Все новости
Юбилейҙар
12 Ноября 2021, 14:59

Матурлыҡты һәр кем күрә

- Бөгөнгө көндә районда уртаса эш хаҡы күпме?- Районда уртаса эш хаҡы 40 мең тип иҫәпләнә, тик районыбыҙ территорияһында Ер-аҫты газ һаҡлау ойошмаһы урынлашҡанын онотмағыҙ.

Матурлыҡты һәр кем күрә
Матурлыҡты һәр кем күрә

- 40 мең, был һанды ҡайҙан иҫәпләп сығараһығыҙ?
- Миҫал өсөн, районда булған яҡынса 130 ойошманы алабыҙ ҙа, шуларҙы ҡушып, бүлеп уртаса эш хаҡын килтереп сығарабыҙ. Мәҫлән, Ит Союзында эш хаҡы 42 мең, был бит малсы шул тиклем эш хаҡы ала тигәнде аңлатмай, был ойошманың уртаса эш хаҡы. Уның етәкселәре Мәскәүҙән килеп эшләй, улар аҙ аҡсаға риза булмаясаҡ та.
- Һеҙҙең ҡарамаҡҡа, ябай эшсенең һәм етәкселәрҙең эш хаҡы араһындағы айырма ҙур кеүек түгелме? Был хәҙерге заманда ғына шулаймы, әллә электән айырма шулай ҙур инеме?
- Әлбиттә, һиҙелеп тора эш хаҡы араһында айырма ҙур, элек был айырма әҙерәк ине.  

Тулы интервью бөгөн гәзиттә баҫылды. Фәйрүзә Ғәзизйән ҡыҙының бөгөн ҙур юбилейы - тыуған көнөгөҙ менән, һеҙҙең барыһы ла һәйбәт булһын, бар булһын, бөтөн булһын. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас: