Все новости
Юбилейҙар
20 Декабря 2019, 13:55

ҺАУЛЫҠ ҺАҒЫНДА 50 ЙЫЛ

1969 йылдың декабрь аҙағында Яңы Мораптал ауылында заманса проект буйынса төҙөлгән ҙур дауахана асылды.

1969 йылдың декабрь аҙағында Яңы Мораптал ауылында заманса проект буйынса төҙөлгән ҙур дауахана асылды. Был төҙөлөшкә төп өлөштө «Киров» исемендәге колхоз етәксеһе Ишмаев Әфтәх Ғата улы индерҙе – 650 мең һум ул заман өсөн бик ҙур аҡса ине. Тәүге пациенттар “П” хәрефе рәүешендә төҙөлгән оло бина буйлап “экскурсия яһай” торғайны: 50 койкалыҡ стационар бүлеге, тәүлегенә 50 ауырыуҙы ҡабул итеүгә иҫәпләнгән поликлиника, операциялар яһау һәм бала табыу блоктары, 10 койкалыҡ балалар дауалау бүлеге, рентген кабинеты иң яңы заман талаптарына яуап бирерлек ине. Өҫтәүенә стоматология, лаборатория, процедуралар һәм башҡа кабинеттар заманса медтехника менән йыһазландырылған. Дауахананы йылытыу өсөн янында күмер менән яғылған ҡаҙанлыҡ (ул аҙаҡтан газға күсерелде), йылы гараж төҙөлгәйне. Табиптар өсөн ике фатирлыҡ кирбес йорт та бар.
Дауахананы башлап төҙөп эшләүсе Елена Рәхим ҡыҙы Моратова 1969 йылдың йәйендә тыуған яғы Дүртөйлөгә ҡайтып киткәйне, шуға ла дауахана эш башлағанда баш табип юҡ ине. Тәжрибәле фельдшер Рәйсә Хисам ҡыҙы Ибраһимова беренсе мөдир булды. 1970 йыл баштарында тәүге баш табип булып Геннадий Дмитриевич Селюков килде. 1972 йылда Хәйбулла районы Аҡъярҙа 4 йыл эшләгән Мөлөков Юнир Әхмәт улы үҙ ауылына табип булып ҡайтты.Ул ваҡытта бала табыу бүлегендә акушерка Гөлсирә Сибәғәт ҡыҙы Таңатарова эшләне. Көнөнә ваҡыты менән 2-3 сабый донъяға килә ине.
Шәфҡәт туташтары Миңлегөл Ғәлина, баш медсестра Үзбәкова Менәүәрә, лаборантка Зәкиә Йосопова, физкабинетта Мөлөкова Рима эшләне, Зәкиә Исмәғилева балалар бүлегенең патронаж сестраһы ине, аҙаҡтан процедуралар кабинетында эшләне, диспансеризациялауҙа ҡатнашты. Фельдшер Тәскирә Әхмәтгәрәева оҙаҡ йылдар эшләне. Евгений Михайлович Искаков - стоматолог, һуңынан теш ҡуйыусы табип булды – дауаханала ятып дауаланыусылар бер юлы сирле тештәрен алдырып, теш тә ҡуйҙырыу бәхетенә өлгәште. Бик ҡыуана ине халыҡ!
1973 йылда баш табип Геннадий Дмитриевич Ермолаевоға эшкә күсте, ә мин, хәрби медицина капитаны – Рәжәп Рамаҙан улы Юлбарисов табип-хирург булып ҡайттым, Мораҡтан Хәсән Әхсән улы Туҡаев табип булып килде. Шул уҡ йылда Туҡаев Рафиҡ Хисаметдин улы медицина институтын тамамлап педиатр булып ҡайтты, ә 1976 йылда уның бер туған һылыуы эстафетаны ағаһынан ҡабул итте һәм 40 йыл дауамында ал-ял белмәй эшләне. 1973 йылдан 80-се йылдарға тиклем Мөлөков баш табип булып эшләне. Ә 1980 йылдан 2017 йылға тиклем мин баш врач булдым. Ул йылдарҙа дауахананың абруйы ҙур ине: ауыл Советы халҡын хеҙмәтләндерҙе, ә стационарҙа бөтә район халҡы тиерлек дауаланды.
Дауахана ошо йылдарҙа колхоз ярҙамында бик күп ауылдарҙа ФАП-тар асты: Ҡалтала бының өсөн яңы бина төҙөлдө, Ҡыҙыл Маяҡ, Яҡут, Юшатырҙа мәктәп бинаһының бер бүлмәһендә, ә Яҙлау, Тамаҡ Баба, Аҡһары, Яңы Отрада ауылдарында яңыраҡ биналарға күсерелде.
Коллективыбыҙ берҙәм, тырыш ине, оҙаҡ йылдар бергә, бер төптән татыу эшләнек. Беҙҙә бала тапҡан бер әсә үлеме лә, 28 йыл буйы бер сабый үлеме лә булманы. Һәм коллективтың фиҙаҡәр хеҙмәте лайыҡлы баһаланды. 1970 йылдарҙа Рәйсә Хисам ҡыҙы Ибраһимова Хеҙмәттә юғары ҡаҙаныштары өсөн миҙал менән наградланды, 40 йыл буйы йүгереп йөрөп эшләгән Юнир Әхмәт улы БР Президиумы исеменән Маҡтау грамотаһы алды, Аҡһарина Роза Хисам ҡыҙына РФ Һаулыҡ һаҡлау отличнигы исеме бирелде.
Әкренләп дауахана 75 койкаға еткерелде, көсөргәнешле хәлдәрҙә 80 кеше дауаланды, дарыуҙар менән үҙебеҙ тәьмин иттек, хәҙерге кеүек ауырыуҙар үҙҙәре һатып алманы, туҡландырыу ҙа юғары кимәлдә ине, хатта икмәкте лә үҙебеҙҙә һалдыҡ – Гөлзәминә апай Ниғмәтуллина бик оҫта ине. Оҙаҡ йылдар эшләгән санитаркалар Гөлйөҙөм Бәширова, Разия Рахманғолова, ашнаҡсылар Фатима Рахманғолова, Зифа Бәширова, тонометристка Рауза Мәҡсүтова, ғүмере буйы дауаханала эшләгән Аҙнабаевтар – Зөлхәбирә апай ашнаҡсы ла сестра-хозяйка ла булды, ә ире Шәйхетдин ағай хужалыҡ мөдире ярҙамсыһы ине. Минең менән ауырыуҙар ҡабул итеп ултырған участка медсестраһы Миңлегөл Әбдрәшитова, 30 йылдан ашыу физкабинет мөдире булып эшләп, күптән түгел хаҡлы ялғы сыҡҡан һәм ошо көндәрҙә 60 йәшлек юбилейын билдәләргә йыйынған Нажиә Әбдрәшитова, шулай уҡ үҙ хеҙмәтен еренә еткереп башҡарған санитаркалар Фәниә Ғәлиева, Нәсимә Һабанғолова, Нурия Ҡәҙерғолова, Миңлегөл Туҡаева, Валентина Таңатарованы ла исемләп әйтеп үткем килә. Кер йыуыусылар Зәйнәп Шәмсетдинова, Фәрхиямал Фәйзуллина апайҙар хәҙерге кеүек керҙе киптереп сығарған “автомат”тарҙа башҡарманы бит эшен! Утыҙ йыл дауамында хужалыҡ эштәре буйынса төп ярҙамсым булған Фәриҙә Әбсәләмова, уға тиклем күп йылдар ошо вазифаны лайыҡлы башҡарған Миңзифа Рахманғолова, 30 йыл буйы руль артынан төшмәгән водителем Фрил Хәсәнов та бик тырыш булдылар.
Яйлап халыҡҡа медицина хеҙмәте күрһәтеү саралары арта барҙы: поликлиникала массаж кабинеты астыҡ, колхоздың ике фермаһында массаж һәм укол яһау өсөн медпункт кеүегерәк бүлмәләр булдырыуға өлгәштек. 1984 йылда БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының бойороғо буйынса республикала тәүгеләрҙән булып халыҡтың иҫәнлеген күҙәтеү буйынса диспансеризация үткәрә башланыҡ. Беҙҙең коллектив шуның өсөн республикабыҙҙың Көньяҡ төбәгенең иң алдынғы тәжрибә өлгөһө исемен алды.
Бына шулай гөрләтеп эшләне беҙҙең Мораптал участка дауаханаһы ул йылдарҙа, бөтә республикаға танылды тиһәк тә артыҡ булмаҫ. Шуға күрә 1994 йылда дауаханабыҙҙың 25 йыллығын билдәләү тураһында һүҙ сыҡҡас та был хәбәрҙе күтәреп алдылар: БР Һаулыҡ һаҡлау министры Түрйәнов Альфред Хәбиб улына ошондай тәҡдим менән шылтыратыуға, ул: “Һеҙгә мотлаҡ барам, тик датаһын һәм ваҡытын ғына алдан хәбәр итегеҙ”, - тине. Арҙаҡлы ҡунаҡтар араһында академик Ғатауллин Наил Ғәйнәт улы, медицина институты ректоры, академик Камилов Феликс Хөсәйен улы ла бар ине. Ҡунаҡтар бик күп саҡырылды. Хатта, күрше Ырымбурҙан төп өлкә дауаханаһы баш врачы Волков Валерий Федорович телеграмма ебәреп ҡотланы, беҙҙең республика министры махсус УАЗ – “ашығыс ярҙам” машинаһы бүләк итте. Көйөргәҙе районы етәксеһе Әбрәшитов Раил Абдулла улы бер иҫке машинабыҙға яңы двигатель бирҙе. Башҡортостан Хөкүмәте тотонолған булһа ла “Волга” машинаһын бүләк итте. Финанс яҡлап та ҡыйырһытманылар. Был хаҡта министр Түрйәнов былай тип әйтте: “Һеҙҙең дауахана республикабыҙҙың иң көньяғында, үҙәктән алыҫта, өҫтәүенә оло федераль юл буйында урынлашҡан. Шуға күрә үлемесле ҡаты аварияларҙа кешеләрҙе алыҫ араға оҙатмай, үҙегеҙҙә кисектергеһеҙ тейешле ярҙам күрһәтергә, ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалырға һәр ваҡыт әҙер булырға тейешһегеҙ. Бының өсөн кәрәкле аппаратуранан тыш, врачтарҙың, шәфҡәт туташтарының юғары профессиональ кимәлдә әҙер булыуы ла талап ителә!” Юбилейҙа ғәҙәттә маҡтау һүҙҙәре күп әйтелә. Ә бына Һаулыҡ һаҡлау министрының тәрән мәғәнәле кәңәш-фекере мейемә ныҡ уйылып ҡалды. Шуға күрә беҙҙең бөтә шәфҡәт туташтары ла кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтеү генә түгел, хатта һынған аяҡ-ҡулға гипс та һала белә. Барлыҡ урта медперсонал да тиерлек юғары категориялы белгес. Улар араһында Ира Ниғмәтуллина, Раушания Буранова, Рәйлә Төхвәтуллина, Асия Йосопова, 1994 йылдан 2014 йылға тиклем өлкән шәфҡәт туташы булып эшләгән һәм Башҡортостандың атҡаҙанған шәфҡәт туташы исеменә лайыҡ булған Нурия Бәширова, Рәсимә Шәмсетдинова, участка медсестралары Лилиә Байгилдина, Эльмира Бәширова, лаборантка Рәмзиә Юлбарисова, массажист Гүзәл Мостафина. Һуңғы йылдарҙа коллективҡа ҡушылған йәштәр ҙә уларҙан өлгө алып, лайыҡлы алмаш булырға ынтыла.
Ваҡытында, 1987 йылда, дарыухана дауахана янында, бер территорияла булырға тейеш, тигән маҡсаттан аптека бинаһын эргәбеҙҙә төҙөүгә өлгәштек. Иҫке дарыухана бинаһында хәҙер Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музей урынлашҡан. Дауахананы ғына йылытҡан ҡаҙанлыҡты ла 2014-2015 йылдарҙа яңы мәктәпте йылытҡан үҙәк ҡаҙанлыҡҡа тоташтыра алдыҡ. Былар барыһы ла хәҙерге заман касафаттарын белгәндәй, үҙ ваҡытында эшләнде. Бына быйыл, 2019 йылдың декабрендә беҙҙең дауахананың 50 йыллығы. Ниндәй кәйеф менән ҡаршылайбыҙ һуң был датаны?
Хәҙер беҙҙең дауаханала “экстренный” осраҡтар өсөн 5 койка һәм халыҡҡа дауаланыу өсөн көндөҙгө стационарға 10 койка ҡалдырылды. Штат тамам ҡыҫҡартылды. Бина буш тора тиһәң дә була: элекке ветерандар өсөн люкстар ҙа бикле. Берҙән-бер табип – Күсәпов Әнүр Әкрәм улы участка терапевы 10 йылдан ашыу мөмкин булғанынса халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтергә тырыша. Хәҙерге мөмкинлек тә, финанс яғы ла элекке беҙ эшләгән заман менән сағыштырғанда ер менән күк араһы. Бергә эшләгән коллектив менән бергә ултырып, ул замандарҙы иҫкә төшөрөп алырлыҡ та мөмкинлек табырмын тимә. Бәлки ошо материал гәзиттә сыҡһа, элекке коллегаларым үткән йәшлеге менән бергә, беҙ бергә эшләгән йылдарҙы ла күҙ алдынан үткәрер. Сөнки был юлдарҙы яҙғанда мин дә күп нәмәгә яңыса ҡарап, күп нимә хаҡында уйландым. Мин дә әҙәм балаһы бит, 37 йыл буйы ҙур коллективҡа етәкселек иткәндә хаталарым да булғандыр, күңелен өшөткән кешеләр мине ғәфү итһен. Эшләмәгән кеше генә хаталанмай, ти халыҡ. Хәйер, бар нәмә лә етәксе теләгенән генә лә тормой шул тормошта. Замандар гел былай булмаҫ, яҡшыға үҙгәрер хәлдәр. Беҙ шулай яҡшыға өмөт итеп йәшәгән халыҡ бит. Минеңсә, быға нигеҙ ҙә бар кеүек: күптәребеҙҙең балалары медицина юлын һайлаған бит. Мәҫәлән, Юнир Мөлөковтың бер ейәнсәре – Өфөлә врач-терапевт, икенсеһе медуниверситетта уҡый. Роза Аҡһаринаның ҡыҙы менән кейәүе Ишембайҙа табиптар. Ғүмер буйына фельдшер-лаборант булып эшләгән Рәмзиә Юлбарисованың ҡыҙы Әлиә, минең ейәнсәрем, Ермолаевола табип-невролог. Минең ҡыҙым шәфҡәт туташы булды, бер улым Мәләүездә врач-травматолог, берәүһе Өфөлә медуниверситет студенты. Раушания Буранованың да, Миңнур Ғисмәтуллинаның да ҡыҙҙары Себер тарафтарында табип булып эшләй. Гүзәл Мостафинаның бер улы Яр Саллыла табип, икенсеһе БДМУ-ла белем ала. Ирабыҙҙың да улы табип булып Күмертауҙа эшләп йөрөй.
Бөгөнгө көндә лә дауаханала күп көс һалған, ҙур наградаға лайыҡ булған табиптар хеҙмәт итә. Минең генә ҡулымдан килһә, уларҙың барыһына ла ҙур награда бирер инем. Рәйсә Хәсән ҡыҙы Ибраһимова, Менәүәрә Ғайса ҡыҙы Үзбәкова, Ира Наил ҡыҙы Ниғмәтуллина – дауахананың йөҙөк ҡашы.
Әле 50 йыллығын тыныс ҡына, өнһөҙ-тынһыҙ билдәләгән Мораптал дауаханаһы яҡын киләсәктә яңы һулыш алыр, йәш коллектив яңынан гөрләтеп эшләр әле, тигән өмөттәмен һәм оҙаҡ йылдар бергә эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәрен, яҡташтарымды күп халыҡты һауыҡтырған, аяҡҡа баҫырға ярҙам иткән дауахананың юбилейы менән ҡотлайым! В.Путин әйтмешләй, “Первое звено медицины нуждается во внимании” тигән һүҙҙәр ҡағыҙҙа ғына ҡалмаҫ, ауыл табиптары, фельдшер, шәфҡәт туташтарына юғарыла ултырған түрәләр, ниһайәт, йөҙө менән боролор, тип ышанайыҡ.
Рәжәп ЮЛБАРИСОВ, Көйөргәҙе районының Почетлы гражданы, Мораптал ауылы
Читайте нас: