Юбилейҙар
19 Апреля 2021, 05:45

«Сəхнəнəн төшкəнем юҡ»

1974 йылда атай-əсəһе менəн Башҡортостандың Көйөргəҙе совхозына эшкə күсеп килə. Ейəнсура һылыуы Нурия Фəхрислам ҡыҙын осратып, 1975 йылда ғаилə ҡороп ебəрəләр. Көйөргəҙе игенселек совхозында бер аҙ эшлəгəс, 1979 йылда Морапталдың тоҡомсолоҡ совхозына баш зоотехник булып юллама менəн күсерелə.

Хоҙай Тəғəлə биргəн ғүмерҙе һəр кем үҙенсə үтə. Берəүҙəр, тыныс ҡына йəшəй, өй,эш мəшəҡəттəре менəн генə булыша, икенселəр иһə ярһып, тынғы белмəй, үҙенəн һуң сағыу эҙҙəр ҡалдырырға тырышып йəшəй. Етмеш йəшлек ғүмер байрамын ҡаршыларға ниəтлəп йөрөгəн, тынғы белмəҫ ир аттарыбыҙҙың береһе, Рифат ағай Вəхитов, редакцияға килеп керҙе: - Һаумыһығыҙ, һылыу минең документтарҙы дөрөҫ тултырмағандар, миңə 70 түгел, 60 йəш тула, 1961 йылғы бит мин,- тигəс, йөҙгə лə 70 йəшлек ағайға оҡшамаған шул, тинем дə, яҙыуымды төҙəтеп тə ҡуйҙым. Шул ваҡыт Рифат ағай ихлас көлөп ебəрҙе:
- Ышанып, төҙəтеп тə ҡуйҙығыҙ, шаяртам һылыу, миңə Алла бойорһа 19 апрелдә 70 йəш тула.
Рифат Вахитовтың юбилейына бәйле материал үткән һанда сыҡты.
Читайте нас