Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
29 Декабрь 2020, 13:17

ФИҘАҠӘР ХЕҘМӘТЕГЕҘ ОНОТОЛМАҪ

Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәте декабрҙә тыуған көндәрен һәм юбилейҙарын билдәләгән Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәрен һәм хеҙмәт ветерандарын ихлас ҡотлай!

Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәте декабрҙә тыуған көндәрен һәм юбилейҙарын билдәләгән Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәрен һәм хеҙмәт ветерандарын ихлас ҡотлай!
Хөрмәтле һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары!
Ерҙә тыныслыҡ хаҡына хәрби ҡаһарманлығығыҙ, йәмғиәтебеҙ именлегенә намыҫлы ижади хеҙмәтегеҙ – Ватаныбыҙға хеҙмәт итеүегеҙҙең сағыу миҫалы. Үткән тормош юлығыҙ ватандаштарығыҙҙың тәрән ихтирамына һәм оло рәхмәтенә лайыҡ.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, рухи көс-ҡеүәт, бөтмәҫ-төкәнмәҫ дәрт-дарман теләйем. Ғүмерегеҙ буйы яҡындарығыҙҙың күңел йылыһы, һөйөү-хәстәрлеге һәм ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәгеҙ.

Ю.Т. ИЛЬЯСОВ,
Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәте башлығы.
БӨЙӨК ВАТАН ҺУҒЫШЫНДА ҠАТНАШЫУСЫЛАР, ИНВАЛИДТАР:
АЙСЫУАҠОВ Әҙеһәм Йәнфағанас улы, Күмертау ҡалаһы;
ИШМОРАТОВ Рәшит Әхмәҙулла улы, Күмертау ҡалаһы.
МӘҺӘҘИЕВА Нәзиә Шәйхи ҡыҙы, тыл эшсәне, Шәбағыш ауылы.
ХАЛЫҠ ХУЖАЛЫҒЫНЫҢ ТӨРЛӨ ТАРМАҠТАРЫНДА (АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ, ТРАНСПОРТ, МӘҘӘНИӘТ, МӘҒАРИФ Һ.Б.) АТҠАҘАНҒАН ХЕҘМӘТКӘР ИСЕМЕНӘ ЭЙӘ БУЛҒАН ХЕҘМӘТ ВЕТЕРАНДАРЫ:
ӘБДРӘШИТОВ Раил Абдулла улы, РФ-ның атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Көйөргәҙе районының почетлы гражданы;
АБДУЛЛИНА Гөлъямал Кәлимулла ҡыҙы, БР ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре, Яҡшымбәт ауылы;
ГОРБАНЕВА Вера Александровна, БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, Свобода ауылы;
ГОРБОВА Валентина Яковлевна, БР ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре, Бахмут ауылы;
ТӨХВӘТУЛЛИНА Ғәлимә Шәмсетдин ҡыҙы, БАССР-ҙың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре, Яңы Мораптал ауылы.
ИСХАКОВ Өлфәт Янар улы, БР ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре, Яҡшымбәт ауылы;
ЛЕОНТЬЕВ Иван Васильевич, 3-сө дәрәжәләге Хеҙмәт даны ордены менән бүләкләнеүсе, Павловка ауылы.
ЧЕРНОБЫЛЬ АЭС-ЫНДАҒЫ ҺӘЛӘКӘТ ЭҘЕМТӘЛӘРЕН БӨТӨРӨҮҘӘ ҠАТНАШЫУСЫЛАР, АФҒАНСТАН ҺӘМ ЧЕЧЕН РЕСПУБЛИКАЛАРЫНДАҒЫ ХӘРБИ ХӘРӘКӘТТӘРҘӘ ҠАТНАШЫП, ОРДЕНДАР МЕНӘН БҮЛӘКЛӘНГӘН ВЕТЕРАНДАР:
ВЕРГИЗОВ Александр Григорьевич, Чернобыль АЭС-ындағы һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусы, «Батырлыҡ ордены» менән наградланған, Ермолаево ауылы;
БЫЧКОВ Михаил Александрович, Чечен республикаһында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы, Ермолаево ауылы;
АЛЕТДИНОВ ДИМ Хәнәф улы, Чечен республикаһындағы хәрби хәрәкәттәр ветераны, Шәбағыш ауылы;
АКРАЧКОВ Борис Петрович, ҡатнашыусы “Айырыуса хәүеф подразделениеяларына 60 йыл” миҙалы, “Тәүге атом бомбаһының 60 йыллығы”, “Тоцк уҡыуҙарына 50 йыл”занктары менән бүләкләнгән, Яңы Отрада ауылы;
ЮЛДАШЕВ Ғәбделфаяз Ғаяз улы, Чернобыль АЭС-ындағы һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусы, «4-се дәрәжә Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены менән наградланған, Шәбағыш ауылы.
Зәбиров Венер Юнир улы, һуғыш хәрәкәте ветераны, Яҡут ауылы.
БАССР ЮҒАРЫ СОВЕТЫ ПРЕЗИДИУМЫНЫҢ, БР ПРЕЗИДЕНТЫНЫҢ ПОЧЕТ ГРАМОТАЛАРЫ МЕНӘН БҮЛӘКЛӘНГӘН ХЕҘМӘТ ВЕТЕРАНДАРЫ:
ОСОСКОВА Надежда Семеновна, БАССР Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән, Холмогор ауылы;
Читайте нас: