Все новости
Юбилейҙар
29 Августа 2021, 10:25

Барыһы ла шəптəр

- Элек уҡытыусыларға ҡараш икенсе булды тиһегеҙ, һеҙҙең осорҙа эшлəгəн уҡытыусылар менəн əлеге уҡытыусылар араһында айырма бармы, һеҙ нисек уйлайһығыҙ?- Əлбиттə, айырма бик ҙур. Йəштəргə эштəн аҡса ғына кəрəк, шулай булмай, заманалар ҙа икенсе хəҙер. Хəҙерге уҡытыусылар сəғəттəрен һанап ултыралар ҙа, эш бөтөү менəн өйгə ашығалар. Элек беҙ аҡса өсөн эшлəмəнек. Ҡай саҡта төнгө 12 лəрҙə ҡайта инек. Ашамай йөрөгəн көндəр ҙə булды, башҡа ваҡыттарҙа көнөнə бер тапҡыр ашап эшлəнек. Төштəн һуң ҡул эштəрен тотоп барабыҙ ҙа, эш бөткəнсе шунда булдыҡ. Унан һуң төнөн, китаптарға күмелеп ултырып, 3 класҡа план яҙа инем. Балаларым тороп ҡарай ҙа, аптырап кире йоҡлап китə, иртəн уянһалар мин һаман шул ҡағыҙҙар менəн булашам. Балаларым уҡытыусы кеше йоҡламай, тип уйлайҙар ине.

Барыһы ла шəптəр
Барыһы ла шəптəр

- Тормош иптəшем, ҡыҙғанысҡа, бик иртə, йəшлəй генə яҡты донъяларҙан китеп барҙы. Ҡəйнəм менəн ҡайным эргəһенə ошо өйҙө һалып сығырға булдыҡ. Өйҙө август аҙағында бөттөк тə, декабрь айында иптəшем үлеп тə китте, уға ул ваҡытта 30 ғына йəш ине. Өйҙөң эштəре бөтмəгəйне, тəҙрəһе бер ҡат, соланы ла эшлəнеп бөтмəгəйне. Ул фото төшөрə ине, тəүге улыбыҙҙы беренсе класҡа оҙатып, фотоға төшөрҙө лə, декабрь айында, ҡаты ауырып арабыҙҙан китеп барҙы. Балаларым гел өйҙə яңғыҙ ултырҙы, элек бит балалар баҡсаһына колхоз эшселəренең генə балалары йөрөнө, беҙҙекелəргə урын булманы. Ярай əбей менəн бабай эргəлə булды. Бер улым да, ауырып, атаһы кеуек яҡты донъяларҙан иртə китте, икенсе улым иҫəн Аллаға шөкөр, ул Ырымбур ҡалаһында йəшəй. Ейəн-ейəнсəрҙəрем бар, шуларға һөйөнөп, шөкөр итеп йəшəйем. Əле бөгөн дə, ярай ейəнсəрем Айгөл янымда булды, өҫтəл əҙерлəшергə.

Асия Абдрахман ҡыҙы Игликова менән әңгәмә тулыһынса гәзиттә баҫылды. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас: