Все новости
Юбилейҙар
25 Сентября 2020, 18:00

ФИҘАҠӘР ХЕҘМӘТЕГЕҘ ОНОТОЛМАҪ

Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәте сентябрҙә тыуған көндәрен һәм юбилейҙарын билдәләгән Бөйөк Ватан һуғышы яугирен, хеҙмәт, хәрби хәрәкәттәр ветерандарын ихлас ҡотлай!

Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәте сентябрҙә тыуған көндәрен һәм юбилейҙарын билдәләгән Бөйөк Ватан һуғышы яугирен, хеҙмәт, хәрби хәрәкәттәр ветерандарын ихлас ҡотлай!
Хөрмәтле һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары! Ерҙә тыныслыҡ хаҡына хәрби ҡаһарманлығығыҙ, йәмғиәтебеҙ именлегенә намыҫлы ижади хеҙмәтегеҙ – Ватаныбыҙға хеҙмәт итеүегеҙҙең сағыу миҫалы. Үткән тормош юлығыҙ ватандаштарығыҙҙың тәрән ихтирамына һәм оло рәхмәтенә лайыҡ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, рухи көс-ҡеүәт, бөтмәҫ-төкәнмәҫ дәрт-дарман теләйем. Ғүмерегеҙ буйы яҡындарығыҙҙың күңел йылыһы, һөйөү-хәстәрлеге һәм ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәгеҙ.
Ю.Т. ИЛЬЯСОВ,
Көйөргәҙе районы муниципаль район хакимиәте башлығы.
БӨЙӨК ВАТАН ҺУҒЫШЫ ВЕТЕРАНЫ: НАФИҠОВ Ғөбәй Төхфәт улы, Яңы Мораптал ауылы.
ХАЛЫҠ ХУЖАЛЫҒЫНЫҢ ТӨРЛӨ ТАРМАҠТАРЫНДА (АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ, ТРАНСПОРТ, МӘҘӘНИӘТ, МӘҒАРИФ Һ.Б.) АТҠАҘАНҒАН ИСЕМЕНӘ ЛАЙЫҠ БУЛҒАН ХЕҘМӘТ ВЕТЕРАНДАРЫ:
БОҪҠАНОВ Нафиҡ Ҡотләхмәт улы, РФ ауыл хужалығының атҡаҙанған механизаторы, Ҡотлоюл ауылы;
ГЛУЩЕНКО Михаил Степанович, БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы һәм «Почет билдәһе» ордендары менән наградаланған, Бахмут ауылы;
КРЫЖАНОВСКИЙ Алексей Данилович, БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Рәсәй агросәнәғәт комплексының почетлы хеҙмәткәре, БР Хөкүмәтенең, БР Ауыл хужалығы министрлығының һәм РФ Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамоталары менән бүләкләнгән;
ҠАРАНАЕВ Рәүеф Бәҙретдин улы, 2-се һәм 3-сө дәрәжәләге Данлы хеҙмәт ордендары, атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, ауыл хужалығы үҫешендә яулаған уңыштары өсөн бронза, фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн, В.И. Ленин тыуыуына 100 йыл айҡанлы юбилей миҙалдары менән бүләкләнгән, Айсыуаҡ ауылы;
САМСОНЕНКО Людмила Александровна, БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Ермолаево ауылы;
САТТАРОВ Рафаил Исмәғил улы, БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Яңы Юл ауылы;
ШӘМСЕТДИНОВА Фәүзиә Нафиҡ ҡыҙы, БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, Яңы Мораптал ауылы;
ШЛИХМЕНКИН Михаил Сергеевич, БР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе, Ермолаево ауылы.
БАССР ЮҒАРЫ СОВЕТЫ ПРЕЗИДИУМЫНЫҢ ПОЧЕТ ГРАМОТАҺЫ МЕНӘН БҮЛӘКЛӘНГӘН ХЕҘМӘТ ВЕТЕРАНЫ:
МӨЛӨКОВ Юнир Әхмәт улы, Яңы Мораптал ауылы.
ЧЕЧЕН РЕСПУБЛИКАҺЫНДА ХӘРБИ ХӘРӘКӘТТӘРҘӘ ҠАТНАШҠАН ВЕТЕРАНДАР:
ВӘЛИТОВ Ғәлим Ғаяз улы, Ермолаево ауылы;
КУДАШЕВ Александр Николаевич, Айсыуаҡ ауылы;
МАРЧЕНКО Алексей Иванович, Ермолаево ауылы;
МИХЕЛЕВ Александр Валерьевич, Ермолаево ауылы;
САФОНОВ Вадим Александрович, Ермолаево ауылы;
ШАБАШОВ Иван Анатольевич, Ермолаево ауылы;
ӘҮХӘҘИЕВ Альберт Фанус улы, Шәбағыш ауылы.
Читайте нас: