менән бүләкләне.
Рәйсә Күзбәкова ла милли рух менән һуғарылған йәмле сараға килеүенә ҡыуанысын: «Бындағы уҡыусыларҙан һәм уҡытыусыларҙан да нығыраҡ ҡыуанам. Туған телдә тәрбиәләнгән баланың киләсәге ҙур, улар һәр саҡ ерҙә ныҡ баҫып торасаҡтарына иманым камил», - тигән һүҙҙәре аша еткерҙе.
Мәрйәм апай Бураҡаева ла күңеленән урғылып сыҡҡан: «Бында аңлы, зиһенле кешеләр генә йыйылған. Хәҙерге заманда, кешенең аңын бутарға тырышҡан саҡта, ошондай мәктәпте һаҡлап алып ҡалғанығыҙ өсөн рәхмәт», - тигән һүҙҙәрен әйтте.
Әлфиә Шәмиғолова, Тәлғәт Шаһмановтарҙың да балалары ошо мкәтәптә уҡып сыҡҡан. Улар ҙа оло рәхмәттәрен белдереп, ҡала башҡортары ҡоролтайы исеменән бүләк тапшырҙылар. Хәйҙәр Ғайсин: «Телде бала саҡтан өйрәнергә кәрәк. Башҡортостанда йәшәйбеҙ икән, ике телде лә — рус һәм башҡорт телен белеү зарур. Киләсәктә был башланғыс мәктәпте урта мәктәп итеп күрге килә. Әле генә йырлаған малай кеүек, мин дә күкрәгемде һуғып: «Мин башҡортмон һәм башҡорт булыуым менән ғорурланам», - тигән ялҡынлы телмәр тотто һәм бүләккә сертификат тапшырҙы. «Южурал-Ойл» йәмғиәтенән дә бүләкһеҙ килмәгәндәр. Салауат Сабиров Зиннур Исхаҡов исеменән ҡотлау һүҙҙәре әйтте һәм ошо байрамға килеп эләгеүенә бик шат булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
«Юшатыр» гәзите лә оло байрамдан ситтә ҡалманы. Гәзиттең баш мөхәррире Малик Ильясов һәр саҡ тығыҙ бәйләнештә тороусы коллективҡа Рәхмәт хаты һәм бүләк тапшырҙы.
Сара прогимназия коллективының һәм был уҡыу йортон тамамлаусыларҙың йәмле концерты менән оҙатылып барҙы. Ҡасандыр ошо мәктәптә уҡытып киткәндәр, белем алғандар үҙҙәренең хәтирәләре менән бүлештеләр, бүләктәр менән күмделәр. Мәктәп асылһын өсөн ҙур көс һалған Мөхәмәт ағай Исҡужиндың вариҫтары — прогимназия уҡытыусыһы Люциә Сөләймәнова, уҡыусылар Артур һәм Динар Исҡужиндар ҙа изге теләктәрен әйтте. Билдәле хирург Ришат Вахитовтың да ейәне ошо мәктәптә белем ала. Ришат Рәҡип улы байрамды үҙенең моңло йыры менән йәмләне. Мөхәмәт ағай Исҡужиндың улы Рәмил Исҡужин атаһының эшен дауам итеүселәрҙең барыһына ла оло рәхмәт әйтте: «Ата-әсәйҙәргә лә рәхмәтлемен. Улар булмаһа, бында уҡыусылар ҙа булмаҫ ине», - тине һәм уҡыусыларға ҡурайҙар бүләк итте.
Йырлы-моңло, рухлы, матур осрашыуҙарға бай сара һәр кемдең күңелендә мәңгелеккә һаҡланыр.
Розалия НАЗАРОВА
Автор фотолары
Читайте нас: