Все новости
Юбилейҙар
3 Ноября 2021, 09:22

Вәғәҙәләргә тоғро ҡалып

Иҫке Мораптал ауылының Ҡужаҡов исемен йөрөткән урамында, иң матур, тыштан уҡ нур бөркөп торған йорт бар, ә уның ҡапҡаһын инде әйтеп тораһы ла юҡ. 

Вәғәҙәләргә тоғро ҡалып
Вәғәҙәләргә тоғро ҡалып

Сәскән орлоҡтарыңдың емешен күреү үҙе бер бәхет. Халыҡ мәҡәле "Ни сәсһәң - шуны урырһың"-ти. Матур юбилейҙарын билдәләгән Ҡужаҡовтар ғаиләһе был яҡлап бик тә уңған.
Юбилярҙарҙы ҡотларға, Мораптал ауыл биләмәһе рәйесе Асҡар Исәт улы Кинжәлиевтың ҡотлау хатын һәм иҫтәлекле бүләген тапшырырға, ауыл биләмәһе хеҙмәткәре Әлфиә Шаурат ҡыҙы, Мораптал мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре барҙы. Йырлы-моңло, күңелле гармун тауыштары, ҡотлау йырҙары яңғыраны юбилярҙарҙы ҡотлап. "Уңған килен - ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайната",- тиҙәр. Тиҙ арала уңған хужабикәнең һыйлы табыны ла әҙер булды.
"Кешеләргә бер йылы һүҙ етә,
Ул һүҙ булһа бөтә йөрәктән"- гармунсы ауылдаш Рәвил Амангильдин үҙенең моңло йырҙарын бүләк итте. Йыр-моң яратыусы, гармунда оҫта уйнаусы йорт хужаһы Марат Морат улы: "Үтте лә китте йәшлегем",-тип йырлап ебәрҙе.

Нәсимә ШӘМСЕТДИНОВА, Яңы Мораптал ауылы

Нәсимә апайҙың хаты тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: