Юбилейҙар
27 Июль 2021, 04:07

"Ике бишле Рима"

Ут күршем Римаға ла 55 икән дә. Әҙ һөйләр, күп эшләр күршемдән уңдым. Бик ипле, ярҙамсыл, үҙе алдан белеп тора миңә нимә кәрәк икәнен. Әнейем әйтмешләй: «Кем дә эшләй ул әйткәс. Үҙегеҙ белеп эшләгеҙ",- тиер ине.

"Ике бишле Рима""Ике бишле Рима"
"Ике бишле Рима"

 Халыҡ мәҡәле "Күрше хаҡы - тәңре хаҡы." Өйҙә ни мәшәҡәте табылып ҡына тора: кран боҙолһонмы, лампочка янһынмы, өҫкө этаждан һыу аҡһынмы... Квартираға ла Рима күрше түләй, уның өсөн дә йөрөр кәрәк бит әле, етмәһә, квартирҙың йоҙағын боҙоп, өйгә кермәксе булғандар, мәғнүндәр. Ярҙамға әлеге Рима килде инде. Кешеһен табып, үҙе ҡарап тороп, ике йоҙаҡлы яңы ишек ҡуйҙырҙы. Боронғолар әйтеме, «Туған менән йәшәмәйһең, күрше менән йәшәйһең». Балалар Өфө лә квартир ҙа алып бирҙеләр. Юҡ, күмере бөтһә лә, Күмертау тарта.

Ут күршең Хәҙисә КИНЙӘБАЕВА

 Хәҙисә апайҙың хаты бөгөн гәзиттә тулыһынса баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас