Юбилейҙар
20 Августа 2021, 11:11

Сейәлек урманы һеҙҙе көтә

Хәлимә Аҡсурина, Ялсыҡай ауыл клубы мөдире: - Зөһрә Ҡотлогилдина һәм Миңлегөл Хисамова беҙҙең ауылдың ғорурлығы, ике бер туған талантлы яҡташтарыбыҙ ауылыбыҙҙы данлап ижад итә. Беҙҙең бәләкәй генә ауылдан шул тиклем талантлы, ҙур шәхестәр сығыуы беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ.

Сейәлек урманы һеҙҙе көтәСейәлек урманы һеҙҙе көтә
Сейәлек урманы һеҙҙе көтә

Данлыҡлы яҡташыбыҙ Зөһрә Сәлимйән ҡыҙының 70 йәшлек матур юбилейына ҙур әҙерлектәр алып барып, матур итеп үткәрергә уйлаған инек. Тыуған ауылының Сейәлек урманы буйҙарында, тирмәләр ҡороп, ул яҙған йырҙарҙы өйрәнеп, сценарий яҙып, бешеренеп, мул табындар артында осрашырға планлаштырған инек, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Зөһрә апай ауырып тора икән, ҡайта алмауын әйтте. Зөһрә апайҙы ысын күңелдән күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ, уға артабан да ижадында уңыштар, һаулыҡ, именлек теләп ҡалабыҙ.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас