

Бәләкәй саҡтан йәтим ҡалыуына ҡарамаҫтан бар маҡсаттарына ирешеп, тырышып донъя көтә. Баҡса үҫтерә, кейәү үлгәне бирле, бер үҙе баҡсаларын ҡарап үҫтерә. Үҫтергәндәрен мохтаждарға, ололарға тарата. Беҙгә ҡунаҡҡа ҡайтһа ла, ауыр-ауыр сумкаларын йөкмәп, күстейҙәрен, бүләккә миңә яулыҡ, нәскиҙәр, бабайыма күлмәк, тапочкиҙар һәм башҡаларын тейәп ҡайта. Уның йомартлығын әйтеп бөтөрөрлөк түгел, һуңғы тиненә тиклем кешеләргә бирергә әҙер, пенсия алғас та, ололарға күстейҙәр алып тарата. Баҡсаһында үҫкән емеш-еләктәренән ҡайнатма әҙерләп, уны ашарға кеше юҡ тип, урамдағы оло йәштәге инәйҙәргә сығарып бирә. Былтыр Ялсыҡайға ҡайтып, әнейенең яҡты донъяларҙан китеүенә 30 йыл тулыуға бағышлап, һарыҡ һуйып, ауыл халҡына күстей менән ит таратып сыҡты. Изгелек эшләргә, кешеләргә ярҙам итергә ярата. Бына әле, сир таралыу арҡаһында, 70 йәшлек юбилейын тыуған ауылына ҡайтып үткәрә алмауы ғына кәйефтәрҙе ҡырҙы. Күмәкләп йыйылышып, Өфөнән яҙыусы дуҫтарын алып ҡайтып, үткәрергә өмөтләнә ине лә бит, килеп сыҡманы.