Юбилейҙар
20 Августа 2021, 11:19

«Ҡотлигилдина» мәктәбе

Мирсәйет Юнысов, «Йәншишмә» гәзитенең баш мөхәрире: - Зәһрә апай балалар матбуғатында 40 йылдан артыҡ эшләгән кеше. Ул, бөтә ғүмерен балалар матбуғатына арнаған берҙән-бер башҡорт журналисты тиһәк тә, хата булмаҫ. Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы үҙенең тура һүҙлелеге, төплө кәңәштәре менән айырылып тора, ул бер ҡасан да, бер кемгә лә ярайым тип йәшәмәне, нисек бар шулай.

«Ҡотлигилдина» мәктәбе«Ҡотлигилдина» мәктәбе
«Ҡотлигилдина» мәктәбе

"Йәншишмә" гәзитендә «Йәш хәбәрсе» мәктәбен асты, был мәктәпте - «Ҡотлигилдина» мәктәбе тип әйтһәк тә була. Ошо мәктәп аша, ул күп кескәйҙәрҙе башҡорт милли журналистикаһына үрләтте һәм әлеге көндә, тап ошо балалар телевидениела, радиола, журналистика өлкәһендә уңышлы эшләп йөрөйҙәр. Унан тыш, «Һуғыш йылы» балалары темаһын да тәү башлап Зөһрә апай күтәреп сыҡты. Ошо балаларҙың кисергәндәрен, уларҙың бала саҡ михнәттәрен, һуғыштың иң аяулы мәлдәрен сағылдырған өс китабы донъя күрҙе.

Хәҙер инде беҙҙә эшләмәһә лә, гел шылтыратып кәрәк ерендә тәнҡитен, кәрәк ерендә кәңәштәрен әйтеп, хәлдәребеҙҙе һорашып, үҙ фекерен белдереп тора. Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы менән ғорурланабыҙ, уны сикһеҙ ихтирам итәбеҙ һәм ошо матур юбилейында уға ныҡлы һаулыҡ, сәләмәтлек, күңел тыныслығы теләйбеҙ. Килтергән изгелектәре, эшләгән эштәре өсөн уға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас