

- Ə бəлки һеҙҙең 81 йəштə лə ҡыҙҙар кеүек йүгереп йөрөүегеҙҙең сере, уфтанмай, бар нимəгə риза булып йəшəүҙəлер?
- Кем белһен инде уныһын, йəшлəй донъя көтөргə тырыштыҡ, йыбанып ултырманыҡ, əле лə бирешергə ваҡыт юҡ, ауырыйбыҙ тип медпунктҡа ла йөрөмəйбеҙ, йəш саҡта гел үлəн ашап үҫтек, шуға бəлки организм таҙалыр. Əле лə тоҡлап-тоҡлап шифалы үлəндəр йыйып, тəмлəп, сəй эсəбеҙ, балаларға ла ҡыш көнө шул үлəндəрҙе таратам. Эшлəмəгəн эш ҡалманы, бабайға тракторын да ҡараштым. Мал-тыуар, ҡош-ҡортты күплəп аҫыраныҡ. Балаларға күстей тейəп ебəреү үҙе бер бəхет бит, шуға бөгөндə ҡош-ҡорт аҫырарға тырышам. 70 йəшемə тиклем бесəн башында торҙом, бабай эштə булды, балалар менəн бесəн эшлəнек. Уларҙы ла шулай эшкə өйрəтеп үҫтерҙек. Ҡаланан күсеп ҡайтҡас, 27 йыл əбейем менəн торҙом...
Тулы материал йома һанында сыҡты.