Юбилейҙар
19 Декабря 2020, 09:00

Йәндәй күргән “Йәнтөйәк”

Районыбыҙҙа даны киң билдәле "Йәнтөйәк" башҡорт халыҡ фольклор ансамбленә 25 йәш.

Азамат ТУЙГИЛДИН, ҡурайсы:
- “Йәнтөйәк”тең тәүге етәксеһе мин булды тиһәләр ҙә, коллективты ойоштороу идеяһы менән янып йөрөүсе, уны булдырыуҙа ҙур көс һалыусы Мәрйәм апай менән Альберт ағай мәрхүм Юлдыбаевтар булды. Ул саҡта мин ауылда эшләп йөрөй инем. Улар килеп, район мәҙәниәт йортона эшкә саҡырҙылар. Аҙаҡ миңә был эште дауам итергә насип булды. Миңә тормош иптәшем Закира ныҡ ярҙам итте ул саҡта. Үҙем музыка яғына яуаплы инем, ә ул сценарийҙар яҙып, репетициялар ойошторҙо. Дуҫтарын, хеҙмәттәштәрен саҡырып тупланы. Колективта күберәге 35-40 йәшлек уҡытыусы ҡатындар, ҡыҙҙар була торғайны. Хәҙер эш кешеләре үҙҙәренең һөнәрҙәренән бер ҙә бушамайҙар, шуғалыр ҙа “Йәнтөйәк”тә күбеһенсә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре йөрөй. Тағы бер ҡыҙыҡ мәл: элек халыҡтың машинаһы булмай торғайны, шулай ҙа эштән һуң, төрлө ауылдарҙан район үҙәгенә йөрөргә ваҡыт таптылар. Хәҙер һәр кемдә тиерлек машина ла бар, ниңәлер ваҡыттары юҡ.
«Йәнтөйәг»ебеҙҙе юбилейы менән ҡотлайым. Килсәктә лә районыбыҙҙың йөҙөк-ҡашы булып балҡып торһон!
Тулы материал 101-се һанда баҫылып сыҡты.
Читайте нас