Эштәрен еңел тип әйтеп булмай уларҙың. Ул саҡта фермала малдар күп ине. Эре баш малдар 400-ләп булһа, һарыҡ-кәзәләр һаны алты меңгә йыйыла ине. Унан тыш ауыл малдары ла күп, уларға ла өлгөрөр кәрәк. Үҙенең төп эшенән башҡа Марат ағайым йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашты. Бер нисә тапҡыр депутат итеп тә һайланылар үҙен. Ниндәй генә ауырлыҡтар булһа ла Йомағоловтар үҙ тормоштарын малсылыҡ дауалауға арнанылар. Үҙ эштәрен яратып, хаҡлы ялға сыҡҡансы намыҫ менән башҡарҙылар. Улар дүрт балаға ғүмер бүләк итеп, матур тәрбиә бирҙеләр. Тормоштан йәм табып йәшәгән, хеҙмәт ветерандары булған Йомағоловтар әле лә дәртләнеп донъя көтәләр. Улар һарай тулы мал аҫрайҙар, баҡса тулы йәшелсә, емеш-еләк үҫтерәләр.
Беҙ, барлыҡ ауыл халҡы уларға бәхетле, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Тирә-яҡты йәмләп, балаларына терәк, кәрәк булып тағы ла оҙон-оҙаҡ парлашып ғүмер итергә Хоҙай насип итһен Йомағоловтарға.