Все новости
Юбилейҙар
10 Декабря 2019, 00:45

«Киләсәк өсөн беҙ яуаплы»

Күмертауҙа йыл да «Шәжәрә байрамы» үткәреү матур йолаға әүерелде. Сираттағы күркәм сараны ҡала башҡорттары ҡоролтайы һәм мәҙәниәт бүлеге ойошторҙо.

Күмертауҙа йыл да «Шәжәрә байрамы» үткәреү матур йолаға әүерелде. Сираттағы күркәм сараны ҡала башҡорттары ҡоролтайы һәм мәҙәниәт бүлеге ойошторҙо.
Быйылғы «Шәжәрә байрамы»нда өс ғаилә — башҡорт, татар һәм сыуаш ғаиләләре ҡатнашты. Уларҙы тәбрикләп, ҡала хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Алексей Докукин:
- Һәр кем үҙенең үткәнен, тарихын белергә бурыслы. Үткәндәрҙе кире ҡайтара ла, үҙгәртә ла алмайбыҙ, әммә киләсәк өсөн беҙ яуаплы, - тине.
Иң тәүгеләрҙән булып сәхнәгә Хәйерзамановтар ғаиләһе сыҡты. Улар үҙҙәренең 12 быуынын бик яҡшы белеүен, башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, йыр-моңдарын һөйөүен матур итеп күрһәтеүгә өлгәште. М. Исҡужин исемендәге прогимназияның 1-се класында уҡыусы Тимур Хәйерзамановтың әсәйҙәр тураһындағы йыры дәррәү алҡыштар менән оҙатылды.
Ниғмәтуллиндар ғаиләһе татар халҡының күркәм йолаларын күрһәтеп, үҙҙәренең 7 быуыны хаҡында киң мәғлүмәт бирҙе. РПЛИ-ла белем алыусы Азалина Ниғмәтуллина башҡарыуындағы дәртле татар бейеүе тамашасыларға ла ҙур дәрт өҫтәп ебәрҙе.
Лаврентьевтар үҙҙәренең ата-бабаларын, ғаилә йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен күп белә. Уларҙың ҙур һәм татыу ғаиләһе менән улар Вәсилә Фәттәхованың «Тыуған яҡ» йырын сыуашса башҡарыуы бигерәк тә оригиналь булды.
Жюри ағзалары кәңәшләшкән арала тамашасылар йәмле концерт ҡарап, күңелдәрен асты. Жюри рәйесе — Ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Әлфиә Шәмиғолова:
- Күмертау — күп милләтле ҡала. Бында төрлө милләт халҡы берҙәм һәм татыу йәшәй. Бөгөнгө сарала ла ғаиләләр башҡорт, татар, сыуаш халҡының күркәм йолаларын күрһәтте, үҙҙәренең таланттарын асып һалды. Барыһы ла бик яҡшы сығыш яһаны һәм уларҙың барыһы ла бөгөн еңеүсе, - тине.
Шулай итеп, «Шәжәрә байрамы»нда һәр ғаилә үҙ номинацияһының еңеүсеһе тип табылды. Ниғмәтуллиндар «Ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлаусы ғаилә», Лаврентьевтар «Ғаилә йолаларын нығытыусы ғаилә», ә Хәйерзамановтар «Ете һәм унан да күберәк быуындарын белеүсе ғаилә» номинацияларына эйә булды.
Розалия НАЗАРОВА
Читайте нас: