Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәте ғинуарҙа тыуған көндәрен һәм юбилейҙарын билдәләгән Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәрен һәм хеҙмәт ветерандарын ихлас ҡотлай!
Хөрмәтле һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары!
Ерҙә тыныслыҡ хаҡына хәрби ҡаһарманлығығыҙ, йәмғиәтебеҙ именлегенә намыҫлы ижади хеҙмәтегеҙ - Ватаныбыҙға хеҙмәт итеүегеҙҙең сағыу миҫалы. Үткән тормош юлығыҙ ватандаштарығыҙҙың тәрән ихтирамына һәм оло рәхмәтенә лайыҡ.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, рухи көс-ҡеүәт, бөтмәҫ-төкәнмәҫ дәрт-дарман теләйем. Ғүмерегеҙ буйы яҡындарығыҙҙың күңел йылыһы, һөйөү-хәстәрлеге һәм ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәгеҙ.
Ю. Т. ИЛЬЯСОВ,
Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәте башлығы.
БӨЙӨК ВАТАН ҺУЫШДА ҠАТНАШЫУСЫЛАР:
ХАЛИҠОВ Ишембай Мәхмүт улы, Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына тиңләштерелгән, Яманһары ауылы.
ХАЛЫҠ ХУЖАЛЫҒЫНЫҢ ТӨРЛӨ ТАРМАҠТАРЫНДА (АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ, ТРАНСПОРТ, МӘҘӘНИӘТ, МӘҒАРИФ Һ.Б.) АТҠАҘАНҒАН ИСЕМЕНӘ ЛАЙЫҠ БУЛҒАН ХЕҘМӘТ ВЕТЕРАНДАРЫ
ИСЛАМҒОЛОВА Лена Барый ҡыҙы, БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, Яҡшымбәт ауылы;
МӘЗИТОВ Әхтәм Әҡсән улы, БАССР Верховный Советы Президиумының Почет грамотаһы, «Хеҙмәт фиҙаҡәрлеге өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән, Ялсыҡай ауылы;
БАСОВ Геннадий Никитович, БР-ҙың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Күмертау ҡалаһы;
НАФИҠОВ Нурулла Ғөбәй улы, БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Яңы Мораптал ауылы;
СЕЛИЩЕВ Владимир Максимович, Хеҙмәт даны ордены менән бүләкләнгән, Бахмут ауылы;
ФӘЙЗУЛЛИНА Римма Хазинур ҡыҙы, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Күмертау ҡалаһы;
ӘМИНОВ Рафиҡ Ғибадрахман улы, БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Шәбағыш ауылы;
АНДРЮШИНА Вера Николаевна, Халыҡ мәғарифы алдынғыһы, Бөгөлсән ауылы;
ӘМИРОВ Фәрит Ғизулла улы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы, Шәбағыш ауылы.
«РӘСӘЙҘЕҢ ПОЧЕТЛЫ ДОНОРЫ», «СССР-ҙың ПОЧЕТЛЫ ДОНОРЫ» ИСЕМДӘРЕНӘ ЛАЙЫҠ ГРАЖДАНДАР:
КАПУСТИН Лев Иванович, Рәсәйҙең почетлы доноры, Свобода ауылы;
СЕРЕБРЯКОВ Владимир Николаевич, Рәсәйҙең почетлы доноры, Айсыуаҡ ауылы;
ДАНИЛОВ Евгений Николаевич, Рәсәйҙең почетлы доноры, Ермолаево ауылы;
АЛЕКСЕЕВ Валерий Зинонович, Рәсәйҙең почетлы доноры, Айсыуаҡ ауылы;
ПЕШЕХОНОВА Рәйсә Муллағәли ҡыҙы, Рәсәйҙең почетлы доноры, Бөгөлсән ауылы.