Все новости
Юбилейҙар
20 Сентября 2021, 16:45

Хөрмәткә генә лайыҡ.

Сергей Андрюшин, Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры:- Кәрим Ғәйнетдин улын тик ыңғай, яҡшы яҡтан ғына һүрәтләй алам. Ул ихтирам һәм хөрмәткә генә лайыҡ. Кеше булараҡ - ул иң тәүҙә бик намыҫлы, үҙ һүҙендә тороусы, тырыш һәм ғәҙел. 

Хөрмәткә генә лайыҡ.
Хөрмәткә генә лайыҡ.

Ә директор күҙлегенән ҡарап әйткәндә, Кәрим Ғәйнетдин улын бик яуаплы, ойоштороулы, шулай уҡ үҙ эшен еренә еткереп башҡарған, тәжрибәле тренер булараҡ билдәләп үтәм. Беҙ уның менән бик яҡшы бәйләнештә, гел аралашып, хеҙмәттәшлек итеп торҙоҡ. Әлеге лә баяғы, ошо сир арҡаһында ғына хеҙмәттәшлегебеҙ өҙөлөп тора, Алла бирһә, сирҙе еңеп сыҡҡас, тағы оҙаҡ йылдар аралашып, бергә эшләрбеҙ, тип ышанам. Кәрим Ғәйнетдин улын ҙур юбилейы менән ҡотлайым, алдағы йылдарҙа ла иҫәнлек-һаулыҡта, шулай яҡшы итеп эшләүен теләйем.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: