Юбилейҙар
4 Июля 2021, 04:36

Тəбиғəте шундай

Гөлсөм Солтангəрəева, Салауат Муса улының тормош иптəше:- Салауат эш батыры булғанға ла үҙен хөрмəт иттем һəм уға кейəүгə сыҡтым. Ул да, мин дə ғаилəлə иң өлкəндəре булғас, беҙҙə яуаплылыҡ тойғоһо булды. Шуғалыр ҙа донъя көтөп китеүе ауырҙан булманы. Егəрле, уңған кеше менəн тормош көтөүе күпкə еңелерəк. Егет һүҙе бер була тигəндəй, үҙенең əйткəн һүҙендə һəр саҡ тора. Өйҙə лə өлгөрə, йəмəғəт эштəрендə лə ҡайнап йəшəй. Тынғыһыҙ, ауыл эше өсөн янып-көйөп йəшəгəн кеше ул. Оҫта ҡуллылығын əйтеп тораһы ла түгел. Өйҙəге бөтə нимəлəрҙе лə үҙ ҡулдары менəн ағастан семəрлəп эшлəне. Бəлəкəй Эрнест ейəнебеҙ ҙə, олатаһына оҡшағандыр, ҡулына сүкеш тотоп тик йөрөй. Бер һүҙ менəн əйткəндə, Салауат миңə ышаныслы тормош иптəше, балаларыбыҙға өлгөлө атай, яҡшы механизатор, тəжрибəле уҡытыусы булды. Тормош булғас төрлө хəлдəр була, шуға йəштəргə əйтер һүҙем дə бар: иң мөһиме балалар ата-əсəле үҫһен.

Таймаҫ мəктəбен бөттөм дə шунда уҡ тракторсы-машинисҡа уҡып, совхозда ҡалдым. Совхозда тракторҙа 15 йыл хеҙмəт cтажым. Унда эшлəп йөрөгəнемдə, мəктəпкə эшкə саҡырҙылар. Уйландым. Мəктəптə уҡытыу, ул фермала аҡырып йөрөү түгел. Ауырыраҡ булды, шуға ла ситтəн тороп Сибайға уҡырға индем һəм ҡулыма диплом алып сыҡтым. 25 йыл педагогик стажым бар. Бер ҙə үкенмəйем шулай тормошом ҡырҡа үҙгəргəненə. Бергə эшлəгəн коллегаларым хөрмəт итте үҙемде. Уҡытҡан уҡыусыларым да һаман хəл белешеп торалар. “Беҙҙе балта тоторға өйрəтеүсе”, - тиҙəр. Педагогика буйынса китаптарҙы мин əле лə, буш ваҡытымда, уҡып
алам.
С. Сотлангәрәев тураһында материал йома һанында донъя күрҙе.
Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас