Все новости
Юбилейҙар
26 Сентября 2021, 11:15

Әйтер һүҙем бар

Үрге Бабалар ауылында йәшәгән, ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлаған Римма Саҙиҡ ҡыҙы Аитбаева 70 йәшлек матур юбилейын билдәләй. Шул айҡанлы, уның уҡыусыһы Юлбаева Гүзәл, тәүге уҡытыусыһына арнап 2010 йылда яҙған иншаһын һәм шиғырын баҫырға булдыҡ.

Әйтер һүҙем бар
Әйтер һүҙем бар

Яңы ғына һуңғы ҡыңғырау сыңлағайны, йәй үтеп, яңы уҡыу йылы башланырға ла ваҡыт еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдым. Былтыр мин дә беренсе синыф уҡыусыһы булып, тәү тапҡыр, ҡурҡа-ҡурҡа мәктәп тупһаһына аяҡ баҫтым. Унда мине ихлас йылмайып тәүге уҡытыусым ҡаршы алды. Ул беҙҙе әсәйҙәрсә яратып ҡосаҡланы. Уның йылмайыуынан, ипле генә итеп өндәшеүенән бөтә ҡурҡыуҙарым юғалды. Римма Саҙиҡ ҡыҙы - минең тәүге уҡытыусым булһа ла, ул инде күп йылдар мәктәптә эшләй, ул оло тәжрибәле уҡытыусы. Ул хатта минең атайымды, оло ағайымды ла уҡытҡан. Уның мәктәптәге эш тәжрибәһе, холоҡ-фиғелендәге күп һыҙаттар, балалар менән эшләй белеүе, башҡаларға өлгө булырлыҡ. Миңә уның баҫалҡы ғына итеп, йылылыҡ һирпеп йылмайыуы ныҡ оҡшай. Кәрәк ерҙә талапсан, уҫал да була белә ул. Уҡыусының ризаһыҙлыҡ менән ҡарауын да һүҙһеҙ генә күтәрә, сөнки тиҙҙән был уҡыусы, хатаһын үҙе аңлаясаҡ. Уҡытыусыма әйтер һүҙем күп. Ул мине уҡырға, яҙырға өйрәтте. Хәҙерге көндә, мин икенсе синыф уҡыусыһы үҙ аллы уҡый ҙа, яҙа ла беләм. Уҡытыусыма түҙемле булғанына, мине белемле итеүгә күп көс һалыуына, ҙур рәхмәтмде белдерәм. рәхмәт һиңә уҡытыусым!

Уҡытыусыма
Тәүге көндән уҡытыусым Риммаға
Һоҡланмаған көнөм юҡ.
Нур тулған йөҙөңә баҡһам,
Рәхмәтемдең сиге юҡ.
Уҡытыусым минең өсөн
Иң ҡәҙерле, ғәзиз кеше ул.
Изгелеккә, белемгә әйҙәп,
Юл күрһәтеүсе лә бит ул.
Ниҙәр теләһәм дә уҡытыусым,
Барыһы ла аҙ булыр.
Һеҙгә бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ,
Ҡотло булһын байрамың!

Гүзәл ЮЛБАЕВА
16.09.2010 йыл.
Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас: