- Халыҡ аңһыҙ ҙа, наҙан да түгел. Ауыл советы башлығына иң башта кеше менән уртаҡ тел таба белеү мөһим. Халыҡты ишетә, тыңлай белеү - ул булған проблемаларҙы хәл итергә ярҙам итә. Берәй ауылдарға сыҡһаҡ, мең төрлө һорауҙар менән халыҡ уратып ала торғайны. Кемдеңдер шатлығы булһа, кемдеңдер проблемалары бар. Һәр кемен тыңланым, аңлашып һөйләшә торғайныҡ.