Все новости
Юбилейҙар
4 Июля 2021, 11:13

Матур йәшәйек

Яңы Морапталдан, көтмәгәндә, сәләм килде. Көтмәгәндә тип, Фирҙәүес апай тураһында яңы ғына әллә нисә көн һөйләнек, бөтә район, республика, хатта унан ары ла китеп, тыуған көнөн билдәләнек тә - хистәр һыуынып бөтмәгән.

Хатта республика башлығы Радий Хәбиров та Фирҙәүес апайҙы онотмаған - ҡотлау ебәргән.
Бындайға апайыбыҙ, әлбиттә, бик ҡыуанған (оло кешегә күп кәрәкме ни - иғтибар булһа, хаттин ашҡан). Хөкүмәт телеграммаһы бер нәмә, үҙенең уҡыусыларының рәхмәтен ишетеү, уларҙың шат йөҙҙәрен күреү тағы ла шәберәк. Байрамы үтһә лә, ошо ялдарҙа янына уҡыусылары йәнә һуғылған - Минзиә менән Әхәт Ҡотлоәхмәтовтар. Әхәт Йәүҙәт улы менән Минзиә Зиннур ҡыҙы: "Гәзитегеҙ матур сыға, уҡытыусыбыҙ менән шулай тип ултырабыҙ, матур ғына эшләгеҙ шулай" тигәндәр. Эт күңеле - бер һөйәк, беҙ ҙә, хәс оло кешеләй булып, ошо һүҙҙәргә ҡыуанып киттек. Шулай булһын: бергә-бергә, артабан да, хистәргә һыуынырға ирек бирмәй, матур йәшәргә яҙһын.
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: