Все новости
Юбилейҙар
14 Сентября 2021, 16:12

"Сәғәт ярым ғүмер"

Мостай Кәримдең "Сәғәт ярым ғүмер" тигән иҫтәлеге бар. Унда Шағир Истанбулда Зәки Вәлиди менән осрашыуы хаҡында яҙа. Сәғәт ярым ваҡыт арауығы улар әңгәмәләшеп өлгөрә.  Беҙҙең әңгәмәсе лә сәйәсмән, беҙ ҙә һөйләштек, сәғәт ярым ваҡыт самаһы. Шулай ҙа,  ул - Зәки, беҙ -  Мостай түгел. Уртала Кәрим менән Вәлиди араһында булған кәртә лә юҡ. Бер беребеҙҙе оҙаҡ беләбеҙ, шуғалыр ҙа, бәлки, әңгәмә эскерһеҙ сыҡты. Мортаза бабай, Р. Хәмитов замандары иҫкә төштө, Радий Фәрит улы, район хакимиәте, ҡала тормошо... әңгәмәнең сиген кем ҡуйһын? 

"Сәғәт ярым ғүмер"
"Сәғәт ярым ғүмер"
Тәүге осрашыу ҙа, әлбиттә, хәтерҙә: Яңы Таймаҫ мәктәбенә килгәйнеләр,  ул Айрат Дилмөхәмәтов менан бергә, һайлауҙар алдынан, Шамил Әминевҡа (Башкиравтодор) ҡаршы йөрөйҙәр ине... Әле генә булған һымаҡ, ә күпме һыуҙар аҡҡан. Был ғүмер үҙе сәғәт ярымлыҡ ҡына кеүек. Аҙыраҡ булмаһа.
Район Советы рәйесе Фәнит Насип улы Моратбаҡыев менән әңгәмә киләһе һанда баҫыла. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: