Все новости
Юбилейҙар
20 Сентября 2021, 16:51

Рәхмәт хистәре мәңге һаҡланыр.

Фәдис ВӘЛИТОВ, Рәсәйҙең спорт мастеры, көрәш буйынса ил беренселеге еңеүсеһе, Европа беренселегенең бронза призеры:- 12 йәштә РПЛИ-ға уҡырға килдем һәм унда Кәрим Ғәйнетдин улы етәкләгән грек-рим көрәше буйынса түңәрәккә йөрөй башланым. Ул ағайымдың һәм минең был өлкәлә тәүге тренерыбыҙ. Уның тураһында бер насар һүҙ ҙә әйтеп булмай. Ул үҙенең тәрбиәләнеүселәренә ҡарата аңлаусан, ярҙамсыл булды, гел беҙҙе ҡеүәтләп, ҡанатландырып торҙо.

Рәхмәт хистәре мәңге һаҡланыр.
Рәхмәт хистәре мәңге һаҡланыр.

Үҫмер саҡта, балалар йыш ҡына үҙ теләктәренән баш тартып хаталана, беҙ ҙә ағайым менән көрәште ташларға уйлап, күнекмәләргә йөрөмәй, ҡалдыра башлағас, Кәрим Ғәйнетдин улы беҙҙе баребер табып, атайыбыҙға шылтыратып, күнекмәләрҙе ташлатмай, был спортҡа ҡарата ҡарашыбыҙҙы үҙгәртте, шуның өсөн беҙ уға бик ҙур рәхмәтлебеҙ. Тап ошо спорт төрө беҙҙең яҙмыштарыбыҙҙы үҙгәртте, тап ошо спорт төрө аша был тормошта ниндәйҙер маҡсаттарыбыҙға ирештек, билдәлелек яуланыҡ. Ул үҙ эшен белгән, маҡсатына ирешеүсән, оҫта, тәжрибәле тренер, беҙҙең ҙур еңеүҙәрҙә уның өлөшө ҙур, сөнки Кәрим Ғәйнетдин улы, беҙҙең йөрәктәрҙә ошо спорт төрөнә һөйөү уятты һәм көрәштең иң тәүге алымдарына өйрәтте, алдағы еңеүҙәребеҙгә тәүге баҫҡыстарҙы һалды тип әйтәһәк тә була. Уның тураһында тағы бик күп ыңғай һүҙҙәр әйтергә була, иң мөһиме йөрәктәребеҙҙә уға ҡарата оло хөрмәт һәм рәхмәт хистәре мәңге һаҡланыр.

Кәрим ағай Ғөбәйҙуллин тураһында материал үткән һанда баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: