Все новости
Юбилейҙар
18 Октября 2020, 15:30

Фәрзәнәгә – 75!

Оло юбилей байрамың менән ҡотлайбыҙ һине, Фәрзәнә!

1967-се йылдар, ҡалаларҙа башҡорт телен уҡытыуға ең һыҙғанып, кәпәстәрен ташлап, йоҙроҡ төйөп ҡаршы сыға башланылар. Ауылдарҙа беренсе кластан «атай, әсәй» һүҙен сит-ят телдә әйтә белмәгәндәрҙе көсләп, илата-илата русса уҡыта башланылар. Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина Маяҡ ҡасабаһында, Күмертауҙа башҡорт теле уҡытыусылары өйҙән-өйгә йөрөп, әлеге 13-сө мәктәпкә уҡыусылар йыябыҙ – өгөтләп йөрөйбөҙ. Ҡайһылары әрләп-тиргәп сығара, бер төрлөрәге башҡорт телен һаман уҡыталармы ни, тип аптырай. Ауылдарҙа башҡорт мәктәптәрен яба башланылар (мәрхәмәтһеҙҙәр). Маяҡ ҡасабаһында, Күмертауҙа башҡорт кластары астылар. Мин бер үҙем Күмертауҙа интернат-мәктәптә, Фәрзәнә, башҡорт теле уҡытыусылары Маяҡта.
Минең уҡыусыларҙы рус класында уҡығандар ҡыйырһыталар. Ишетмәгән һүҙ ҡалманы… Ә Фәрзәнә, башҡорт теле уҡытыусылары ҡасабала алышалар.
Уҡыусылар ҙа башҡортса уҡырға ынтылып бармай, өйҙә өгөт-нәсихәт шәп. Йырға, бейеүгә оҫта, шағирә Фәрзәнә теше-тырнағы менән көрәшә, өгөтләй торғас, еңде бит тегеләрҙе. Әҙәбиәт-мәҙәниәт дәресен алып бара. Концерт номерҙары менән ауылдарға йөрөйҙәр. Үҙенә күрә реклама, хатта Өфөгә барып еттеләр. Әкиәт-концерт менән сығыш яһайҙар. Күмертауҙа радио-комитет эшләй ине ул саҡта. Телевизор тураһында һүҙ ҙә юҡ. Шиғыр яҙыусылары күбәйеп китте. Сөнки китап уҡыйҙар.
Күмертау уҡытыусылары исеменән
Хәҙисә КИНЙӘБАЕВА
Тулы материал 83-сө һанда.
Читайте нас: