- Һуғыш була күрһә үҙеңде фронтҡа алып китәсәктәр. Бар, тиҙ генә документтарыңды кире алып ҡайт, - тине әсәйем. – Ана шулай ул минең яҙмышымды ҡырҡа үҙгәртеп ебәрҙе.
Рәтцимә Искәндәрова колхозда ашарға ла бешереүсе булған, быҙау, һарыҡ та ҡараған, сөгөлдөрҙән дә ҡалмаған, һатыусы, йыйыштырыусы ла булған, үгеҙ менән ҡом ташып, юл да һалған хатта. Бер эштән дә ҡурҡмаған етеҙ ҡатын тормош иптәше Тимерхан менән 7 балаға ғүмер бүләк иткәндәр.