Ҡартлыҡ. Унан ҡасып ҡотолор әмәл юҡ, һәр кемгә килә ул. Берәүҙәргә бәхетле ҡартлыҡ насип була. Икенселәр был бәхетте күрә алмай, ҡараусыһыҙ тороп ҡала. Тап бына ошондай өлкәндәр өсөн ҡарттар йорттары барлыҡҡа килә лә инде. Бындай оло йәштәге граждандарҙы һәм инвалидтарҙы социаль стационар хеҙмәтләндереү йорто беҙҙең Свобода ауылында ла бар. Кисә улар үҙҙәренең 15 йыллыҡ юбилейҙарын билдәләне.
Әле был йорт 29 кешене үҙенә һыйындырған. Ҡартлыҡтарында яңғыҙлыҡҡа дусар булған өлкән йәштәгеләр һәм инвалидтар ғүмер ахырын ошонда үткәрә. Уларҙы 21 хеҙмәткәр тәрбиәләй, дауалай һәм хәстәрлек күрә. Ошо кешеләрҙең аһ-зары ла, шатлыҡ-һөйөнөстәре лә бергә тупланған бүлексәнең барса мәшәҡәте был йортта эшләгән хеҙмәткәрҙәр иңендә.
Юбилейҙарына арналған сараны асып, ҡарттар йорто интернаты филиал булып торған Маяҡ ауылындағы психо-неврологик интернат директоры Ринат Ибраһимов килгән ҡунаҡтарҙы сәләмләне һәм спонсор ярҙамы күрһәтеүселәргә Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Сараны дауам итеп, һүҙҙе район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллин алды. Ул юбилей менән ҡотлап үҙ теләктәрен еткерҙе. Был бинаның заманында район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов ныҡышмалылығы менән асылыуы хаҡында һөйләне. Шулай уҡ был йортҡа килеүселәргә үкенерлек булмаһын өсөн, ҡулдан килгәндең барыһын да башҡарырға, тигән теләк белдерҙе. Нәүғәт Кәлимулла улы тырыш хеҙмәттәре өсөн бер нисә хеҙмәткәргә район хакимиәтенең Почет грамоталарын һәм был йортҡа иҫтәлеккә бүләк тә тапшырҙы. Артабан ҡотлаусылар күп булды. Көйөргәҙе районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлай Ишмөхәмәтов та үҙ теләктәрен әйтте. Шулай уҡ “Южурал-Ойл” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Зиннур Исхаҡовтың сәләмдәрен еткереп аҡсалата бүләк тапшырҙы Юлай Юныс улы. Ҡансыра ер аҫты газ һаҡлау идаралығынан да вәкил үҙ теләктәрен әйтеп ҡалырға тырышты. Свобода ауыл советы хакимиәте башлығы Сания Сәйетбатталова, дин әһелдәре һәм башҡалар ҙа буш ҡул килмәгән. Күмертау башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Әлфиә Шәмиғолова ҡарттар йорто менән һәр саҡ хеҙмәттәшлек итеүҙәрен һөйләне.
- Беҙ һеҙгә килеп ярҙам итәбеҙ йә күңелегеҙҙе асабыҙ икән, беҙ быға ҡыуанабыҙ ғына. Артабан да дуҫлыҡ ептәребеҙ өҙөлмәһен, бергә аралашып йәшәйек, эшләйек. Оло йәштәгеләргә икенсе өй бүләк итеп, уларҙы яҡшы тәрбиәләү - ҙур һәм изге эш, - тип Әлфиә Фәйзрахман ҡыҙы был бинаға юбилейҙары менән ҡотлап ковер, сәғәт һәм тәмлекәстәр тапшырҙы.
Оло йәштәге граждандарҙы һәм инвалидтарҙы социаль хеҙмәтләндереү йорто мөдире Әҡсән Ҡаҙаҡбаев шатлыҡтарын уртаҡлашырға килгәндәре һәм бүләктәре, изге теләктәре өсөн ҡунаҡтарға рәхмәт әйтте. Үҙ ҡулы аҫтында эшләгән хеҙмәткәрҙәрен дә байрам менән ҡотлап эштәренең алға барыуында коллективтың берҙәмлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Байрамды дауам итеп ул “Ай былбылым” йырын башҡарҙы. Шулай уҡ Таймаҫ, Зәк-Ишмәт, Свобода ауылдары әртистәре әҙерләгән концерт ҡунаҡтарҙың да, бында тәрбиәләнеүселәрҙең дә күңелдәрен күтәрҙе.
Йыр-бейеү барған мәлдә бүлмәләр буйлап йөрөп сыҡтым. Бүлмәләрҙә карауат, өҫтәл, һыуытҡыс кеүек крәк-яраҡтар бар. Күптәр өйөндә татымаған ҡәҙер-хөрмәтте, бәлки, бында күрәлер. Иртән торғас ихатаға сығып мал ҡарау юҡ, ашау-эсеү йәһәтенән дә ҡайғырырға түгел. Көнөнә бер нисә тапҡыр ҡайнар аш. Барыбер, ниңәлер, күңелгә бер төйөр тығылғандай булды. Бөтөн нәмәне лә тамаҡ туҡлығы менән генә үлсәп булмай шул. Араларында ҡарт көнөңдә ҡайҙалыр ситтә йәшәргә мәжбүр булыуға йөрәктәре һыҙлағандар ҙа барҙыр…