Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәте октябрҙә тыуған көндәрен һәм юбилейҙарын билдәләгән хеҙмәт, Афғанстан Республикаһында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы ветерандарын ихлас ҡотлай!
Хөрмәтле хеҙмәт ветерандары! Йәмғиәтебеҙ именлегенә намыҫлы ижади хеҙмәтегеҙ – Ватаныбыҙға хеҙмәт итеүегеҙҙең сағыу миҫалы. Үткән тормош юлығыҙ ватандаштарығыҙҙың тәрән ихтирамына һәм оло рәхмәтенә лайыҡ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, рухи көс-ҡеүәт, бөтмәҫ-төкәнмәҫ дәрт-дарман теләйем. Ғүмерегеҙ буйы яҡындарығыҙҙың күңел йылыһы, һөйөү-хәстәрлеге һәм ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәгеҙ.
Ю.Т. ИЛЬЯСОВ, Көйөргәҙе районы
муниципаль район Хакимиәте башлығы
ХАЛЫҠ ХУЖАЛЫҒЫНЫҢ ТӨРЛӨ ТАРМАҠТАРЫНДА (АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ, ТРАНСПОРТ, МӘҘӘНИӘТ, МӘҒАРИФ Һ.Б.) АТҠАҘАНҒАН ХЕҘМӘТКӘР ИСЕМЕНӘ ЭЙӘ БУЛҒАН ХЕҘМӘТ ВЕТЕРАНДАРЫ:
БОҪҠАНОВА Фәүзиә Мөхәмәтҡужа ҡыҙы, БАССР-ҙың атҡаҙанған малсыһы, Ҡотлоюл ауылы;
ИШМӨХӘМӘТОВ Закир Шакир улы, «Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы», «III дәрәжә Дан Ордены», «Унынсы биш йыллыҡ ударнигы» түш билдәһе менән наградаланған, Түбәнге Бабалар ауылы;
МЕЛЬНИКОВ Владимир Георгиевич, БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Иҫке Отрада ауылы;
НИҒМӘТУЛЛИН Фәрит Йәүҙәт улы, БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Яңы Мораптал;
РЫҪҠОЛОВ Миңлеғужа Әхәт улы, БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Яңы Таймаҫ ауылы.
СӨЛӘЙМӘНОВ Исмәғил Мәһәҙи улы, «Октябрь Революцияһы», «Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы», «Почет Билдәһе» ордендары менән бүләкләнгән, Яңы Ямаш ауылы.
БАССР-ҘЫҢ ЮҒАРЫ СОВЕТЫ ПРЕЗИДИУМЫНЫҢ ПОЧЕТ ГРАМОТАҺЫ МЕНӘН БҮЛӘКЛӘНГӘН ХЕҘМӘТ ВЕТЕРАНДАРЫ:
ЦМОКАЛЮК Николай Ларионович, Ермолаево ауылы;
ӘМИНЕВ Ишбулды Ғайса улы, Иҫке Мораптал ауылы.
АФҒАНСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНДА ХӘРБИ ХӘРӘКӘТТӘРҘӘ ҠАТНАШЫУСЫ ВЕТЕРАНДАР:
АРЗАМАСОВ Игорь Николаевич, «Совет Армияһы отличнигы», 1-се дәрәжәләге хәрби-спорт комплекс билдәләре, «Рәхмәтле афған халҡынан» миҙалы менән бүләкләнгән, Ермолаево ауылы;
КАЛЬЯНОВ Сергей Николаевич, «Рәхмәтле афған халҡынан» миҙалы менән бүләкләнгән, Ермолаево ауылы;
ЙӘНБИРҘИН Рафаил Тәлғәт улы, «Рәхмәтле афған халҡынан», «СССР-ҙың Хәрби көстәренә 70 йыл», «Яугир-интернационалистҡа» миҙалдары менән бүләкләнгән, Ҡунаҡбай ауылы;
РОЩИН Виктор Павлович, «Рәхмәтле афған халҡынан», «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалдары, СССР-ҙың Юғары Президиумының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән, Ермолаево ауылы;
ХЛЫНЦЕВ Сергей Николаевич, «Рәхмәтле афған халҡынан» миҙалы менән бүләкләнгән, Ермолаево ауылы;
ЧАРИКОВ Сергей Викторович, «Рәхмәтле афған халҡынан» миҙалы менән бүләкләнгән, Ермолаево ауылы.